Иғтибар үҙәгендә — милләт-ара мөнәсәбәтВолга буйы федераль округына эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға ла килде. Уны “Өфө” халыҡ-ара аэропортында республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
Ил етәксеһе Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе, мөфтөйҙәр менән осрашты, шулай уҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер урам уңғандарыЕңеүҙең 30 йыллығы исемендәге урамда бөгөн байрам буласағын әллә ҡайҙан тоҫмалларға мөмкин. Күңелле йыр-моң ағыла. Әле иртәрәк булһа ла, барыһы аяҡ өҫтөндә. Берәүҙәр тирмә ҡора, икенселәр аш-һыу хәстәрләй…
Ком: 0 // Уҡынылар: 963 тапҡыр // Тотош уҡырға
Талпынып типкән йөрәкБөгөнгөләй асыҡ хәтерләйем: 2001 йыл ине, Туймазы татар дәүләт драма театрында Назим Хикмәттең "Онотолған әҙәм" исемле спектаклен ҡарап ултырам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Матди байлыҡ рухиәтте үҫтереү өсөн бирелә"Бер саҡ бай ир үҙенең улын ярлы ғына йәшәгән кешенең йортона алып бара. Ҡайтҡас, улынан һорай:
— Күрҙеңме, кешеләр нисек ярлы йәшәй?
Ком: 0 // Уҡынылар: 826 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кисә иртән ҡайғылы хәбәр алдыҡ: бөтә хеҙмәт юлын тиерлек гәзитебеҙҙе сығарыуға бағышлаған журналистика ветераны Юныс Кашап улы Әхмәҙиевтең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... “Арабыҙҙағы берҙән-бер 90 йәшлек ветеран бит һин!” – тип әйтергә йыйынып та бөткәйнек, уның был оло юбилейына ҡәҙәр өс ай ғына ҡалғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда бер нисә кеше алдаҡсыларҙың ҡорбанына әүерелде.
Сибайҙан пенсионер ҡатынға телефондан шылтыратып, ҡыҙының кеше тапатыуы, уны енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итәләр. Оло йәштәге ҡатын таныш булмаған әҙәмдең бөтә талаптарын үтәй, банк картаһынан 100 мең һум аҡса күсерә. Һуңыраҡ ул ҡыҙына шылтыратып, бер ниндәй ҙә фажиғәнең булмауы хаҡында белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әбйәлил районының Буранғол, Һәйетҡол ауылдары һыу баҫыу сәбәпле зыян күрҙе. Беҙ, Сермән ветерандары, уларға ярҙам итергә булдыҡ.
Тәҡдимебеҙгә ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов ҡуш ҡуллап ризалашты. Тәғәйенләнгән көнгә машинаһын да хәстәрләп ҡуйҙы. Ауыл Советы депутаты Альфред Килмөхәмәтов, ветерандар советы президиумы ағзаһы Нәзифә Шакирова, хакимиәт хеҙмәткәре Зилә Дуҫмөхәмәтова тиҙ арала халыҡтан картуф йыя башланы. Үҙемдең автомобилгә арба тағып, мин дә был изге эшкә ҡушылдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 778 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улым бала саҡтан насар күрә, ул — инвалид. Бергәләп йылдар буйы күпме дауахана юлын тапағанды һөйләп тә тормайым. Илнур хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә лә баҫылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 683 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир-уҙамандың изге эшеХалыҡ ихтыяжына иғтибарлы йүнселдәр һәм ата-бабалары иҫтәлегенә ихтирам менән ҡараған ир-уҙамандар һәр ерҙә, һәр милләттә етерлек. Улар яҡташтарына иман йорттары һалып бирә, ауылдарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереүҙә булышлыҡ итә, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡыбыҙ бөйөк шәхестәргә бай. Был уның ҡатмарлы тарихы менән бәйләнгән. Күпме беҙҙә батырҙар, донъяға билдәле яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт, хеҙмәт әһелдәре! Барыһын һанап бөтөрлөк тә түгел. Шуларҙың араһынан иң-иңдәре генә онотолмай, халыҡ күңеленә һеңдерелә бара. Теүәлләп әйткәндә, уларҙың юбилейҙары, хәтер кисәләре уҙғарыла килә. Матбуғат биттәрендә яҡтыртылып та торалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 919 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына