Ә бындай күпер ташҡынға бирешмәйәсәкТашҡындан зыян күргән Әбйәлил районында әкренләп төҙөкләндереү эштәре башланды. Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш буйынса бүлек начальнигы Айтуған Фәттәхов белдереүенсә, ямғырҙар ваҡытында бөтәһе 19 күпер сафтан сыҡҡан. Шуның етеһе район көсө менән төҙөкләндерелгән. Бишәүһенә проект эштәре башҡарыла, ҡалғандары йүнәтелә. Бигерәк тә Әлмөхәмәт ауылы биләмәһендә хәл ҡатмарлы була. Ажғырып аҡҡан Ҡыҙыл йылғаһы МТС һәм Сиҙәм ауылы араһындағы берҙән-бер аҫылмалы күперҙе ағыҙа.
Ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Ғүмәрова һүҙҙәренә ҡарағанда, яҙғы ташҡындар осоронда йәйәүлеләр йөрөгән күпер бер аҙ хәүеф тыуҙырған-тыуҙырыуын, әммә уның бөтөнләй эшлектән сығыу мөмкинлеге тураһында берәү ҙә уйлап ҡарамаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибарҙан дарман артаБөрйәндә Роза Ғүмәрованы белмәгән кеше бик һирәктер. Төбәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, уны үҫтереүгә күп көс һалған, оҙаҡ йылдар яуаплы урындарҙа эшләгән абруйлы ханымды яҡташтары ихтирам итә, һәр төрлө мәсьәләлә, башланғыста фекер-кәңәшенә ҡолаҡ һала, тәжрибәһенә таяна.
Әле Роза Шәриф ҡыҙы (фотоһүрәттә — һулдан беренсе) район хакимиәте мәғариф идаралығының методика кабинетына етәкселек итә. Мәғарифтағы һәр төрлө үҙгәреш, яңы талаптар алдында баҙап ҡалмай бөрйәндәр, тәү сиратҡа халыҡ мәнфәғәтен ҡуйып, ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Һөҙөмтәле эштә етәксе урындарҙа ҙур тәжрибә туплаған Роза Ғүмәрованың тос өлөшө бар. Ошо көндәрҙә уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы министр урынбаҫарыРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсих Шәмсетдиновты Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Рәсих Хәдит улы Шәмсетдинов 1971 йылда Благовар районының Ағарҙы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында токарь булып башлай. 1993 йылдан 1999 йылға тиклем — Благовар район эске эштәр бүлегендә тәфтишсе. 1999 — 2008 йылдарҙа район хакимиәтендә юридик бүлек мөдире, хакимиәт башлығы урынбаҫары була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҙарға йөрөү ҙә кәрәкмәй...Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Фирүзә Ҡыҙрасованың йорто эргәһенән зәһәр машинаның ҡуҙғалып китеүенә һис тә аптыраманыҡ. Тимәк, тағы һатып алыусылар килгән.
Шуныһы уңайлы: көн дә етештергән һөт ризыҡтарын Фирүзә Ғәйнетдин ҡыҙы, сумка тултырып, баҙарға йөрөмәй. Ял көндәрендә генә түгел, хатта аҙна уртаһында ла өйҙән килеп һатып алыусылар етерлек. Ауылдың күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуы ла бик отошло. Көткән малдарының итен, һөтөн генә түгел, йәй емеш-еләген, көҙ бәшмәген һатып алыусылар һәр саҡ була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлфиәнең ҡыҙыл эремсеге – иң татлыһы, тәмлеһе!“... Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә лә төшмәй, хурлыҡҡа батмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, уларҙың сибәрлегенә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең был һүҙҙәре мәҡәләм геройы өсөн генә әйтелгән кеүек. Ысынлап та, тормош һынауҙары төрлөсә ҡаҡҡылап көслө дауылдар нисек тә уны һындырырға тырышмаһын, бар ауырлыҡты лайыҡлы үткән, шул саҡта ла изге күңелле, алсаҡ, көслө рухлы булып ҡала алған ябай ауыл ҡатыны Әлфиә Илғыуатоваға һоҡланмау мөмкин түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө Ислам мәккәһенә әүереләЙәмәғәтселек Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына әҙерләнә. 22 октябрҙә баш ҡалабыҙға Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән 500-ҙән ашыу дин әһеле киләсәк. Сараға әҙерлек күптән башланған. Белгестәр уның әһәмиәтен юғары баһалай. Айырыуса Аллаһ исеменә ышыҡланып ҡара эштәрен башҡарған әҙәмдәр арҡаһында ислам диненә ҡарата кире фекер тыуған мәлдә уға тоғро шәхестәрҙең йыйылыуы — әһәмиәтле ваҡиға.
Илдәге боронғо ислам үҙәгенең тарихи тамырҙары Император Екатерина Икенсенең 1788 йылғы "Юғары Указ"ына барып тоташа. Был ҡарарға ярашлы Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышы ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил хәтеренә уйылған уйҙарБик боронғо замандарҙа халыҡтар үҙҙәренең тарихын таштарға сүкеп яҙыр булған. Дастандарын балсыҡ таҡталарға сыйып ҡалдырған. Һүҙҙе айырыуса ололағанда “ташҡа баҫылған” тип әйтеү шул замандарҙан беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ташҡа баҫылған икән, тимәк, уның ысын-ысынлығына һис бер шик юҡ.
Шиғырҙарҙы ташҡа уйып яҙыу ғәҙәте, “ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым ейәндәрем уҡыр бер саҡта” тип йырҙарыбыҙҙа һаман йырланып йөрөһә лә, хәҙер тарихта ғына тороп ҡалған. Ҡайһы саҡта тормошҡа ашмаҫлыҡ уйҙар ҙа башҡа килеп ҡуя: әгәр шағирҙар әле лә шиғырҙарын ташҡа үҙ ҡулдары менән сүкеп яҙыр булһа, һүҙҙең ҡәҙере ни тиклем артыр ине, ташҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәр береһен һанап, ни тиклем һаҡсыл тотонор ине!
Ком: 0 // Уҡынылар: 777 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите – дәүләтселегебеҙ мәктәбе ул...Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, журналист булараҡ, үҙенең хеҙмәт биографияһын “Башҡортостан ҡыҙы” журналында башлай, “Башҡортостан” гәзитендә дауам итә һәм үҙенең алтмышын “Киске Өфө” гәзитендә ҡаршылай. Әгәр ҙә уның хеҙмәт урындарында эшләгән ваҡытын бизмәнләп ҡараһаҡ, ул барыбер ҙә 22 йыллыҡ эш тәжрибәһен туплаған “Башҡортостан”сы булып ҡала. Улай ғына ла түгел, уның тап ошо баҫмалағы тәжрибә һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән “Киске Өфө” гәзитенең сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә баш ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙа киң билдәлелек яулауы, күптәрҙең яратҡан баҫмаһына әүерелеүе күпте һөйләй ҙә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1241 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡот осҡос төш күреп, шыбыр тиргә батып уянып киттем. Юҡ, артымдан бер кем дә баҫтырманы, муйынымдан быуманы, үлтереү менән янаманы, бары тик ауыл ҡатынына әйләнгәнмен икән, тим.
...Их, ошо ҡәһәр һуҡҡыр будильникты. Башымды яңы ғына яҫтыҡҡа терәгән кеүек инем бит. Әҙерәк кенә ята биргәндә инде... Юҡ, ярамай, күпме һөт әрәмгә китәсәк. Әрәмгә үк түгел, әлбиттә, – быҙауҙар туйып ҡаласаҡ. Уның ҡарауы, өйҙәгеләрҙең һәр береһе сәй эсергә ултырған һайын “һөт юҡмы ни?” тип ҡабатлап, һарыуыңды ҡайнатасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 872 тапҡыр // Тотош уҡырға
Индонезияның Бали утрауында АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади берләшмәһе) саммиты үтеүе, Азербайжанда Илһам Алиевтың өсөнсө мөҙҙәткә президент итеп һайланыуы иғтибар үҙәгендә булды.
Берәү берәүгә терәү
Үткән дүшәмбе Индонезияның Бали утрауында АТЭС саммиты булды. Билдәле булыуынса, был берләшмәгә Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәй, Австралия, Мексика, Малайзия, Бруней, Гонконг, Вьетнам, Индонезия, Филиппин, Таиланд, Тайвань, Чили, Япония, Сингапур, Яңы Зеландия, Папуа-Яңы Гвинея, Перу, Ҡытай, Канада, Корея Республикаһы инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1438 тапҡыр // Тотош уҡырға