Республикала “Евразия тауышы” фестивален үткәреү тураһында һүҙ уҙған йылдың аҙағында ҡуҙғатылғайны. “ТЭФИ-Төбәк-2012” Бөтә Рәсәй телевидение конкурсында награда алып ҡайтҡан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистары Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашыу мәлендә уға ошо тәҡдимде еткерҙе.
— Бындай саралар республика өсөн ифрат мөһим, — тигәйне төбәк башлығы. — Айырыуса ҙур саммиттар алдынан күп ҡунаҡ ҡабул итеү тәжрибәһе тупларға тейешбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы республиканың Хәрби комиссариатындағы инспекторҙар төркөмө инспекторы Сибәғәтуллин Ростислав Имам улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән “Уралтранснефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Низаметдинов Рәмзил Рауил улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре:
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай уҡ нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.
“Нефть һәм газ комплексы Башҡортостан иҡтисадының төп тармағы, социаль тотороҡлолоҡ һәм халыҡ именлеге нигеҙе булды һәм әле лә шулай. Ул республиканың экспорт ҡеүәтен нығытыуға, мөһим социаль проблемаларҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ предприятиелары эшмәкәрлектең төп күрһәткестәрен ышаныслы үҫтереүҙе тәьмин итә. Нефть һәм газ сығарыу, ташыу күләме арта. Етештереү алымдары яңыртыла, күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтары алдынғылар иҫәбендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостанда Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы ойошторолдо.
Яңы ойошманың эшмәкәрлеге маҡсаты — инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү, конкуренцияға һәләтте арттырыу, төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреү буйынса төрлө сараларҙы ғилми йәһәттән тәьмин итеү.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов инвестиция йәлеп итеү буйынса махсус агентлыҡ ойоштороу ниәтен июнь айында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында уҡ белдергәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмле йәй етһә, тәбиғәт ҡосағында үҫкәнгәме, тыуған яҡ – Әселе йылғаһы буйы туғайҙары, Сусаҡтау, Аҡбулат тауы – үҙенә тартып тора. Ейәнсура еренә ҡыуанып аяҡ баҫҡанда, хозур тәбиғәтебеҙ ҡосағында иркенләп ял иткәндә, тирә-яҡ мөхиттең кеше ҡулы тарафынан һәләк ителеүе шул тиклем күңелде ҡыра. Абзан менән Юлдаш ауылдары араһында аҡҡан Әселе йылғаһы буйында яҙ муйыл күкрәп сәскә ата ине, ә хәҙер унда емеш ағасы табырһыңмы икән?!
Ҡороюл, Ҡаҫмарт, Һаҡмар йылғалары буйында ла ошо уҡ хәл күҙәтелә, сөнки әҙерләү контораһы хеҙмәткәрҙәре муйылды ҡиммәткә йыйҙы. Ҡайһы бер ҡырағайҙар емеш ағасын ҡырҡып, «Беларусь» тракторына, машинаға, ат арбаһына тейәп өйгә алып ҡайта ла ишек алдындағы күләгәлә генә тиреп, ағасын утынға турай торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 Алға
Бит башына