Сираттағы тапҡыр илдә ВЛКСМ-дың тыуған көнө билдәләнә. Был юлы ҙур, етди юбилей — 95 йыл тула уға. Йырҙа йырланғанса: “Комсомолдан айырылмайым — мәңге йәш буласаҡмын”. Үкенескә ҡаршы, улай килеп сыҡмай шул. Күңелдә генә мәңге йәш ҡалып була. Бөгөн, совет осоро йолалары юғалғанда, был байрам ВЛКСМ-дың юлын дауам итеүсе йәштәр йәмәғәт ойошмаларын берләштерә. Заманында комсомолды яҙмышына һәм тормош мәғәнәһенә әйләнгән кешеләр байрам өҫтәле янында ғына осрашып ҡалмай, бер-береһенә ярҙам итә, хәҙер инде ветерандар берҙәмлегенә әйләнгән ВЛКСМ-ды һаҡлай һәм ҡурсалай.
Йола буйынса Башҡортостандың элекке комсомолдары һәм йәштәр ойошмалары әүҙемселәре юбилей хәтере кисәһенә йыйыласаҡ. Ул 1 ноябрҙә элекке “Юность” ял базаһында үтә. Шулай уҡ Өфөлә революция һәм граждандар һуғышы көрәшселәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Ә кисә ҙур делегация Мәскәүгә юлланды, сөнки байрам тантаналары Кремлдең Съездар һарайында үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һаман йәш булып ҡалам”Вадим Ахун улы Йәркәев Ҡыйғы районынан, ун бер балалы ябай ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килгән. Өфө нефть институтын тамамлағас, 1976 – 1979 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Нефтекама ҡала комитетында беренсе секретарь булған. Йәштәр ойошмаһының юбилейы алдынан уның менән комсомол ойошмаһы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– ВЛКСМ-дың ҡала комитетын етәкләү совет заманы өсөн ярайһы уҡ юғары вазифа ине. Нисек барып эләктегеҙ унда?
– Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ысынлап та “эләктем” тип әйтергә булалыр. Икенсе яҡтан, совет осоронда ниндәйҙер вазифаға, шул уҡ комсомол эшенә лә инеп китеү еңел түгел ине. Кадрҙар һайлау эше юғары кимәлдә булды, бигерәк тә хәҙерге менән сағыштырғанда. Бының менән башлыса партия комитеттарының ойоштороу бүлектәре шөғөлләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Комсомол яҡты эҙ ҡалдырҙыБөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзының быуатҡа яҡын тарихы ватандаштарыбыҙҙың бер нисә быуыны өсөн сағыу осор булып хәтерҙә ҡалды. Йәштәр һәр ваҡыт өлкәндәр менән яңы тормош төҙөү юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп барҙы, бергәләп шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла уртаҡлашты. Улар көрәштә сыныҡты, өлкәндәрҙән яҡты киләсәк өсөн йәшәргә һәм тырышырға өйрәнде. Ошоларҙың барыһы өсөн дә улдарса рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Уҙған быуаттың 20-се, 30-сы йылдар быуынына — революция һәм граждандар һуғышы геройҙарына, ауылдарҙы коллективлаштырыуҙа һәм ҡалаларҙы индустриялаштырыуҙа ҡатнашҡандарға — ҙур рәхмәт! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың рәте һирәгәйгәндән-һирәгәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 974 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала эпик әҫәрҙәрҙе һөйләүселәрҙең халыҡ-ара фестивале үтте. 2005 йылдан үткәрелеп килгән, “Джангар ерендә – донъя эпостары” тип аталған ҙур форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән башҡарыусылар ҡатнаша. Әйткәндәй, Джангар – Йәнгер – ҡалмыҡ халыҡ эпосы геройы, ил яҙмышы өсөн йәнен аямаған әкиәти батыр.
Төрлө йылдарҙа фестивалдә Башҡортостан данын Асия Ғәйнуллина, Баязит Ғәйнуллин, Илсен Мирхәйҙәров, Розалия Солтангәрәева кеүек һүҙ оҫталары яҡланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” премияһына илебеҙҙең төрлө төбәгенән 15 кеше лайыҡ булды, улар араһында Вәкил Шөғәйепов та бар. Яҡташыбыҙ был бүләккә халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн “Халыҡ музыкаһы” номинацияһында билдәләнде.
Вәкил Шакир улы — башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Ул йоҡартылған ағас шпондан ҡурай эшләү ысулын уйлап тапҡан, шулай уҡ думбыраның боронғо өлгөләренә ҡарап, уны үҙе яһай. Вәкил Шөғәйеповҡа халыҡ уйын ҡоралдарын тергеҙеү проекттары өсөн 1988 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кроношпан” республикаға ни өсөн кәрәк?Өфө янындағы ауылда йәшәгәс, район хакимиәтенә юҡ-юҡта юл төшә. Тик бөгөнгәсә бинала ул тиклем халыҡты күргәнем юҡ ине. Зал ҙур булмаһа ла, теләгән һәр кем йәмәғәт тыңлауҙарына үтә алды. Урын етмәү арҡаһында баҫып тороусылар ҙа бихисап ине. Шулай ҙа мине үткәрмәнеләр, һүҙ бирмәнеләр тип үпкәләүсе булманы…
“Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһе тирәһендә бәхәс ҡыҙғандан-ҡыҙа. Ошо көндәрҙә был проблемаға арналған дүртенсе һәм һуңғы тыңлауҙар үтте. Билдәле булыуынса, Өфө районының Дорогин ауылы, Шакша биҫтәһе халҡы был төҙөлөшкә ҡаршы сығып, уны ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәшкәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәнде лә, йәнде лә йылытаОшо көндәрҙә Өфөлә тәүгә башҡорт дебет шәлдәре йәрминкәһе ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың шәл бәйләү оҫталығы менән дан тотҡан төбәктәре ҡатнашты. Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш, Мәләүез райондары оҫталары йәрминкәгә килгән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йыр-бейеү, ҡайнар сәй менән ҡаршы алды.
Шәл бәйләү — халыҡтың борондан килгән шөғөлө. Элек ҡыҙҙар бәләкәй саҡтан уҡ энә-еп тоторға өйрәнгән, әсәй-өләсәйҙәре уларҙы ойоҡ, бейәләй, шәл бәйләү серҙәренә төшөндөргән. Хатта туйға ла борон кәзә бүләк иткәндәр бит. Уның һөтө генә түгел, дебетенең дә шифалы булыуын яҡшы белгән боронғолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 678 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының водителдәре һәм кондукторҙары транспорт салонында шикле әйбер табылғанда үҙ-үҙеңде нисек тотоу һәм артабан нимә эшләү йәһәтенән пландан тыш инструктаж үткән.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Волгоград ҡалаһында рейс автобусында террорсы ҡатындың үҙ-үҙен шартлатыуы һөҙөмтәһендә бер нисә кеше һәләк булды, тиҫтәләгән пассажир йәрәхәтләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
2011—2012 йылдарҙағы хеҙмәттәре өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде.
Икенсе турҙа ҡатнашыу һәм йәмәғәтселек тарафынан тикшерелеү өсөн түбәндәге ойошмалар тәҡдим иткән 12 кеше һайлап алынды:
Урал Әминев — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры,
Айнур Асҡаров — “Башҡортостан” киностудияһы,
Руслан Воротников — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы,
Рөстәм Ғайсин — Республика урыҫ драма театры,
Ком: 0 // Уҡынылар: 991 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауырғазыла — яңы башлыҡАуырғазы район Советы ултырышында Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.
Зөфәр Иҙрисов 1964 йылдың 12 сентябрендә Ауырғазы районының Яңы Юлдаш ауылында тыуған. Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылдан Ауырғазы районының Ильич исемендәге колхозында слесарь-сантехник булып башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына