Кем эшһеҙ булып иҫәпләнә?

— Эшһеҙ булараҡ хеҙмәт биржаһына иҫәпкә торорға ине. Каталогтар аша косметика әйберҙәре һатыу менән шөғөлләнеүемде иҫәпкә алмағанда, башҡа шөғөлөм юҡ. Һорауым шундай: граждандарҙың ҡайһы категорияһы эшһеҙ тип иҫәпләнә, һәм ниндәй осраҡта биржаға ҡуймаясаҡтар?
Ком: 0 // Уҡынылар: 835 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был хәл бер нисә йыл элек булғайны. Көндәрҙең береһендә урамда танышым Ғәлиҙе осраттым. Хәл-әхүәл һорашып бер аҙ торғас, был:
— Бына Красноусол ауылына китергә булдым әле, – тине.
— Бәй, унда нимә ҡалған? – тип ғәжәпләнеүемә ул, күҙҙәрен туҫтаҡтай итеп:
— Һаман да ишетмәнеңме ни әле? – тине.
— Нимәне?
— Нимәне, нимәне! Унда бит аҡсаны эшләмәһәң дә түләйҙәр, ти.
— Китсәле! Булмаҫтайҙы сурытырға тиһәң, һине ҡуш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 947 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы ижад миҙгеле башланыр алдынан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы тарихта тәрән эҙ, киләсәк быуынға бай рухи мираҫ ҡалдырып яҡты донъянан киткән, баш ҡаланың мосолмандар зыяратында ерләнгән күренекле артистарҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең рухына баш эйҙе, ҡәберҙәрен таҙартып рәткә килтерҙе.
Театр коллективы тормошонда был изге эш йыл да ҡабатлана, һәм ул мотлаҡ үтәлергә тейешле күркәм йолаға әүерелгән. Яңы миҙгел алдынан ижадсылар, исемдәре йәндәрҙә рух, йөрәктәрҙә ғорурлыҡ уятыр шәхестәребеҙ ҡәберенә баш эйеп, уларҙан яңы көс, күңелдәренә дауа алып ҡайта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайын саҡырыу тураһында

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 68-се һәм 87-се статьяһына ярашлы ҡарар итәм:
1. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайын 2013 йылдың 3 октябрендә Өфө ҡалаһына тәүге ултырышҡа саҡырырға.
2. Ошо Указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 922 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡараш буйламаҫ бейеклектәБаш ҡалала кран машинистарының һөнәри бәйгеһе булды
– Күпселеге ҡатын-ҡыҙ бит! – тине ғәжәпләнеү ҡатыш янымда тороусы берәү. Минең дә тәүҙәрәк "Күпер краны өсөн иң яҡшы машинист" һөнәри оҫталыҡ конкурсында көс һынашыусыларҙың күбеһе гүзәл зат булыр тип башыма ла килмәгәйне. Баҡһаң, тәү ҡарамаҡҡа ир-егеттәр һөнәрен үҙләштергән кеүек күренһә лә, яуаплылыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән эштә улар ҙа һис һынатмай икән. Шулай ҙа ҡараш буйламаҫ бейеклектә кран эсендәге ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына баҫтырыу үтә лә ауыр кеүек тойолдо...
Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренең оҫталығын асыҡлауға йүнәлтелгән республика конкурсы тап ошо номинацияла быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған. Уның маҡсаты – хеҙмәт кешеһенең, ошо һөнәрҙең абруйын күтәреү. Бында еңгәндәр Ульяновск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй кимәлендәгеһендә ҡатнашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 853 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт геологтары: Юлбарисовтар династияһы1990 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов — Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты геологияһын өйрәнеү һәм файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, ә Илдар Марат улы Юлбарисов Башҡортостан тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары булып эшләй. Илдарҙың атаһы Марат менән Эрнст — бер туғандар. Өсөһө лә М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған геологтар. 1990 йылда өсөһөн дә үҙҙәре эшләгән хеҙмәт коллективтары РСФСР, БАССР һәм баш ҡаланың Ленин районы Советтарына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә.
Марат һәм Эрнстың атаһы Мирсаяф Мөхәмәтғәле улы Юлбарисов (1914 йылғы, Архангел районының Тәүәкәс ауылыныҡы) Муллаҡай ауылы мәктәбе директоры, ВКП(б)-ның райком бюроһы ағзаһы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 940 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадҡа таянған ғүмерҮткән быуаттың илленсе йылдарында, “Ленинсы” гәзитендә эшләгәндә, Ҡариҙел районының Яугилде ауылынан Ғаян Лоҡманов менән ныҡ аралаштым. Редакциялағы тәүге осрашыуҙа унан тормош юлы хаҡында һөйләүен һорағас, ул ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе: “Яугилде урта мәктәбендә уҡытам, һуғышта ҡатнаштым”.
Уның тормош юлы Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге йәштәрҙең кисергәндәре менән уртаҡ ине: Бөрө педагогия училещеһын тамамлай, 1942 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Хәрби училищела уҡып сыҡҡас, артиллерия идара һәм типографик разведка взводы командиры дәрәжәһендә немецтарға ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Ғаян Лоҡманов етәкселегендә артиллеристар немецтарға ҡаршы ҡыйыу һуғыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Немецтарҙы башҡорт моңо хисләндергәнБелеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттары сит илдәрҙекеләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй башланы. Был уҡытыусылар өсөн дә, йәштәргә лә ифрат файҙалы: башҡа милләттәрҙең тарихын, телен, мәҙәниәтен өйрәнәһең, холоҡ-фиғелен тойомлайһың, яҡындан аралашаһың, дуҫлашаһың... Ғөмүмән, киңерәк даирәгә сығыу мөмкинлеге асыла.
Күптән түгел Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Өфө филиалына ла Германиянан ҡунаҡтар килеп төштө. Хәйер, бындай күренеш уҡыу йорто өсөн ят түгел: сит ил студенттарын ҡабул итеү бында күптәнге йолаға әйләнгән. Әле лә 15 кешенән торған делегацияны университет филиалында ихлас ҡаршы алдылар. Башҡортостандағы йәшәү рәүеше, социаль хәл, мәҙәни тормош, йәштәрҙең көнитмеше һәм башҡалар менән танышырға килгән ҡунаҡтарҙың һәр береһе ғаиләләргә урынлаштырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 911 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ябай хеҙмәт кешеләрен хөрмәт итәм”Ҡәләмгә тотонған һәр кем яҙыусы йә шағир булып китә алмай. Моңға мөкиббән ғашиҡ күңеллеләрҙең дә күбеһенә сәхнәгә үк үрләрлек көс бирелмәй. Бәләкәйҙән бөйөк рәссам булырға теләп, ҡылҡәләмдән айырылмағандарҙың хыял осҡондары ла бер мәл һүнеүе ихтимал. Тормошта үҙ урыныңды табыу, көсөңдө иҫбатлау өсөн теләк, хатта тырышлыҡ ҡына етмәй шул — Хоҙайҙан бирелгән һәләттең булыуы мөһим.
Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов, һис шикһеҙ, бәхетле. Барлыҡ күркәм һыҙаттар хас уға: ифрат тырыш, егәрле, тынғыһыҙ булыуы өҫтөнә ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле оҫталыҡҡа эйә хеҙмәттәшебеҙ. Уның фотоһүрәттәрен башҡа берәүҙеке менән бутау мөмкин түгел: тәбиғәттең матурлығын, тойғо-кисереште Айрат Билал улы кеүек тәрән төшөнгәндәр бик һирәктер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1039 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙ атылғандай булды ғүмере...Кем ул шәхес? Тыуған иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итеп, шул уҡ ваҡытта иленә көслө рухлы балалар тәрбиәләгән кеше, тиер инем. Ул ғына ла түгел, үҙенең йәшәү рәүеше менән үрнәк булып нур сәсеүсе, коллективында оло абруй яулаусы. Бына шундай яҡташыбыҙ тураһында күңел түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәремде ҡабул итеп алығыҙ, гәзит уҡыусылар.
Ғимаҙи Әхмәҙи улы Хәсәнов – бар ғүмерен Баймаҡ районы халҡына тоғро хеҙмәт итеүгә, уның һаулығын һаҡлауға бағышлаған шәхес. Ауылдан, крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан беренсе табипҡа быйыл 75 йәш тулған булыр ине.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары. Белгестәргә ҡытлыҡ кисергән, уларҙың күсмә тормошонан биҙгән заман. Башҡортостандың КПСС Өлкә комитеты һәм
Ком: 0 // Уҡынылар: 996 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 30 Алға
Бит башына