Эше ҡаты, икмәге татлыБеҙ барғанда баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу эше гөрләй ине. Ни тиһәң дә, өҫтәлдәге муллыҡ яҙлы-көҙлө һалынған тырышлыҡҡа туранан-тура бәйле бит. Быны Благовар халҡы ла яҡшы төшөнә, шуға һис тә һынатырға теләмәй.
"Разгуляй" төркөмөнә ингән "Башкир-агроинвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең район бүлексәһенең һөрөнтө ерҙәре 19 мең гектар майҙанды биләй. Уның етәксеһе Ришат Ғайсин һөйләүенсә, быйыл шәкәр сөгөлдөрө дүрт мең гектар майҙанда сәселгән. Уңыш ҡыуандыра: гектарынан яҡынса 500 центнерға ҡәҙәр барып баҫа. "Заманса агротехнологияларҙы ҡулланып, яҡшы минераль ашламалар индергәйнек – был шуның һөҙөмтәһе", – ти етәксе.
Хужалыҡта сөгөлдөр сығарыуға август аҙағында уҡ төшкәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1008 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнәгә ғашиҡ МуллағәлиевтәрСәнғәткә мөкиббән Муллағәлиевтәр ғаиләһенең күрше Бишбүләк районында йәшәгәнлеген күптән белә инем. Баҡһаң, Йәрмәкәй районында ла ошондай уҡ фамилиялы гүзәл парҙар байтаҡ икән. Әлбиттә, беҙ Радмир менән шаҡтай йылдар таныш. Ә ғаиләһе тураһында белмәй инем. Бына сәғәте лә һуҡты, барыр һуҡмаҡтар уларҙың күркәм йортона алып килде. Баҡсала сейә, ҡарағат, төрлө сортлы алмалар күҙҙе ҡамаштыра. Алтын ҡояш нурҙары уларҙы иркәләй. Беҙ йәнгә илаһи рәхәтлек биргән хозур тәбиғәт ҡосағын хәтерләткән ошо баҡсалағы беседкала Радмир Мырҙа улы Муллағәлиев менән ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ.
Бик алыҫтарға һуҙылған хәтер ебе бишек йырҙарын тыңлап үҫкән тыуған яҡтарға барып тоташты. Йырлы-моңло Миәкә – сәнғәт донъяһына шаҡтай ғына шәхестәрҙе, таланттарҙы биргән гүзәл төбәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 950 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иреккә еңеү юлдашКүренекле яҡташыбыҙ, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов хаҡында “Башҡортостан” киностудияһы “Ике килгән ғүмер” тигән документаль кино төшөргәйне. Ошо көндәрҙә был фильм Һамарҙа үткәрелгән V Халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә еңеү яуланы.
Мәртәбәле конкурсҡа йәмғеһе 56 эш тәҡдим ителгән. Кинофестивалдә Рәсәйҙән генә түгел, Белоруссиянан, Болгариянан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Ирандан, Италиянан, Португалиянан, Украинанан, Франциянан, АҠШ-тан килгән режиссерҙар ҙа ҡатнашҡан.
Жюри ағзалары иҫәбендә Халыҡ-ара спорт киноһы һәм телевидениеһы федерацияһы президенты Франко Аскани ла булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Линизаның күңел хазинаһы"Матурлыҡты күрә белеү,
Нәҡ бына үҙе ысын батырлыҡ", —
тип яҙғанда шағир, моғайын, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Линиза Сәғәҙиева кеүек ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр ҡатын-ҡыҙҙы күҙ уңында тотҡандыр. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та иңендә оло хәстәр ята был ханымдың.
Әбйәлил төбәгенең тормошо йәнлелеге менән һоҡландыра икән, унда Линиза Камил ҡыҙының да өлөшө ҙур, сөнки барлыҡ сараларҙы ул ойоштора, республика күләменә сығара. Көндәлек мәшәҡәттәрен арыраҡ ҡуйып, ваҡыт табып, башҡаларҙың күңелен үҫтерә белә, ошо яҡтың йәшәйешен күркәмләндерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пенсионер ниңә һатыуға сыға?Тиҙерәк ҡайтайым тип, баҙар эргәһенән ҡыҙыу аҙымдар менән уҙып барам. Шул ваҡыт: "Балам, алма ал әле!" — тине бер әбей. Ялбарыулы тауышлы йән эйәһе янынан нисек уҙып китәһең инде?! Үҙәк өҙгөс ел иҫһә лә, ямғыр яуһа ла, ултыра бында әбей-бабай. Үҙҙәре үҫтергән еләк-емеште, йәшелсәне һатып, әҙ булһа ла ҡулға аҡса инһен тип.
Уларҙы нимә мәжбүр итә һуң? Аҡсаға мохтажлыҡмы? Ваҡытлыса ғына булһа ла яңғыҙлыҡтан ҡотолоп, кеше менән аралашыу мөмкинлегеме? Үҫтергән уңышын һатыу маҡсаты ғынамы? Ошолар ҡыҙыҡһындырҙы мине. Алма һатҡан инәй үҙен Рәғиҙә Ҡашҡарова булам тип таныштырҙы.
— Аҙнаһына ике тапҡыр сығырға тырышам, бөгөн биш килограмм алма йөкмәп килтерҙем. Ҡайһы саҡта һатылып та бөтмәй, йәл, әлбиттә. Ташларға тура килгән мәлдәр ҙә була, сөнки ҡайтҡанда йәнә йөк күтәреп автобуста барыуы ауыр. Һатыуҙан ингән аҡса юлға ла етмәй, исмаһам, икмәк-һөтлөк кенә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юмореска
Баш мөхәррир дин тураһындағы махсус битте йәһәтләргә ҡушты.
– Уҡымлыраҡ итеп әҙерләргә тырыш, тормоштан миҫалдар ал, – тип тә өҫтәгәс, Кәбирә уйға ҡалды. Унан өҫтәлдәге хаттарҙы ҡараштыра ғына башлағайны, ишек шаҡынылар.
– Да-да!
Ишектән ауылдашы Ғәйнисә инәй инеп килеүгә, ҡыҙыҡай әллә күҙемә күренәме тигәндәй, аптырап китте.
– Бына бер ыңғай эшләгән ереңде күреп сығайым тигәйнем дәһә. – Инәй күҙ ҡарашы менән бөтә ерҙе айҡаны.
Ком: 6 // Уҡынылар: 1724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мирас ИҘЕЛБАЕВ, ғалим:
— Бынан биш йыл элек Әлшәй районында йорт һалғайныҡ. Ғәҙәттә, йәй буйы шундабыҙ: баҡса эштәре менән булышабыҙ, емеш-еләген йыябыҙ, Дим йылғаһында һыу инәбеҙ. Йыл һайын шифаханала ял итергә лә күнегеп бөткәнбеҙ. Был юлы "Асы"ла дауаланып ҡайттыҡ. Отпуск тигәс тә, бөтә эштәрҙе лә ҡалдырып китеп булмай бит. Мин һәр саҡ үҙем менән материалдарымды алам. Ял иткән ваҡытта ғилми эшемде лә башҡарам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә "Кроношпан" заводын төҙөү мәсьәләһенә арналған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Билдәле булыуынса, Өфө районының Дорогино ауылы халҡы был төҙөлөшкә ҡаршы сыҡты һәм уны ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәште. Әлегә предприятиеның тәбиғәткә зыян килтереү-килтермәүен махсус комиссия асыҡлай.
"Түңәрәк өҫтәл"дә "Кроношпан" заводына презентация яһалды. Унда был предприятиеның башҡа илдәрҙәге заводтарының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелде. Европала уларҙың һаны 30-ҙан ашыу икән. Шулай уҡ заводтың тирә-яҡ мөхиткә зыяны тураһында баһалама әҙерләүсе белгес-эколог, "Экопромтех" компанияһы директоры Светлана Полякова сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләге Конгресс-холл эргәһендәге Ағиҙел яры тиҙҙән ял итеү урынына әүереләсәк.
Баш ҡала тарихында тәүге тапҡыр симфоник оркестрҙың асыҡ һауалағы сығышынан һуң Өфө амфитеатры исемен алған майҙансыҡтың яҙмышы тураһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов бәйән итте.
— Был урында парк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡ һүҙ, — тине ул. — Бынан ары битләүҙә концерттар ойошторолмаясаҡ.
Башлыҡ урынбаҫары әйтеүенсә, Дуҫлыҡ монументынан алып Конгресс-холға тиклем йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, яр буйын төҙөкләндереү, инфраструктураны
Ком: 0 // Уҡынылар: 747 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандағы һигеҙ уҡыу йорто “Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе” исемлегенә инде. Улар араһында Өфөләге 3, 39, 93-сө гимназиялар, 153, 83-сө лицейҙар, Стәрлетамаҡтың, Нефтекаманың, Салауаттың 1-се гимназиялары бар. Белгестәрҙең фекеренсә, был мәктәптәр 2012—2013 уҡыу йылында белем биреү йәһәтенән юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.
Был исемлек Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән Мәскәүҙәге өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге тарафынан төҙөлгән. Тикшеренеүселәр БДИ-лағы юғары күрһәткестәрҙе, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һанын иҫәпкә алған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1109 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына