Быйылдан илебеҙ халҡы өсөн мотлаҡ диспансерлаштырыу индерелде. 21 йәштән өлкән һәр кеше өс йылға бер тапҡыр табиптарға күренергә тейеш. Ә балалар, студенттар һәм ветерандарҙың һаулыҡ торошо йыл һайын тикшереләсәк. Был сараның маҡсаты – оҙайлы (хроник) сирҙәрҙе уңышлы дауалау өсөн уларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау. Диспансерлаштырыу мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә бушлай үткәрелә. Ябай халыҡ был сараға ниндәй ҡарашта?
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡты кисектереп"Юлығыҙ беҙҙең яҡтарға төшкәс, районыбыҙҙың ғорурлығы булған һәүәҫкәр артистарыбыҙ менән дә танышып китегеҙ", — тине район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Маргарита Сәфәрғәлина.
Ысынлап та, ниндәй икән ул ҡөҙрәтле Ҡорғаҙаҡ шишмәһенә эйә, йәмле Әй буйын төйәк иткән, Салауат батыры менән данлы халыҡ тип мәҙәниәт йортона ашыҡтыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәрБашҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә, тигән әйтем Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысовҡа бер ҙә генә йәбешмәй. Ун биш йыл инде етәксе вазифаһын башҡарыуына ҡарамаҫтан, ул кешелекле, кеселекле булып ҡала бирә. Үҙен ҡул аҫтында эшләүселәр генә түгел, арлы-бирле таныштар ҙа ихтирам, хөрмәт итә. Ипле, итәғәтле мөғәмәлә кемде битараф ҡалдырһын инде! Ә Мирсәйет Ғүмәр улын тап ошо сифаттар ҡылыҡһырлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар Мостай рухында тәрбиәләнәӘллә ҡайҙан күренеп, мөһабәтлеге менән арбаған мәктәпкә ингәс тә, уның балҡышының эске рухлы мөхиттән килеүен аңлайһың. Балаларҙың, уҡытыусыларҙың йөҙөнән бөркөлөп торған нурға сорналып, коллективтың берҙәм, дуҫ, көслө булыуын тояһың. Эйе, ысын көс тураһында һөйләмәйҙәр, ул – һиҙелә. Бына ошондай рух ныҡлығы менән ҡаршы алды Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ҡунаҡтарын. Бында халҡыбыҙҙың оло шәхесе Мостай Кәрим иҫтәлегенә арналған сираттағы матур әҙәби кисә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1693 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыранан бушаған быяла, ҡалай шешәләре, тәмәкеһе тартылып, һуты эселеп, туңдырмаһы ашалып бөткән ҡаптар... Теләһә ҡайҙа, айырыуса аулаҡ урындарҙа туҙышып йәки өйөлөп ятҡан, полиэтилен тоҡсайҙарға тултырылып ташланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән хәҙер ҡала халҡын ғына түгел, ауылдыҡын да ғәжәпләндерә алмайһың. Сирек быуат элек күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин булмаған хәл-күренеш ысынбарлыҡҡа әүерелде. Икенсе донъя һуғышынан һуң Европала ижад ителгән “ҡулланыу йәмғиәте”нең йөкмәткеһе йәки капитализмдың хәҙерге стадияһының ҡотолғоһоҙ юлдашы ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 710 тапҡыр // Тотош уҡырға
Михнәте күп, рәхәте юҡ...“Юл хаҡын түләгеҙ!” – көн дә транспортта шулай тип ҡаршы алалар беҙҙе
Йәмәғәт транспортына ингән һайын ошо һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ, эйеме? Сос, осҡор күҙле кондуктор яныңа килеп тә етә. Һиңә билет йыртып бирә лә һорауын ҡабатлай-ҡабатлай ары китә. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тыуҙы был яҙмалар.
Ком: 5 // Уҡынылар: 1141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҙур караптарҙа йөҙгән капитан һымаҡ улар!Автомобилист тиһәң, ни өсөндөр күҙ алдына еңел машинала елдереүсе килеп баҫа. Ә уйлаһаң, был исемгә тәү сиратта йөк машиналарында эшләүсе лайыҡ бит, килешәһеңме, мөхтәрәм уҡыусым? Ҙур караптарҙа йөҙгән капитан һымаҡ улар! Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “УМиМ плюс” ойошмаһының автотранспорт участкаһы егеттәре менән аралашҡандан һуң күңелдә нәҡ шундай уйҙар тыуҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таиландҡа ялға осҡан Өфө егете дуҫына киптерелгән крокодил алып ҡайта. Был бүләктең үҙенә күрә әһәмиәте лә бар: байлыҡ, муллыҡ ылыҡтырыу билдәһе булып һанала ул. Ләкин “Өфө” аэропортына килеп төшкәс, крокодилды таможня хеҙмәткәрҙәре тартып ала. Бындай әйберҙәрҙе ил сигенән үткәрмәйҙәр. Шуға юлға сығыр алдынан таможня аша алып сығырға ярамаған әйберҙәр исемлеге менән алдан танышыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ ине. Әлегә киптерелгән крокодил экспертизала. Әгәр ҙә уның “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәне дәлилләнһә, егеткә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы, короновируслы инфекцияларға бәйле хәлдең торошо нисек – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары белгестәре ошо хаҡта һөйләне.
14 октябрҙән 20-һенә тиклем республикала киҫкен респиратор инфекция менән 12 140 кеше сирләгән, уларҙың 70 процентын 15 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 877 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Ҡаҙна, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетының ултырышында “Һалым һалыуҙың патентлы системаһы тураһында”ғы республика Законына Хөкүмәт тарафынан индерелгән төҙәтмәләр ҡаралды.
Улар буйынса бәләкәй бизнес иңенә һалынған һалым йөкләмәһе һиҙелерлек кәмергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына