Өй ҡуйыны күңелде йылытырҺағышлы, бошонҡо, тәнде лә, йәнде лә өшөткөс мәл етте. Күк йөҙөн ҡаплап алған ҡарағусҡыл болоттар, ҡыш һулышын һиҙҙергән һалҡынлыҡ, һуңғы япраҡтарҙы осорған әсе ел... Күңел өшөй, өй йылыһына тартыла, хәстәрлек көтә. Тәбиғәттең ошо мәлен, ирекһеҙҙән, етемдәрҙең күңел торошо менән сағыштыраһың.
Шуныһы ҡыуаныслы: төбәгебеҙҙә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылғандарға иғтибар артҡандан-арта. Мәҫәлән, кисә Өфөнөң Калинин районындағы “Яңы Максимовка” торлаҡ комплексында бәлиғ булған биш етемгә фатир асҡыстары тапшырылды. Күркәм сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Былтыр килгәнемдә, торлаҡ комплексы яңы ғына төҙөлә башлағайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рудик Исҡужин — Президент советнигыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рудик Исҡужинды республика Президенты советнигы итеп тәғәйенләне.
Рудик Ғәзиз улы Исҡужин 1950 йылдың 28 июлендә БАССР-ҙың Күмертау районындағы Таймаҫ ауылында тыуған. СССР Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл байраҡлы юғары мәктәбен һәм институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда Эстон ССР-ындағы һәүерташ комбинатында техник булып башлай. Унан һуң Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күршеләргә елдәй елдереп кенә...Республикабыҙҙың төньяҡ һыҙатында бай тарихлы, хозур тәбиғәтле Асҡын районы урынлашҡан. Әле ҡасан ғына был төбәктә йәшәүселәр сәфәр сығыуҙың мең ғазап икәнлеген белеп көн итһә, хәҙер бында юлдар ялтырап ята. Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә һис ҡыйынлыҡһыҙ районды арҡыры-буй йөрөп сығырға була.
Асҡын һәм Балтас юл төҙөүселәре үҙҙәренең һөнәри байрамын яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Нәҡ ошо көндәрҙә күптән көтөлгән Асҡын — Балтас республика трассаһы сафҡа инде. Күрше райондар халҡына ҙур бүләк булды был.
Ком: 0 // Уҡынылар: 607 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡеүәтле етештереү базаһы — уңыш нигеҙе"Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тармағында эшләүсе предприятиелар араһында иң олпаты һәм тотороҡлоһо — Саҡмағош юл ремонт-төҙөлөш идаралығы. Бөгөн һүҙебеҙ — уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында.
Саҡмағош районының юл хеҙмәте тарихы уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан башлана. Шул осорҙан алып ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ туплана. Бөгөн иһә идаралыҡ республиканың техник яҡтан тулыһынса йыһазландырылған алдынғы ойошмаһына әйләнде. Уларҙың эшмәкәрлеге райондың юлдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән генә сикләнмәй. Көндән-көн яңы юлдар, күперҙәр һалына, төрлө предприятие һәм социаль объект биләмәләре төҙөкләндерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ира — Магнитогорск юлы яҡшыраЮлдың сифаты тормош сифатына бәрәбәр тиһәң, моғайын, арттырыу булмаҫ. Ул ни тиклем тигеҙ, шыма икән, кәрәк урынға шунса тиҙерәк һәм хәүефһеҙерәк барып етәһең бит. Күгәрсен районының көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарын "Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы тәьмин итә.
Идаралыҡтың мәшәҡәте бихисап. Уларға йөкмәтелгән яуаплылыҡ та ҙур: хеҙмәтләндерелгән юлдарҙың оҙонлоғо буйынса республикала өсөнсө урынды биләйҙәр. Күгәрсендәр ҡарамағында — 436,6 километр төбәк һәм муниципаль-ара (уның 105 километры "Магнитогорск — Ира" төбәк автомобиль бәйләнеше), 213 километр урындағы автомобиль юлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сифатлы, заманса  магистральЙәй аҙағында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы ҡарамағына ингән юлдарҙан үтте. Әлбиттә, бында сәйер бер нәмә лә юҡ кеүек: ул ҡала һәм райондарға эш сәфәре барышында ошо трассанан даими йөрөй. Ләкин был көндө төбәк башлығы М-7 “Волга” юлындағы ҡайһы бер участкаларҙы шәхсән тикшерер өсөн килгәйне. Рөстәм Зәки улын федераль трассаларҙы реконструкциялау һәм төҙөкләндереү, эш барышында ғәмәлгә индерелгән яңы технологиялар, инновациялар, киләсәккә уй-ниәттәр, юлсылар алдында торған бурыстар ҡыҙыҡһындырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 763 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәт йырсыһыИшелеп уңған сейә баҡсабыҙҙа,
Юҡһың, әсәй, ауыҙ итергә.
Күрше инәйҙәргә кереп сыҡтым
Өлөшөңдө хәйер итергә.
Радионан үҙәктәрҙе өҙөрлөк моңло йыр яңғырай. Авторҙары — шағирә Миңлегөл Хисамова менән композитор Альбина Имаева. Был йырҙы тыңлағанда әсәһен юғалтҡан һәр кеше һағышлы хәтирәләргә бирелә, үткәндәге бәхетле мәлдәренә ҡайта, тормош тураһында уйлана, ғүмерҙең фани ғына икәнлеген, ҡәҙерен белергә кәрәклеген йөрәге аша үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1368 тапҡыр // Тотош уҡырға
МЕҢ ХИКМӘТЛЕ ЙӘМЕҢ, БАШҠОРТОСТАН, ДӘҮЕР ТОЙОМЛАРҒА ӨЙРӘТТЕ!..Борон-борондан Башҡортостандың әүлиәләр иле икәне тураһында дин әһелдәре, рухиәт донъяһы хәбәрҙар булған. Улар еребеҙҙе, илебеҙҙе төрлө афәттән һаҡлап тора, тип иҫәпләнгән. Был хаҡта һуңғы йылдарҙа ваҡытлы матбуғатта йыш яҙыла, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыла, даими рәүештә радио, телевидение тапшырыуҙары эфирға сыға, китаптар нәшер ителә. Миәкә һәм Әлшәй райондары сигендә урынлашҡан Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләр хаҡында замандаштарыбыҙ хәҙер ишетеп кенә түгел, күреп тә белә. Тау башында мәсет ҡалҡып сыҡты, борон замандан бында ағылған халыҡ хәҙер йәнә күпләп рухи көс алырға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 985 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл миләш бешер алланыпТирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында гәзитебеҙҙең үҙ аллеяһын булдырыу теләге менән күптән яна инек. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында был сара кисектерелә килде. Һауа торошо ла ҡыуандырмай: бер көндә ямғыр ҡойһа, иртәгеһенә ҡар йә борсаҡ яуа. Шулай ҙа тәбиғәттең һәр миҙгеле матур, ҡар ятмаҫ элек ағасты ултыртып ҡалырға кәрәк тип, тәүәккәлләргә булдыҡ. Беҙҙең теләкте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте лә дәррәү күтәреп алды. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юлға сыҡтыҡ.
Ағас ултыртыу — сауаплы эш. Шуғалыр ҙа ай буйы яуған ямғыр туҡтаны, хатта болоттар артынан ҡояш йылмайып ебәрҙе. Ҡырмыҫҡалы менән Өфө араһы — бер сәғәтлек юл. Ибраһим ауылына “һә” тигәнсә барып еттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 855 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Көндәлек” тапшырыуы журналистарҙың “Көмөш ҡауырһын-2013” ХII Халыҡ-ара асыҡ ижади конкурсында финалға сыҡты.
Программаның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева Ҡырымға тантанаға саҡырылды. “Көндәлек” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ни бары икенсе миҙгел генә дауам итә, шулай ҙа ул иң популяр проекттарҙың береһенә әүерелде.
— Тапшырыу башҡорт теле дәресен хәтерләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына