Һеҙҙең менән киләсәк яҡтыраҡТабиптар, уҡытыусылар, нефтселәр, район хакимиәте башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм ябай эшселәр... Беҙҙең республикала Ватан мәнфәғәтендә тырышып эшләгән һәр кемдең хеҙмәте тейешле баһалана. Быға дәлил итеп кисә Республика йортонда үткән алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһын да күрһәтергә була.
— Наградалар тапшырыу шул тиклем күңелле. Уларҙың бөтәһе лә лайыҡлы, күп йылдар дауамында ауыр хеҙмәт, яуаплы эшмәкәрлек менән яуланған, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн шарттар еңел түгел: бөтә донъялағы кеүек үк иҡтисади үҫеш кимәле түбәнәйә, ил предприятиелары, шул иҫәптән Башҡортостандың тауарҙарына ихтыяж кәмей. Тик беҙ төшөнкөлөккә бирелмәй артабан эшләйбеҙ һәм хәлдең яҡшырыуына өмөт итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотло булһын яңы мәктәп!Яхъя ауылында белем усағының яңы бинаһы асылды
Бөтә ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә тартып торған яңы мәктәп майҙанына байрамса кейенгән халыҡ ағылды. Балалары өсөн ҡыуаныстарының сиге булмаған ата-әсә, уҡыусылар, ҡунаҡтар өсөн дә күптән көткән мөһим ваҡиға – Яхъя ауылында мәктәп асыу тантанаһы уҙғарылды.
Уҡыусылар икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән йырлап-бейеп ҡаршыланы саҡырылған ҡунаҡтарҙы.
Тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов алды.
– Белем көнө менән барығыҙҙы ла тәбрикләйем! Заманса төҙөлгән яңы бинала уҡыу йылын башлау – икеләтә байрам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта ла ҡот ҡойоуын күптәр белмәйҙер әлеКемдәр "Таныш түгел таныштар" телефильмын ҡараған, улар ундағы ҡот ҡойоусы Ил инәһе ролен яҡшы хәтерләйҙер. Хатта билдәле кино сәнғәте белгестәре лә был хаҡта "Илгә ҡот ҡойоусы, милләткә ҡот ҡуйыусы изге роль" тип баһалағайны. Әммә төп ролде башҡарған Дилара Рафиҡованың тормошта ла ҡот ҡойоусы икәнен күптәр белмәйҙер әле.
Им-томдоң да шифаһы ҙур
Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2271 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ килтергән шағирЯҙ килә лә китә,
Йөрәк көтә, көтә,
Йәшлек үтә, үтә яҙ һымаҡ.
Һин былбылым минең,
Йырланмаған йырым,
Балҡып кил һин атҡан таң һымаҡ...
Яҡуп Ҡолмой, үҙенең “Былбылым” йырындағыса, башҡорт әҙәбиәтендә мөхәббәт йырсыһы булараҡ урын алды. Әммә егет менән ҡыҙ мөхәббәте генә түгел был. Донъяға сабыйҙарса һоҡланып баҡҡан лирик шағир ғүмер буйы тыуған иленә, халҡына, яҡташтарына, һәйбәт күңелле кешеләргә булған ихтирам-һөйөү хисен шиғри юлдарға һалып йәшәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1760 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң көслөһө Азат!Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһы янындағы тауҙа моторһыҙ дельтаплан спорты буйынса БДБ илдәре араһындағы чемпионат тамамланды.

Сарала яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән йөҙләгән спортсы ҡатнашты. Ныҡышмалы көрәштә Башҡортостан дельтаплансыһы Азат Мәсәлимов еңеүсе булды.
Азат Мәсәлимов — Рәсәйҙең спорт мастеры, дельтаплан спорты буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Әүәлерәк ул Башҡортостандың йыйылма командаһы составында алты тапҡыр республика чемпионы, Төркиәлә үткән донъя чемпионатының бронза призеры булғайны. Әле спортсы Өфөлә йәштәрҙе күнектерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 789 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Театр төнө” ҡыҙыҡлы булмаҡсыМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы йәйге ялдан һуң йәнә ижади эшен башланы.
Быйыл театр 94-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Киләһе йыл – юбилей йылы. Миҙгелдең тәүге йыйылышында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов бик күп ижади пландар һәм алда торған мөһим ваҡиғалар хаҡында һөйләне.
Коллектив ялда саҡта театр өсөн ҙур ваҡиға булды – “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға” ижади проекты (башҡорт халыҡ легендаһы буйынса Таңсулпан Ғарипованың әҫәре, режиссеры – Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев) Президент грантына лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 918 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҡиҡәтте яҡлаған – ғалимлығын аҡлағанШулай берсә лаборант, берсә уҡытыусы сифатында сирҡаныс алыуына ике йыл тулыуы була – Ирек Аҡмановҡа МДУ-лағы тыуған йорт кеүек ҡәҙерле тарих факультетына яңынан әйләнеп ҡайтырға форсат сыға.
Бында Аҡмановтың икенсе тапҡыр килеүе аспирантура менән бәйле. КПСС тарихы кафедраһында лаборант һәм ассистент сифатында файҙаланыу йәш белгесте төрлө яҡтан һынау өсөн кәрәк булған, күрәһең. Шунда һынатмағас, Мәскәүҙә лә һынатмаҫ был егет, тигәндәрҙер, моғайын. Юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы, усҡа һығып, бармаҡ араһынан ғына сығарғандай итеп, бөртөкләп кенә әҙерләү йолаһы хөкөм һөргәндә, БДУ етәкселегенең уға МДУ-ның тарих факультетындағы аспирантураға йүнәлтмә биреүен шулай ғына аңлатырға мөмкиндер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бураларға иген тулдыЕр эшендә уңыш еңел бирелмәй
Хеҙмәт кешеһен бындай көндә йортонда осратырмын тимә: ни тиһәң дә, баҫыуҙа ураҡ эштәренең иң ҡыҙған сағы бит. "Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра", тип юҡҡа әйтмәгәндер боронғолар, шуға ла ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә был осорҙа ҡара таңдан алып ҡояш байығансы баҫыуҙа "егелә". Алдынғылар рәтендә килгән Илештә лә шул уҡ хәл. Беҙ барғанда Максим Горький исемендәге хужалыҡта ла комбайндар икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй, йөк машиналары бураларға иген ташый ине.
Ер эшендә уңыш бер ҡасан да еңел бирелмәй, һәр ваҡыт хеҙмәт кешеһенең тире менән һуғарыла. Ҡәҙер һәм Һеңрән ауылдарын берләштергән Максим Горький исемендәге колхоз эшсәндәренә лә быйыл байтаҡ һынауҙар үтергә, юғалтыуҙар кисерергә тура килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейында өлкән класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән оҫталыҡ дәресенең мәғәнәүи йөкмәткеһен тап шулай атарға мөмкин. Был практик сара — халыҡ ҡиммәттәрен рухи һәм әхлаҡи йәһәттән тергеҙеү, милли мәҙәниәтте үҫтереү, милләт-ара дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү буйынса Орджоникидзе районындағы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башҡарған әүҙем эштең дауамы. Оҫталыҡ дәресе "Этник психология: хәҙерге донъяла башҡорт йәштәренең прогрессив яраҡлашыуы" тигән темаға арналды.
Тәүҙә райондағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, тарих фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Лена Сөләймәнова йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 648 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шишмәләр ҙә бында көлөп тораҺуңғы йылдарҙа теге йәки был район биләмәһенә ингәндә "Тыуған ерем — алтын бишек", "Эскән һыуыңа төкөрмә" кеүек саҡырыуҙарҙы йыш күрәбеҙ. Уйландырта бындай һүҙҙәр, хатта Ер-әсәбеҙ үҙе өндәшкәндәй тойола. Үкенескә ҡаршы, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙан, байлыҡтарын әрәм-шәрәм итмәй йәшәүҙән алыҫбыҙ әле. Быйылғы йылдың республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы исеме аҫтында үтеүе лә юҡҡа түгел, Башҡортостан тәбиғәтенең һәр мөйөшөн һәм байлығын ҡурсалауға йәнә бер саҡырыу ул. Шуны яҡшы аңлаған, башҡаларға өлгө күрһәткән төбәктәр, һөйөнөскә күрә, арта. Илеш районына сәфәр ҡылғанда ла шишмәләргә һәм ҡоҙоҡтарға ысын хужаларса ҡараштың матур үрнәге менән осраштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына