Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-иҡтисади һәм социаль яҡтан үҫешенә үҙенең тос өлөшөн индергән күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Зәғәфуран улы Зәғәфурановтың тыуыуына 100 йыл тулды.
Кешенең үткән тормошон һәм хеҙмәт юлын, бигерәк тә күренекле дәүләт эшмәкәренең автобиографияһына һәм “Шәхси эш”тә һаҡланған документтарына ғына ҡарап, тулы итеп күҙ алдына килтереп булмай. Шуға ла, оло шәхестең портретына биҙәктәр өҫтәү маҡсатында, уның ҡыҙы менән осраштым.
Флүрә Фәйзрахман ҡыҙы мөләйем йылмайып ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡулыма “Башҡортостан коммунисы” гәзитенең быйылғы июнь һаны килеп эләкте. Унда Коммунистар партияһы ағзаһы Мадриль Ғәфүровтың “Урамға Фрунзе исемен ҡайтарырға!” тигән мәҡәләһе баҫылғайны.
Шуны һәм башҡа хәбәрҙәрҙе уҡып асыуым килде, сөнки ул республикабыҙ автономияһы өсөн көрәшкән башҡорт улы Әхмәтзәки Вәлидигә ҡарата бик мыҫҡыллы һүҙҙәр ташлай. Уны “Совет власының дошманы, ҡанлы басмач, Гитлер “эйәрсене” тип атай.
Мадриль Ғәфүров республиканың элекке етәксеһен дә хурлап яҙғайны. Ниңәлер, уныңса, башҡорт башлыҡтары йүнһеҙ булып сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 632 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәүсе тормош иптәшем, атайыбыҙ Мирсәйет Ғүмәр улы ЮНЫСОВты алтын юбилейы – 50 йәшлек күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙгә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә лә кешелекле, йомарт, ярҙамсыл, изге күңелле, беҙгә терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшәргә насип итһен.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап
туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 719 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫешкә ынтылған “Йондоҙ”“Йондоҙ” хужалығы Фрунзе исемендәге колхоз нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бөгөн ул бер нисә ауылды берләштерә, фермалары иһә Аҙнағол менән Иҫәнбайҙа урынлашҡан. Әйткәндәй, хужалыҡты ҡатмарлы осорҙа тап үҙенең хеҙмәткәрҙәре бөтөн сослоғон һалып, бөлөүҙән һаҡлап ҡала алған. Быйыл “500 ферма” программаһына инеүе лә предприятиеның артабанғы үҫешенә этәргес булыр тип өмөтләнәләр бында.
– 1987 йылдан ошо хужалыҡта тир түгәм инде: сусҡа ла, быҙау ҙа ҡараным, ҡайҙа ҡушалар – шунда эшләнем, – тип ҡаршы алды беҙҙе “Йондоҙ”ҙоң алдынғы һауынсыларының береһе Рәмзилә Зиннурова. – Шуның араһында һөт тә йыйырға тура килде. Һыйыр һауғаныма ла хәҙер байтаҡ ҡына була.
“Йондоҙ”ҙоң алдынғы хеҙмәткәре Иҫәнбай фермаһына Ясин ауылынан йөрөп эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 603 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәме булған халыҡтың ғәме барСит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында яҡындан белгән һайын уларҙың рух ныҡлығына, милләт тип яныуҙарына һоҡланып ҡуяһың. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙың ташландыҡҡа әйләнә барыуы, бигерәк тә башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы кеүек кире күренештәр һәр төбәктә күҙәтелһә лә, тыуған нигеҙен ҡоротмай, уны һаҡларға тырышыусы кешеләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Күрше өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың туған телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлауында хәйбуллаларҙың өлөшө ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына...Бәй, Татарстан сигенә килеп тә еткәнбеҙ, имеш. Башҡортостандан бер төркөм әҙипте татар милли кейемендәге һыуһылыуы кеүек ҡыҙҙар сәк-сәк тәмләтеп ҡаршыланы. Ике республика сигендә туғандарса ҡолас йәйеп күрешкән кешеләргә ҡарап, халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мостай Кәримдең ҡанатлы юлдарын иҫкә төшөрҙөм: “Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән арта ғына...” Эйе, башҡорт әҙиптәре йыр-моң бүлешергә, дуҫлыҡ хистәрен арттырырға тип килде ут күршеләргә. Уйлап ҡараһаң, уртаҡлашыр нәмәбеҙ юҡ та кеүек: күптән инде башҡорттоҡо — татарҙыҡы, татарҙыҡы башҡорттоҡо булып бөткән; йырҙарыбыҙ ҙа, аштарыбыҙ ҙа бер. Ҡыҫҡаһы, Ҡазанда һыҙғырған Өфөлә ишетелә, Өфөлә ҡысҡырған Ҡазанда яңғырай...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1097 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исем үҙгәрһә лә …Стәрлетамаҡта башҡорт театры менән филармония берләште
Ошо хәбәр ҡалҡҡас, ҡала тамашасыларының: “Бер юлы йыр тыңлап моңланып та, комедия ҡарап күңелләнеп тә ҡайтабыҙмы икән?” — һымағыраҡ ярым шаяртыулы һорауҙары ишетелә башланы. Ошо йәһәттән асыҡлыҡ индереү маҡсатында Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең директоры Ринат ИШМУЛЛИНҒА юлландыҡ.
– Ринат Исҡужа улы, тамашасы һәм коллективтар өсөн был берләшеү нимәһе менән отошло?
– Ижади донъя эҙләнеүҙәрҙән тора. Сер түгел: республика мәҙәниәте һүҙ оҫталарына ҡытлыҡ кисерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аяҡтарың талмаһын!Бейек үксәле туфли, тәнгә һылашып торған тар джинсы матур ҙа, заманса ла. Уларҙың сәләмәтлеккә зыяны бармы? Ғөмүмән, ҡан тамырҙары сирҙәре нилектән барлыҡҡа килә? "Башҡортостан" гәзите уҡыусыларының һорауҙарына доцент, медицина фәндәре кандидаты, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Ғайсар Самат улы Мөхәмәтйәнов яуап бирә.
“Аяҡ-ҡулдарҙан күк китмәй, хатта ҡайһы саҡта ҡайҙа бәрелеп-һуғылып ауырттырғанды ла иҫләмәйем. Еңелсә генә бәрелеүҙән дә тән күгәрә лә ҡуя. Ҡан тамырҙарын дауалап буламы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡан баҫымың үҙен һиҙҙерәме?Быйыл Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнөң гипертонияға арналыуы һис тә юҡҡа булманы. Девизы барыбыҙға ла аңлайышлы һәм көнүҙәк: "Ҡан баҫымығыҙҙы күҙәтеп тороғоҙ!" Ысынлап та, уның ныҡ күтәрелеүе бик хәүефле, дарыу эскәндән һуң ҡапыл төшөүе лә организм өсөн насар.
Үкенескә ҡаршы, көн дә табипҡа барып кәңәшләшеү мөмкинлеге юҡ. Яҡын-тирәңдә һорап белешерлек бер медицина хеҙмәткәре лә булмаһа, тимәк, күп нәмәне үҙеңә өйрәнергә, белергә тура килә.
Ни өсөн ҡан баҫымы күтәрелә? Шаҡтай һау кешенең дә хәле бер төрлө генә тормай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1058 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер һүҙең менән йәнде дауаланың...Эй, ваҡыт!.. Ҡайҙа ашҡына, ниңә талпына, сабырһыҙланып аға ла аға икән ул? Үҙе менән бергә һағыш-ҡайғыны, йөрәк ғазаптарын осороп алып китһен ине лә бит...
Донъялағы иң ҡәҙерле кешемдең, атайымдың, беҙҙе ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсеүенә — бер йыл. Ваҡыт дауалай, тиһәләр ҙә, көндәр үтеү менән уны һағыныуыбыҙ арта ғына. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, йөрәк һулҡылдаған ауыр мәлдәрҙә: “Их, атай, иҫән булһаң... Бер һүҙең менән йәнде дауалай инең бит һин”, — тип эстән генә уға өндәшәм, серҙәремде һөйләп, рухының ярҙам итеүен һорайым...
Инәйем Сәмғиә Фәхретдин ҡыҙы менән атайым Рәфҡәт Фазыл улы Вәлишиндар Ҡолбаҡ ауылында ғына түгел, тотош Ҡыйғы районында иң абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына