Заман “сирҙәре”н аныҡ билдәләйБөгөн кем генә ҡулына ҡәләм алмай ҙа кем генә мәҡәлә яҙмай. Бер яҡтан был — һәйбәт күренеш: һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтә, донъяға ҡарашын белдерә. Әммә барлыҡҡа килгән һүҙ бутҡаһында уҡыусыға үҙ авторын табыуы еңел түгел, бигерәк тә кешегә фекер әйтеү азатлығы бирелгән бөгөнгө заманда. Кемгә ышанырға, ҡайһы инаныстарға таянырға белмәй кителә.
Әгәр майҙанға сыҡҡан ҡәләм оҫтаһының халыҡҡа әйтер һүҙе бар һәм ул замандаштарының йөрәк ауазына тап килә, килеп тыуған проблеманан сығыу юлын уҡыусылары менән бергә эҙләй икән, бындай автор күңелдәргә юлды туранан-тура һала, ҡатып ҡалған фразалар, ҡалыптар менән эш итмәй, киреһенсә, журналистикаға яңы һулыш булып килеп ингән һүҙен сәпкә осора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1061 тапҡыр // Тотош уҡырға
Янырға икән – янырғаДонъяға яңы китап пәйҙә булды. “Янырға икән – янырға...” тип атала ул. Авторы – Рәдис Ноғоманов. Билдәле журналистың төрлө йылдарҙа ижад иткән һәм республикабыҙ матбуғатында баҫылып сыҡҡан яҙмалары – фельетондар, һүрәтләмәләр, публицистик мәҡәләләр, юлъяҙмалар һәм матбуғат өлкәһендәге хәл ителмәгән мәсьәләләргә, журналислыҡ этикаһын боҙоу осраҡтарына ҡағылышлы уйланыуҙар, фекерҙәр, тәҡдимдәр — тупланған унда.
Рәдис Ноғоманов, шәхес һәм мөхәррир булараҡ, республикала, ысынлап та, киң билдәле. Оҙаҡ йылдар дауамында ул етәкселек иткән “Өмет” гәзите – республикалағы дәүләт баҫмалары араһында иң күп таралғаны. Был осраҡта Рәдис Ноғ
Ком: 0 // Уҡынылар: 966 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысын ижадсыБашҡорттоң донъяны күреп-танып күҙаллауы һәм шул сифат уның ижады, көнитмеше, уй-фекеренә төп күрһәткес булыуы — этнологияла киң билдәле феномен. С. Рыбаков, Р. Игнатьев, С. Руденко һәм башҡа ғалимдар "тәбиғәт балаһы" башҡорттоң ни күрһә шул турала йырлауын, данлауын иғтибарға алып яҙған. Матурлыҡты, ғәжәби тәбиғәт гармонияһын билдәләр, символдар, биҙәктәр, төҫтәр ҡушымтаһы аша дөйөмләштереп, оҫта һәм нисәмә быуат кешеһен һоҡландыра алырлыҡ итеп үҙ милли кейемен эшләгән башҡорт бит ул! Тәбиғәттән бирелгән зауыҡ, тышҡы донъяның күрмәлекле фекерен тәрән һәм аҡыллы сағылдыра алыу һәләте мәшһүр Уралда төп халыҡ булып йәшәгән башҡорттоң ҡанында, генында туҡылған. Ошо милли һыҙат р
Ком: 0 // Уҡынылар: 847 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таш ҡалала йәшәһәм дә, түгел бит таш бәғерем!..Күңел һөрәне

Һөрәнләп йырлағым килә
Күкрәктәремде йыртып!
Яҙһамсы мин
тултырғансы
Күк дәфтәремдең һыртын!

Сәғәтем, аҙғын юрғалай,
Сабып сыға ла китә.
Уны эҙләп, ыҙа сигеү
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ итә.

Һөрәнләү түгел, шыбырлау
Өсөн көсөм саҡ етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
...1943 йылдың 5 июле. Төнгө 3-сө 20 минут. Бер юлы 595 артиллерия орудиеһынан утлы ҡойон урғыла. Был Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес мәле — Курск дуғаһы алышының башы.
Немецтарҙың ҡасан һөжүм башларын белгән Үҙәк фронт командующийы генерал Константин Рокоссовский дошмандан алдараҡ өлгөрә. Өс сәғәттән һуң фашистар Курск өлкәһенең Ольховатка ауылы йүнәлешендә беҙҙекеләргә ҡаршы ут аса. Ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта, 257-се ҡалҡыулыҡта беҙҙең 8-се гвардия ротаһы нығына. Яугирҙәр араһында яҡташыбыҙ, рота парторгы, взвод командиры урынбаҫары, өлкән сержант Александр Серебрянников та була.
Алыштың өсөнсө көнөндә рота командиры өлкән лейтенант Вальчук һәләк була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, терроризм — барлыҡ илдәргә лә янаған ҙур хәүеф. Әле ҡурҡыныс хәбәрҙәр Африка тарафтарынан килә. Уҙған шәмбе Кенияның баш ҡалаһы Найробиҙағы “Уэстгейт” сауҙа комплексында булған ҙур теракт донъяны тағы ҙур хафаға һалды.
Ҡоралланған бандиттар 21 сентябрҙә, сауҙа комплексына килеп инеп, бер нисә бомба ташлаған, аҙаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ундағы кешеләрҙе атырға тотонған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 68 кеше һәләк булған, 200-гә яҡыны төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаларға оҙатылған. Теракт ҡорбандары араһында Кения президентының туғаны һәм уның буласаҡ ҡатыны, Гангтан билдәле шағир Кофи Авунар ҙа бар икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Себеште көҙ һанайҙар, тиеүҙең шул тиклем тап килеүен әйт әле! Йәй буйы Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек алып барған сәйәси партияларҙың, айырым кандидаттарҙың үҙҙәренең башҡарған эшен бизмәнгә һалып ҡарар мәле етте.
Башҡортостанда бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Уларҙың тәүге ултырышы 3 октябрҙә буласаҡ.
Шуныһы үҙенсәлекле: парламент байтаҡҡа яңырҙы. Тарихта беренсегә унда алты сәйәси партия вәкилдәре эш алып барасаҡ: “Берҙәм Рәсәй”, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы, “Рәсәй патриоттары”, “Социаль теләктәшлек партияһы”, “Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 939 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр документ иҫәптә
Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары ("больничный"ҙар) — ҡәтғи иҫәп талап иткән документ. Махсус һаҡлыҡ саралары күрелгәнлектән, ялған документ яһау ғәмәлдә мөмкин түгел. Бланк номеры бик үҙенсәлекле, йәғни ул бөтә Рәсәй биләмәһендә бер тапҡыр ҙа ҡабатланмай. Әммә ошо хәлде белмәгән мутлашыусылар ҙа, ялған документты һатып алыусылар ҙа осрап тора.
Республикабыҙ биләмәһендә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары әйләнешенә контролде Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тәьмин итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 696 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Ләлә Бейешева, “Изге эштәргә юл ярыусы”, 2013 йыл, 10 сентябрь)
Ләлә апайҙы беҙ гәзиттәрҙә, сәхнәләрҙә ҡыйыу сығыш яһаған, “Аҡ тирмә” үҙәге эшен оҙаҡ йылдар һүндермәй алып барыуы менән халыҡ араһында киң билдәлелек алған шәхес булараҡ беләбеҙ. Ғөмүмән, уның ал-ялһыҙ республиканың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуы маҡтауға һәм оло ихтирамға лайыҡ. Шуға күрә гәзиттәге сығышында булған етешһеҙлектәргә күҙ йомоп та ҡарарға мөмкин ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең матбуғат биттәрендә, башҡа баҫмаларҙа йыш ҡына башҡорт милли ойошмаларының тарихын боҙоп күрһәткән фараздар урын ала башланы. Был осраҡта грек аҡыл эйәһе Аристотелдең тапҡыр бер әйтеме иҫкә төшә: “Платон, һин миңә дуҫ, әммә хәҡиҡәт ҡиммәтерәк”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
Германияла парламент һайлауҙары үтеүе, Төркиәнең Европа Союзына инергә уҡталып та йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрауы, Латин Америкаһындағы хәл-ваҡиғалар иғтибарҙы йәлеп итте.
Кисеүҙә ат алмаштырманылар
22 сентябрҙә Германия парламентына һайлау булды. Унда Ангела Меркель етәкселек иткән Христиан-демократик союзы (ХДС) менән Христиан-социаль союзы (ХСС) блогы, һайлаусыларҙың 41 процент тауышын йыйып, еңеп сыҡты. Был инде Меркель ханымға өсөнсө мөҙҙәткә лә власта ҡалыу мөмкинлеген бирә. Ә бына Ирекле демократик партия, 5 процентлы “кәртә”не үтә алмайынса, һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр парламенттан төшөп ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 781 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына