Санкт-Петербургтағы “Урбаника” территориаль планлаштырыу институты Рәсәйҙең Архитекторҙар союзы менән берлектә “Илдәге иң ҙур 100 ҡаланың интеграль рейтингы” тип аталған сираттағы тикшеренеүгә йомғаҡ яһаны.
Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Силәбе, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар, Омск, Волгоград, Пермь кеүек ҙур ҡалаларҙы үтеп, туғыҙынсы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта миллионлы ҡалалар араһында Өфө, Екатеринбург менән Воронеждан ғына ҡалышып, өсөнсө урында тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 512 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҙайбирҙин рухына тоғроларШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы быйыл яңы асылған Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.
Быйыл премияға 12 ҡәләм оҫтаһы һәм бер авторҙар коллективы дәғүә иткәйне, шуларҙың өсәүһе генә лайыҡлы тип табылған. Абруйлы премияны алған ҡәләм оҫталарының береһе – радио һәм телевидение журналисы Зөлфиә Рәхмәтуллина.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1059 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүнмәҫ дуҫлыҡ усағыДағстан үҙенең бөйөк улы, шағир Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Ағымдағы йыл иһә республикала Рәсүл Ғамзатов йылы тип иғлан ителгән, һәм һәр мәктәптә, урта белем биреү, юғары уҡыу йорттарында, ижади ойошмаларҙа, театр сәхнәләрендә мәшһүр шағирҙың ижадына арналған дәрестәр, осрашыуҙар, фестивалдәр, конкурстар үткән. Бындай саралар тауҙар илендә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә булды. Мәҫәлән, июль айында Мәскәүҙә Президент Владимир Путин ҡатнашлығында шағирға һәйкәл асылды, августа Төркиәлә Кавказ халыҡтарының X халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале барышында Махачкаланың туғанлашҡан Ялова ҡалаһында Рәсүл Ғамзатов бюсы ҡуйылған. Йәй башында Өфөнөң бер китапханаһында ла күренекле шағирға арналған сара уҙғарылды. Ғөмүмән, миҫалдарҙы күпләп килтереп булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 941 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зөһрә апай дауаһыВитаминдың ҡайҙа үҫкәнен беләһегеҙме? Юҡмы ни? Хәйер, белмәүегеҙ һис тә ғәжәп түгел, сөнки уны Зөһрә апайығыҙ ғына әйтә ала. Ышанмаһағыҙ, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә матур-матур биҙәктәр менән донъя күргән "Витамин ҡайҙа үҫә?" тигән китабын алып ҡарағыҙ әле — шағирә был серҙе ентекләп һәм тәфсирләп төшөндөрөп бирер.
Зөһрә апайығыҙҙың өр-яңы китабына әле генә “мейестән төшкән” тәмле шиғырҙары, “күпереп бешкән ҡалас” кеүек хикәйәләре тупланған. Бына бер шиғырын ғына “тәмләп” ҡарайыҡ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1049 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете телдә яңғырайСыуаш әҙәбиәте классигы, яҡташыбыҙ Константин Ивановтың киң билдәле ”Нарспи” поэмаһы яңыраҡ ете телдә айырым китап булып донъя күрҙе. Чебоксар ҡалаһында сыҡҡан был йыйынтыҡҡа поэманың сыуашса төп варианты, шулай уҡ урыҫ, башҡорт, татар, украин, болгар, венгр телдәренә тәржемәләре индерелгән.
“Константин Иванов исемле мөғжизәгә һоҡланып туймайым. Уның хаҡында таралған даны буйынса түгел, ә моңло, яҡты, нәзәкәтле һәр шиғри юлына ҡарап әйтәм. “Нарспи” әҫәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә, үҙемдә аңлата алмаҫлыҡ байрам тойғоһо кисерҙем”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үҙебеҙҙең гәзит бит ул!”Йылайыр районының “Ауыл уттары” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре был юлы ла “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды.
– “Башҡортостан” гәзите беҙҙең өсөн оло туғаныбыҙ кеүек. Күп осраҡта уға таянабыҙ, төрлө кәңәштәрен файҙаланабыҙ, үҙ эшебеҙҙә ҡулланабыҙ, – ти гәзиттең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ильяс Таҡалов. – Бигерәк тә район гәзиттәре өсөн өлгө һәм йүнәлеш биреүсе яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһе ул. Шуға күрә республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”ды район гәзите хәбәрселәре мотлаҡ алдырып уҡырға тейеш тигән ҡараштамын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1047 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыл эйәһеҒәбит Садиҡовтың тәүге афоризмдары бынан ҡырҡ йыл самаһы элек “Һәнәк” журналында донъя күргәйне. Ул Салауатта йәшәй ине, ҡаты тышлы ҡалын дәфтәргә тупланған яҙмаларын редакцияға шунан ебәргәйне. “Әйтелмәгән әйтемдәр” тигән исем ҡушып, уларҙы матбуғатҡа мин әҙерләп бирҙем. Был һүҙ бәйләме сәйерерәк яңғырай һымаҡ, ысынлап та, ниңә “әйтелмәгән әйтемдәр”, әйтелмәгәс, әйтем буламы ни ул тигән һорау тыуа. Мин уларҙың бығаса әйтелмәгән әйтемдәр булыуын күҙ уңында тотҡайным ул саҡта. Һуңынан Ғәбит ағай ошо исемдәге китабын да сығарҙы. Эйе, бығаса бер кем дә әйтмәгән, тормош тәжрибәһенә таянып, берәмтекләп йыйылған, кескәй генә күләменә ҙур фекер һыйҙырған әйтемдәр тупланғайны унда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1204 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кадрҙар бөтәһен дә хәл  итәБарыһының ҡыуанысы йөҙҙәренә яғылған. Уларҙың ихлас йылмайыуы бүтәндәрҙең дә күңеленә күсә. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: бихисап дәғүәселәр араһынан улар иң шәптәре тип танылған.
Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә тигән әйтем бар. Ысынлап та, дөрөҫ һайланған кадрҙар сәйәсәте баҙар шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтлелектең, уңыштың төп нигеҙе булыуына шик юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейек тау баштарында ғына мәңгелек ҡар ята. Сал сәсле күренекле шағирыбыҙ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Муса Ғәли ҙә — әҙәбиәтебеҙҙәге шундай бейек тауҙарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Киләһе йыл яңы йыл каникулы һигеҙ көн (1 — 8 ғинуар) дауам итә. 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәре байрамға тура килә. Шуға күрә Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, Хөкүмәт уларҙы 2 майға һәм 13 июнгә күсерергә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1083 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына