Йоҡларға форсат бирмәнеләрНимә генә булып бөтмәне был төндә! Әйтһәм, ышанмай торорһоғоҙ әле. Яратҡан актерыбыҙ Фидан Ғафаровты “гаишник” туҡтатты. Имеш, ул картуф тейәп ҡайтып килгән йөк машинаһы һауаны бысрата. Ә Нурия Ирсаева һуң?! “Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәшлегемдең уҙғанын...” тип йырлап йөрөнө урам буйлап. Был төндә Светлана Хәкимова Себер һынлы Себерҙән гастролен өҙөп, болан егеп ҡайтып төштө...
Ана шундай мажараларға бай булды Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Театрҙар төнө” акцияһы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар өсөн бай программа әҙерләгәйне. Йәйге ялдан һуң халыҡтың театрға сарсағаны күренеп тора: залда алма төшөрлөк тә урын юҡ!
Бында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп күңел асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар ваҡыт менән иҫәпләшмәйУрмансыларҙы ил һаҡсылары, һәр ваҡыт уяу торған һалдаттар менән сағыштырырға мөмкин. Тынғыһыҙ, йыл әйләнәһенә уяулыҡ талап ителгән был һөнәрҙе тыуған ерен яратҡан, уның йәшел байлығы өсөн оло яуаплылыҡ ала белгәндәр генә һайлай. Республикабыҙ урмандарын янғындан һаҡлау өсөн урмансылар көн-төн һаҡта, ваҡыт менән иҫәпләшмәй хеҙмәт итә.
“Салауат урмансылығы” дәүләт бюджет предприятиеһы эше менән танышҡас, был һөнәр эйәләренә ҡарата ихтирам тағы ла артты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы Салауат Фәтих улы Миһранов етәкселек иткән был ойошма — республиканың урман хужалығы тармағында алдынғыларҙың береһе. 35 кешенән торған коллектив үҙҙәре ҡарамағындағы Салауат һәм Ҡыйғы райондары биләмәһендәге 170 мең гектарҙан ашыу майҙанды күҙ ҡараһылай һаҡлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 498 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәркәйҙәрҙе ҡыш өшөтмәҫ"Уют" ойошмаһында бының өсөн бар көстәрен һалалар
Ҡыш еттеме, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ҡатмарлыҡтар тыуа башлай. Ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн был тармаҡта эшләүселәр бөгөн бөтә көсөн һала. "Уют" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы иңенә лә халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеү бурысы ятҡан. Бөгөн иһә бында ҡышҡы һалҡындарға әҙерлек эштәре аҙағына яҡынлаша.
Был ойошма Илеш районының Үрге һәм Түбәнге Йәркәй ауылдарын йылылыҡ һәм электр менән тәьмин итеү өсөн яуаплы. Беҙҙе уның ҡаҙанлыҡ цехы мастеры Марат Ғәббәсов ҡаршы алды. Күп фатирлы йорттарға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, бюджет ойошмаларының бөтәһенә лә йылы тап ошонан юллана. "Ремонт эштәрен тамамланыҡ: ҡорамалдар, агрегаттар ҡаралды, һынауҙар үткәрелде, йылылыҡ селтәрҙәрен тикшерҙек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 560 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: "Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһы төбәк аҙналығынан башланды"Дәүләт Думаһы депутаттарының эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәрҙең береһе — үҙ төбәгеңдә осрашыуҙар, райондарға барып, граждандарҙы ҡабул итеү саралары ойоштороу. 26 августан 2 сентябргә тиклем республикала көҙгө сессияның тәүге төбәк аҙналығы үтте. Депутат Сәлиә МЫРҘАБАЕВА ошо осорҙағы эше тураһында һөйләне.
— Төбәк аҙналығы яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле сараларға ярашлы үтте. Быйылғы 1 сентябрь байрам ғына түгел, "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы 273-сө Федераль закондың көсөнә инеүе менән билдәләнгән мөһим мәл булды. Яңы уҡыу йылы алдынан башҡарылған эшкә йомғаҡ яһала, артабанғы үҫеш юлдары, киләсәккә пландар билдәләнә. Республикала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең йыл һайын үткәрелгән август кәңәшмәһен иң ҡулай алым тип иҫәпләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1029 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көслөләр юғалып ҡалмайКемгәлер һикереү-йүгереү – ваҡытлыса күренеш, мауығыу булһа, икенселәргә — йәшәү мәғәнәһе. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡасан да булһа үҙен спортта һынап ҡарағандар тормоштағы ауырлыҡтарға бирешеп бармай. Был — күптән дәлилләнгән факт.
Өфө егете Дамир Йыһангиров та бөгөн спорттан йыраҡлашҡан, башҡа өлкәлә уңышлы эшләй, ғаилә мәшәҡәте баҫҡан үҙен. Әммә ул ҡасандыр пауэрлифтинг (атлетик гимнастика тип тә йөрөтәләр ине уны совет заманында) клубына тәү тапҡыр аяҡ баҫыуына үкенмәй. "Үҙе өсөн" генә шөғөлләнә башлаған егет ауыр штанга күтәреү буйынса ҡала, республика, ил кимәлендәге ярыштар еңеүсеһе булараҡ таныла, Рәсәйҙең спорт мастеры исемен ала.
— 300-шәр килограмм штанганы күтәреү еңелдән түгел, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 606 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшел ҡалҡан” да һаҡлауға мохтажҺуңғы йылдарҙа урмандарыбыҙҙың әсе яҙмышы һәр кемде борсомай ҡалмай. Бигерәк тә ағастар шаулап үҫкән, мендәр урынына урманды ҡосаҡлап ятҡан ауылдарҙа хәл үтә сетерекле, сөнки халыҡ янда үҫкән ағасты үҙ файҙаһына ҡырҡа ла, ҡуллана ла алмай. Ерҙең йәшел еләне, халҡыбыҙҙың төп байлығы – урмандарыбыҙ бөгөн ни хәлдә? Ҡурсалауға һәм яҡлауға мохтажмы? Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан тап ошо һорауҙарға яуап эҙләп, “Әбйәлил урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Ишморат Шамил улы ӘМИНЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Һеҙ етәкселек иткән ойошмаға килгәндә...
– Бөгөн Әбйәлил урмансылығына алты участка ҡарай. Уларға Буранғол, Күсем, Ҡаҙмаш, Ҡырҙас, Хәмит участкалары һәм ауыл урмандары инә. Дөйөм майҙаны – 180 мең гектарҙан ашыу. Бөтәһе 25 кеше эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 645 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2012—2016 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостанда эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаһына үҙгәрештәр индерелде.
Республикалағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, быйылғы ярҙамсы программаның төп айырмаһы шунда: ҡатнашыусыларға хәҙер юллама түгел, ә исемле сертификат тапшырыласаҡ. Бынан ары улар туристик ойошмаға үҙаллы мөрәжәғәт итеп, билдәләнгән йүнәлештәге социаль турҙы һайлай ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ах, был урман!..
Әҙәм балаһының ғүмере улай уҡ сомтор түгел инде. Әммә шул арала ул диңгеҙҙәрҙе ҡоротоп, тауҙарҙы ыуалтып, кейек үткеһеҙ урмандарҙы ла ҡырып өлгөрә. Мин быуынға ултырғанда, Әбйәлилемдәге Ҡаҙмаш йылғаһы боҙҙарын гөрһөлдәтеп емереп, бирге яҡ тау итәгенән арғы яҡтағы ҡабаҡҡа тиклем сайҡалып аға торғайны. Текә Өлкән Ҡыҙылташ морононоң көнгә ҡараған ҡыразында ҡуҡайып ултырған яңғыҙ ҡарағас, Ғарифулла олатайым әйткәнгә ышанһаң, әле бер-ике быуын эсендә ошо тирәне ҡаплап шаулаған урмандың аҡтыҡҡы осмото икән. Мин бала саҡта ҡыуғын үтә торған Оло Ҡыҙылдың ололоғо хәҙер атамаһында ғына ҡалған. Ә яҙ һайын тулап ала торған Ҡаҙмаш, Бағры йылғалары... Юҡ, кеше ғүмере оҙон ул, урман-йылғалар ғына был фани донъяла оҙаҡҡа сыҙай алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 588 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйға һала, борсолдора...2007 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән Урман кодексы Рәсәй урман хужалығын төбө-тамырынан үҙгәртеп ҡороуға алып килде. Ҡабул ителеүенә алты йыл үтһә лә, “яңы” тип йөрөтөлгән Кодекста һорауҙар иң тәүге сиратта урмандарҙың кемдең мөлкәте булыуын, урман участкаһын, йәғни ағас бүлеү мәсьәләләрен, асыҡланы.
Нефть һәм ҡаҙылма байлыҡтарҙан ҡала төп тәбиғи байлыҡ урман һаналған Башҡортостанда ла ошо йылдарҙа бығаса күрелмәгән эштәр башҡарылды. Тәүге сиратта урман хужалығы тармағы үҙгәртеп ҡоролдо, лесхоздар урынына вәкәләттәре бүленгән дәүләт бюджет учреждениелары һәм дәүләт унитар предприятиелары барлыҡҡа килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү барышында Башҡортостанда 1732 мең тонна сенаж һалынған (планлаштырылған күләмдең 82 проценты), шулай уҡ 582 мең тонна силос әҙерләнгән (31 процент).
Сенаж буйынса план республиканың 16 районында тулыһынса үтәлгән, ә биш районда уны хатта арттырыуға өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, Дыуанда 33 процентҡа күберәк һалһалар, Благовещенда – 23, Мишкәлә – 11, Иглиндә – 6, Стәрлебашта 1 процентҡа арттырғандар.
Шул уҡ мәлдә сенажды иң ҙур күләмдә Саҡмағош (101,5 мең тонна) һәм Дүртөйлө (94,6 мең тонна) райондары әҙерләгән. Илештә был күрһәткес — 78,1 мең тонна.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына