Рәсәй төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығындағы ике көнлөк Бөтә Рәсәй эш кәңәшмәһе тамамланды.
Ҙур сараның тәүге көнөндә Мәскәү ҡала һайлау комиссияһы етәксеһе Валентина Горбунова, шулай уҡ Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһаны. Форумда электрон тауыш биреү комплексына ингән яңы ҡоролма өлгөһө күрһәтелде. Электрон бюллетендәге мәғлүмәттең төрлө телдә бирелеүе мөмкин. Ҡоролма менән таныштырған Федераль мәғлүмәтләштереү үҙәге етәксеһе Михаил Попов билдәләүенсә, бындай комплекс нигеҙендә автоматлаштырылған эш урыны булдырырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Министр урынбаҫары раҫландыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Альфред Зиннәтуллинды республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Альфред Зиннәтуллин 1959 йылда Үзбәк ССР-ының Алмалыҡ ҡалаһында тыуған. 1989 йылда Силәбе дәүләт техник университетын тамамлаған. 1990—2008 йылдарҙа “Союз” йәмғиәте рәйесе, генераль директор урынбаҫары, “Аваль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була, Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында, “РосЭнергоРесурс” милли мәғлүмәт үҙәгендә эшләй. 2008 йылдан 2012 йылға тиклем — Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында бүлек начальнигы, генераль директор урынбаҫары. 2012 йылдан алып әлегә тиклем уның директоры була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡтар ҡайҙа ашҡына?Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, быйылғы туғыҙ айҙа Башҡортостанда инфляция кимәле 4,3 процент тәшкил иткән. Былтыр был күрһәткес 4,7-гә тиң булған.
Әммә… Сауҙа нөктәләренә инһәң, үрҙә телгә алынған һандың ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүенә шикләнеп тә ҡуяһың. Миҫал өсөн, хужабикәләргә аш-һыу әҙерләргә көн дә тиерлек кәрәк булған тауыҡ йомортҡаһының бер тиҫтәһен кәмендә 50 – 60 һумға, йә иһә унан да ҡиммәтерәккә һатып алырға мөмкин. Ә бит бынан бер-ике ай тирәһе элек ул 35 һум самаһы тора ине… Белгестәр был күренеште ҡош-ҡорт аҙығына, бензинға, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелеү менән бәйләй. Республикалағы ҡош фабрикалары эшмәкәрлегенә килгәндә, үҙгәрештәр юҡ: йыл башынан былтырғы кеүек үк 900 миллионға яҡын йомортҡа етештергәндәр, унан тыш магазин кәштәләрендә сит өлкәләрҙән килтерелгәне лә тулып ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватан тарихына сәйәси ҡараш – уны өйрәнеүсе һәм асыштар яһарға тырышыусыларҙың айырылғыһыҙ сифаты, сөнки был күренештең объектив һәм субъектив сәбәптәре аҙ түгел. Моғайын, иң нигеҙлеһе һәм кире ҡаҡҡыһыҙы итеп Рәсәй дәүләтенең күп милләтлелеген, әле лә империя һыҙаттарынан арынып етмәүен күрһәтергә кәрәктер. Сөнки ҡайһы бер сәйәси даирәләр өсөн батшалыҡтың уҙған быуаттарҙа яңынан-яңы биләмәләр яулауы “үҙләштереү”, “ҡушыу”, “үтеп инеү”, “буйһондороу” һ.б. кеүек ыңғай мәғәнә һалынып баһаланһа, урыҫ булмаған халыҡтар өсөн ошо уҡ күренеш “баҫып алыу”, “колониялаштырыу” тип ҡабул ителә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 839 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше хәтере... Бер ниндәй архив та һыйҙыра, һаҡлай алмаған хәл-ваҡиғалар, ҡайғы-ғазаптар, яралы яҙмыштар тупланған унда. Кеше хәтере – бер ниндәй ҡорал менән дә юҡ итеп булмаѕлыҡ, ут менән дә яндыра алмаѕлыҡ әйбер. Изге әйбер. Ҡәҙерле әйбер.
Илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле, иң ғазаплы осорҙарҙың береһе – үткән быуаттың 30-сы йылдары. Нахаҡҡа имгәтелгән яҙмыштар, сәбәпһеҙ өҙөлгән ғүмерҙәр... Күпме улар!
Иѕәндәрҙең ҡәҙерен бел, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Башҡортостанда йәшәгән, ғәйепһеҙгә рәнйетелгән сәйәси золом ҡорбандарының “Хәтер” китабының биш томы бер нисә йыл элек баѕылып сыҡҡайны. Уның беренсеһенә генә лә 6 966 кешенең исеме теркәлгән!
Ком: 0 // Уҡынылар: 775 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлығыҙ шәп, кем һалған?Насар юлдан үтергә тура килһә, уны һалыусыларҙы әрләп өйрәнгәнбеҙ, ләкин көҙгөләй ялтырап ятҡан яҡшыһын күреп, үҙҙәрен бик маҡтап бармайбыҙ. Йөрөй башлаһаң, республикабыҙҙа матур юлдарҙың байтаҡ икәнлеге күренә. Балтас юл ремонт-төҙөлөш идаралығы — нәҡ шундай сифатлы юлдарҙы күбәйтеүгә үҙ өлөшөн индергән предприятиеларҙың береһе.
Ҡасандыр бында "екке ат" тигән техника менән эш башлағандар. Бөгөнгө мөмкинлектәр ул замандағыларҙың төшөнә лә инмәгән, әлбиттә.
90-сы йылдар аҙағында юл ремонт-төҙөлөш идаралығы алдына районда ҡаты япмалы юлдарҙы төҙөү һәм тәртиптә тотоу бурысы баҫа. Эште асфальт-бетон заводының юҡлығы ғына тотҡарлай. Тиҙ арала кәрәкле ҡорамалдарҙы алып, мәсьәләне хәл итеп тә ҡуялар. Шулай итеп, 2000 йылда үҙҙәренең асфальт-бетон заводы тәүге продукцияһын бирә. Завод юл ремонт-төҙөлөш идаралығын яңы кимәлгә сығара, автомобиль юлдарын һалыу, ремонтлау, хеҙмәтләндереү бермә-бер еңелләшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 723 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынау еңел булманыСибай институты — көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн төп белем усағы. Шулай уҡ бында күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Сорғот, Магнитогорск ҡалаларынан да килеп уҡыйҙар. Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты даны хатта Рәсәй кимәлендә лә билдәле.
Күптән түгел белем усағы йәнә бер етди һынауҙы лайыҡлы үтте. Бында яңыраҡ Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы эшләп китте, һөҙөмтәлә уҡыу йорто дәүләт аккредитацияһы алды. Был мөһим эштең үҙенсәлектәре, уның әһәмиәте хаҡында ентекләберәк таныштырыу маҡсатында, институт директоры, иҡтисад фәндәре докторы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға:
– Билдәле булыуынса, һәр белем учреждениеһы аккредитация һәм лицензия документтарына эйә булмай тороп, эшмәкәрлеген алып бара алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәт, исмаһам, быймаһы!Тиҫтерҙәре осоусы, төҙөүсе, башҡа һөнәр эйәләре булырға хыялланған ғына ваҡытта Иштуған тәүге ҡалыптарын ҡулына ала.
— Атайым район үҙәгендә йәшәгән таныштарына ебәрҙе. Бер һөнәрең булыр, өйрән, тине, — ти бөгөн быйма баҫыу оҫтаһы Иштуған Ғәүнетдинов.
Был сағында малайға ун ике генә йәш була. Атаһы уны знакумы Герка Луканинға быйма баҫыу серҙәрен өйрәнергә оҙата. Хас та боронғоса, атайҙарса хәстәрлек күреп, улының киләсәген уйлап. Каникулының бер нисә аҙнаһы үтһә-үтә, ә улы ғүмерлек һөнәрле булып ҡала. Ҡайтҡас, малайына йөн тетеү, башҡа ҡорамалдар яһай, һатып ала. Ошонда Иштуғандың кескәй генә ҡулдары быймаларҙы үҙаллы баҫа башлай. Эйе, тәүге "ҡоймаҡ" төйөрһөҙ булмай, уның ҡарауы, ҡулдар нығына, ышаныс уяна, ныҡышмаллыҡ арта, яйлап оҫталыҡ килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1044 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яр Саллынан “Хыялый” килдеӘүәл-әүәлдән башҡорт менән татар яҡындан аралашып, туғанлашып йәшәгән. Ике милләт араһында бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Йыр-моңдарыбыҙ ҙа, башҡа рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә уртаҡ. Ниндәй генә ҡатмарлы замандар булмаһын, улар бер-береһенә хәленән килгәнсә ярҙам итергә, һуңғы телем икмәген дә бүлергә әҙер торған. Хәйер, был дуҫлыҡ ептәре йылдан-йыл нығый ғына.
Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа Татарстандың Яр Саллы татар дәүләт драма театрының тамашалары үтеүе лә – быға асыҡ дәлил. Ут күршеләребеҙ дүрт көн дауамында Өфөнөң “Нур” татар дәүләт театрында баш ҡала халҡының күңелен асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел йәмле булһа, донъяң да матурЯҙын морон төртөп сыҡҡан күк умырзаялар булһынмы, ҡыҙарышып бешкән ер еләккәйҙәреме, эсе шарҙай, үҙе ҡандай ҡарбуз тиһеңме, һутына тулышып баҙлап янған миләш тәлгәштәреме, күпереп сәскә атып ултырған гөлдәрме, күҙҙең яуын алыр сәскәләрме – барыһы ла тере кеүек. Ә инде сиккән ҡулъяулыҡтары, таҫтамал, селтәр шәлдәре, теккән кейемдәре, мәрйендән теҙгән панно һәм картиналары, сәйләндән эшләнгән гөлдәре, бәйләгән кофта, башлыҡтарынан иҫ китмәле зауыҡ һәм наҙ бөркөлә. Шуларҙың һәммәһен һөйкөмлө ханым Рәсимә Солтанованың алтын ҡулдары тыуҙырған.
Федоровка ауылында йәшәүсе оҫтабикәне бөтә район белә тиһәм дә, яңылыш булмаҫ, сөнки уның ҡул эштәре бер генә күргәҙмәнән ҡалмай, һәр саҡ яңынан-яңы өлгөләре менән халыҡты әсир итә. Үҙ шөғөлөнә башҡаларҙың һоҡланып ҡарауынан Рәсимә Солтанованың күңеле йәнә үҫә, талпына, ирекһеҙҙән ҡулдары энә менән епкә тартыла. Уның ҡул йылыһынан барлыҡҡа килгән илаһи мөғжизәләр һәр тарафта балҡып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына