Башҡорттар — йәнә бородинолаҺуңғы йылдарҙа Рәсәй армияһының Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы көрәше темаһы тарихсыларҙы ғына түгел, тотош йәмғиәтте ҡыҙыҡһындыра. Ошо осор яугирҙәренең иҫтәлеген әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәрендә мәңгеләштереү ниәте менән яныусылар күбәйҙе, хәрби-тарихи реконструкция клубтарына яҙылыусылар ҙа арта.
Башҡортостан егеттәре был тәңгәлдә һис тә ҡалышмай, киреһенсә, үҙәктә ҡайнай. "Беренсе башҡорт атлы полкы “Любизар” һәм "Өфө пехота полкы" тигән йәмәғәт ойошмаларын хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, Европа илдәренең күбеһендә беләләр. Әйткәндәй, башҡорт егеттәре быйыл да Бородино яланындағы "алыш"та булып ҡайтты, әле Лейпцигтағы сараларҙа ҡатнашырға йыйыналар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1072 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Еңеү ҡапҡаһы” аша үтергә яҙһын1812 йылғы Ватан һуғышынан башҡорт яугирҙәре “төньяҡ амурҙары” тип нарыҡланып, данға күмелеп ҡайтҡан. Был турала бик күп легенда бар, китаптар яҙылған, һүрәттәр төшөрөлгән, йырҙар сығарылған. Республикалағы йәмәғәт ойошмалары батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү һәм йәштәргә танытыу йәһәтенән күп эш башҡара. Тик аптырарлыҡ хәл — Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙға баш ҡалабыҙҙа һаман да һәйкәл юҡ! Тарихыбыҙҙы хөрмәт итмәүме был, әллә аҡса таба алмаумы йәки шөғөлләнеүсеһе юҡмы — аңлашылмай.
Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итергә тырышҡан кешеләр юҡ түгел икән. Шундай шәхестәрҙең береһе яңыраҡ үҙе беҙҙең гәзит редакцияһына килеп, пландары, буласаҡ һәйкәлдең проекты менән таныштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанға һуғарылған  яу яланыБородинола ике быуат элек булған ваҡиғалар “тергеҙелде”
“Биш йылдан һуң мин донъяның хакимы булам. Бер Рәсәй генә ҡалды, ләкин мин уны иҙәсәкмен”, – тигән дә Наполеон үҙенең 600 меңлек ғәскәрен 1812 йылдың 12 июнендә сик аша үткәргән. Ә ике айҙан һуң инде…
“Ҡояш, күк күренмәгән, йәшел үлән ҡалмаған. Ер ҡан яланына әйләнгән. Кеше тәндәрен йәҙрәләр киҫәктәргә турап осорған, картечь тишкеләгән. Ҡылыстар сапҡан, штыктар ҡаҙалған…”
Бородино яланы. Уға яҡынлашҡан һайын ошо һүҙҙәр йәнде өтә, ата-бабаларыбыҙҙың иле өсөн түккән йылғалай ҡанын күҙ алдына килтерә…
Бородино яланы. Хәҙер уны өҙөк-өҙөк ҡыуаҡлыҡтар, урман ҡаплаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1065 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мине рух йөрөтә!”83 йәшлек Ғиндулла Шәйәхмәтов хәрби-тарихи реконструкцияла киләһе йыл йәнә ҡатнашмаҡсы
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: тәүлек ярым автобуста һелкенеп барырға, өс төн яланда — палаткала ҡунырға, бер туҡтамаған ямғыр аҫтында тубыҡтан бысраҡ кисеп йөрөргә... Һәр кемдең хәленән килә торған эш түгел был. Ә бына 83 йәшен тултырған олпат ил ағаһы Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов был аҙымға икенсегә бара!
Былтыр Рәсәй киң ҡолас менән 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығын билдәләне. Юбилей йылы үтеү менән бөйөк ваҡиғаның әһәмиәте бер ҙә кәмемәй. Ә бына Бородино яланында уҙғарылған хәрби-тарихи реконструкциянан беҙҙең егеттәр бер йылда ла ситтә ҡалғаны юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң мөһиме — халыҡҡа файҙаһы тейһен!Нефтселәр көньяҡ-көнсығыш төбәкте лә онотмай
Республикабыҙҙың көньяҡ төбәктәренең булмышын һәм иҡтисади үҫешен билдәләүсе төп үҙенсәлектәрҙең береһе — уларҙың баш ҡаланан алыҫлығы. Бының ыңғай яҡтары ла, киреләре лә етерлек. Төпкөлдә матур тәбиғәтебеҙ, боронғо йолаларыбыҙ, халыҡтың үҙаңы һаҡланған, әммә йыраҡ булыу сәбәпле, төбәк иҡтисади һәм социаль үҫеш йәһәтенән бер ни тиклем артта ҡала. Шуға күрә был яҡтарға ниндәй ҙә булһа ярҙам килһә, уны ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итәләр. Республикабыҙ сәнәғәтенең арҡа һөйәге булған предприятиеларҙың береһе "Башнефть" тә халыҡ өсөн бик кәрәкле һәм файҙалы объекттар төҙөй бында.
"Башнефть" компанияһының мәрхәмәтлек йөҙөнән һалған объекттары менән танышыу маҡсатында һуңғы арала бер нисә тапҡыр сәфәргә сығырға тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 866 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дини тәрбиә орлоҡтары күңел аша ғына һалынаХөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса былтыр мәктәп программаһына ингән "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре" тигән предметты башҡортса өйрәтеү йәһәтенән дәрес өлгөләрен бирә башлайбыҙ. Яңы рубрикабыҙ эшегеҙҙә ҙур ярҙам булыр тигән өмөттәбеҙ.
Дәрестәрҙе халҡыбыҙҙың ағинәһе, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева алып бара. Дәрестәр гәзитебеҙҙең һәр йома һанында донъя күрәсәк.
Ком: 1 // Уҡынылар: 2764 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухлы ил ӘбйәлилӨс әҙипте үҫтергән ауыл ул Әлмөхәмәт
Оло Ҡыҙыл йылғаһы, Ғимран ҡаяһы, Ҡараташ тауҙар теҙмәһе, Яҡтыкүл менән дан тотҡан Әбйәлил еренә аяҡ баҫтыҡ. Гүзәл һәм бай тәбиғәте генә түгел, башҡорт донъяһына киң билдәле шәхестәре менән дә ғорурлана был төбәк. Әле Әбйәлилгә ана шул ил үҙәге булған шәхестәребеҙ — ғалим Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт — рухына бағышланған музейҙы асыу тантанаһына йыйылдыҡ.
Әлмөхәмәт ауылынан сыҡҡан был арҙаҡлы өс уҙамандың ауылдаштары икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы ҡунаҡтарҙы. Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов
Ком: 0 // Уҡынылар: 1443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр тибеше өмөт бүләк итәБыл хаҡта иң тәүҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалындағы тура эфирҙа сығыш яһағанда белдергәйне.
“Әлеге ваҡытта иң мөһим яңылыҡ тип нимәне иҫәпләйһегеҙ?” тигән һорауға ул:
– Беҙҙең табиптар тарафынан йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса беренсе тапҡыр яһалған операцияны атар инем. Ул ҡатмарлы булған. Ваҡиға хаҡында шунда уҡ белдермәгәндәр, пациенттың үҙен яҡшы тоя башлағанын көткәндәр. Был хәл республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иң юғары технологиялар килеүе хаҡында һөйләй, – тип яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яугирҙәр онотолмайКрасноусолда Афған һуғышы ветерандары, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар, ауыл халҡы, шулай уҡ яуҙа һәләк булған егеттәрҙең туғандары һәм яҡындары Ватанды һаҡлап башын һалғандар һәйкәле янына йыйылды.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тантаналы митингты асты һәм эске ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған егеттәребеҙ халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыуын билдәләне. Ғафури һәм Ауырғазы райондарының хәрби комиссары Фәйрүз Ғимаҙиев һәйкәлде ҡуйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән кешеләрҙе айырып билдәләне.
— Марс Хәйруллин, Ринат Яҡупов, Әлфир Исхаҡов, Вячеслав Лоскутов, Андрей Мигунов, Джамшид Ҡасимов, Марат Ишбаев һәм башҡа егеттәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 967 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ркаил Зәйҙуллала яһалмалыҡтар юҡРкаил Зәйҙулла — татар әҙәбиәтенең күренекле вәкиле. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ул, шиғырҙар ҙа, проза әҫәрҙәре лә яҙа.
Тәүге шиғри әҫәрҙәре үк өлкән ҡәләмдәштәренең иғтибарын йәлеп итте: 1980 йылда "Күрәҙә" йыйынтығы өсөн автор Татарстан комсомолының Муса Йәлил исемендәге премияһына лайыҡ булды. Ә үҙенсәлекле прозаһы Татарстанда ғына түгел, Рәсәй һәм Төркиә матбуғатында ла баҫылды. Ркаил Зәйҙулланың прозаһы йор, кинәйәгә бай, ниндәйҙер хикмәткә эйә, хикәйәләрендә икенсе, уҡыусы күҙенән йәшеренгән эске план бар. Шул уҡ ваҡытта ул урыҫ хикәйәһен дә хәтерләтә: авторҙың ваҡиғаларға, предметтарға, ғөмүмән, донъяға ҡарата ниндәйҙер алабарманлығы һиҙелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1019 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына