Мәҙәниәт усаҡтары саҡыраМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында
2 декабрҙә – I Бөтә Рәсәй хореография фестивале;
4 декабрҙә – "Таланттар йондоҙлоғо" хәйриә концерты;
5 декабрҙә – Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Минең ғаиләм" мелодрамаһы;
6 декабрҙә – Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы буйынса әҙерләнгән Талха Ғиниәтуллиндың "Ер менән күк араһында" (премьера) өндәге күрәҙәлеге;
8 декабрҙә – Хәлисә Мөҙәрисованың "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 859 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!Был көндө Өфөлә йәшәгән йылайырҙар көтөп алды. Күптән бер-береһен күрмәгән дуҫ-иш осрашты, хәл-әхүәл белеште, йәштәр райондан сыҡҡан шәхестәр менән яҡындан танышты.
Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге район ҡурайсылары башҡарыуында “Таштүрә” көйө менән башланды сара. Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков сығышын саф башҡорт телендә башлағас, барыһы “ах” итте. Хас шул төбәк диалектында һөйләшеүен әйт әле!
Александр Васильевич ҡыҫҡаса район тормошо менән таныштырҙы, төбәккә математика, информатика уҡытыусылары етешмәүе хаҡында әйтте, йәштәрҙе тыуған яғына эшкә саҡырҙы. Бөтә ергә өлгөр, уңған егеттәр, ҡыҙҙар – Иҙел, Фаил, Илдар Алсыновтарға, Ләйсән Мостаеваға, Айгиз Ҡарасовҡа, Әмир Сараевҡа рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1272 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәйләндәргә йән өрәБер ваҡыт ҡыҙ туғаныбыҙ биҙәүестәрен күрһәтеп таң ҡалдырҙы. Матур төймәләр, ялтыр-йолтор алҡалар һәм беләҙектәр ысынлап күҙ яуын алырлыҡ ине. “Бындай матурлыҡты ҡайҙан алдың?” тигән һорауға ул ҙур ғорурлыҡ менән: “Үҙем эшләнем. Ә уларҙы яһарға беҙҙе Нәзирә Үзбәк ҡыҙы өйрәтә”, — тине.
Был әйберҙәр миндә шул тиклем ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға күрә кисекмәҫтән уларҙы үреүсе, ваҡ ҡына сәйләндәрҙән ҙур сәнғәт әҫәре – мөғжизә тыуҙырыусы оҫтабикәнең үҙе менән яҡынданыраҡ танышырға маҡсат ҡуйҙым. Хәйер, башҡа ҡатын-ҡыҙ ҙа бындай гүзәллеккә битараф булмаҫ ине.
Кескәй саҡтан ҡул эштәренә әүәҫ Нәзирә тормошта күңеленә хуш килгән шөғөлдө, һөнәрҙе оҙаҡ эҙләй. Ҡайҙа инде ул үҫкән ваҡытта баланың һәләтен асыу, үҫтереү өҫтөндә эшләү! Хәҙер генә бындай мөмкинлектәр аҙым һайын. Йәнең теләгән түңәрәкте һайларға мөмкин. Ә Илеш районының Теләпән ауылында бындай мөмкинлек булһамы, Нәзирә һис ҡулынан ысҡындырмаҫ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғарыраҡ баһаға лайыҡ“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәле тап Фирҙәүес Ғәниев тураһындалыр ул. Үҙе йәшәгән Краснокамала ғына түгел, яҡын-тирәләге райондарҙа ла уны күптән “алтын ҡуллы оҫта” тип нарыҡлайҙар, исеме республикала ғына түгел, Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле.
Ғүмеренең күп йылдарын нефть сығарыу тармағына, бер ҙә еңелдән булмаған экскаваторсы хеҙмәтенә бағышлаған, әле алтмыш йәшенә яҡынлаған ир-уҙаман ике ҡатлы өй һалып ингән. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары аҙағында ул “Иң яҡшы шәхси йорт” республика конкурсы дипломына лайыҡ булған.
Фирҙәүес ағай ауылдаштарына ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәргә лә матур-матур өйҙәр күтәрергә булыша. Үҙе әйтеүенсә, Ҡалтасы, Краснокама һәм Яңауылда өс тиҫтәнән ашыу йорт уның ҡатнашлығында төҙөлгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1001 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серле шар мөғжизәһеҺеҙҙең бер бөтөн ағастан йоморо шар уйып эшләнгән, шуның эсендә тағы берәүһе, уныһының эсендә эсе ҡыуыш өсөнсө шар булған әйберҙе күргәнегеҙ бармы? Һәр береһе икенсеһенең эсендә айырым-айырым тәгәрәп йөрөй. Юҡ, тип яуап биререгеҙгә лә ышанам. Ә бына уны эшләүсе оҫта Сибай ҡалаһынан Әнүәр Игебаев булыр.
Ағастарға йән өргән тылсым эйәһе серле мөғжизәле композицияны эшләү өсөн генә дүрт йыл ваҡытын сарыф итә. “Башҡорт тубы” тип исемләнгән серле шарҙы тәүге тапҡыр күреүселәр, уны ҡулына алғас, төрлөсә әйләндереп ҡарай. Аптырап та ҡуя бәғзеләре: нисек инде, бер ниндәй ялғауһыҙ-ниһеҙ шар эсенә бер түгел, хатта өс шарҙы индерергә мөмкин? Ҡасандыр Мәскәүҙә халыҡ-ара күргәҙмәлә тамашасылар иғтибарына ике шарҙан торған “Ҡытай тубы” тәҡдим ителгән булған. Әнүәр Нуретдин улының “Башҡорт тубы” иһә өс шарҙан ғибәрәт!
Ком: 0 // Уҡынылар: 858 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика көнөнә арналған район йәрминкәһендә йыл һайын аллы-гөллө балаҫтар, келәмдәр, башҡа ҡул эштәре тәҡдим итеүсе ҡатын күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Ғәлиәкбәрҙән Хөснә апай Исламбаева ул. Сығышы менән дә ошо ауылдан. Атаһы һуғышҡа киткәндә, үҙе әйтмешләй, әсәһенең күкрәгендә генә ҡалған ҡыҙға тиҫтерҙәре ыңғайына ауыр йылдарҙың, унан һуңғы осорҙоң байтаҡ әсе-сөсөһөн татырға тура килә.
— Атайҙан өс бала ҡалдыҡ. Апайым ауырып үлеп китте. Белемде тыуған ауылымда алдым. Мәктәп VII класлыҡ ҡына ине. Район үҙәгендә артабан уҡырлыҡ әмәл булмағас, уҡыуҙы туҡтаттым, сөнки әсәйҙең ҡулы һынып ҡуйҙы, Сәғит ағайым армияға китте, ә Әсмә апайым ауырый. “Ҡыҙыл байраҡ” артелендә эшләнем. Ҡап та һуҡтыҡ, ҡыуғында ла йөрөнөк. Ҡыҫҡаһы, ниндәй эш бар, барыһына ла егелдек. Бер мәл мәктәп директоры Зәки Хаммат улы Сәғитов миңә: “Тырыш ҡына күренәһең, артабан уҡы”, – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 799 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәләт тә, тырышлыҡ та ҡандан килә...”— Нимәне күрһәм, шуның менән шөғөлләнеп ҡарайым. Һәр береһен эшләге килә, — ти Вәсилә Фәтхетдинова.
Юҡ, һис фәстереү юҡ оҫтаның һүҙендә. Үҙе әйтмәгән хәлдә лә, өй эсен биҙәгән әйберҙәре, бәйләгән кейемдәре, өҫтәлгә теҙелгән йомшаҡ уйынсыҡтары, төрлө материалдан үреп яһалған һауыт-һабаһы, диван-карауат япмалары һәм башҡа әйберҙәр шул турала һөйләй. Ысынлап та, һәр береһен эшләгеһе килеп, теләген тормошҡа ашырған.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, һәләт тәбиғәттән, ҡандан килә. Оҫталыҡ иһә ошо һәләткә тырышлығыңды ҡушһаң ғына, ваҡыт үтеү менән “яулап” алына. Бер уйлаһаң, ер йөҙөндә һәләтһеҙ кеше юҡ – һәр кем күңелендә өлөшөнә төшкән көмөшөн йөрөтә. Тик ана шул тырышлыҡ булмау, тормошта Хоҙай биргәнде баһалап бөтмәү, үҙ урыныңды тапмау әҙәм балаһын ел ыңғайына йөрөтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтанан һайландыУчалы районында хакимиәт башлығы итеп Фәрит Фәтих улы Дәүләтгәрәев ҡайтанан һайланды.
Ул 1977 йылдың 13 майында Учалы ҡалаһында тыуған. Юғары белемле: Өфө дәүләт нефть техник университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда “Ишембай-нефть” нефть-газ сығарыу идараһында слесарь-ремонтсы булып башлай. 1999—2001 йылдарҙа — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында, 2001—2011 йылдарҙа “Башкирнефтепродукт” йәмғиәтенең Учалы филиалында, диорит карьерында, Учалы ҡалаһының төҙөлөш-монтаж идаралығында эшләй. Артабан район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. 2011—2013 йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 905 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә республика парламенты депутаттарының өсөнсө ултырышы булды. Көн тәртибенә алтмышҡа яҡын мәсьәлә сығарылды.
Хөкүмәт сәғәтендә депутаттар республиканың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе Илдар Ямаловтың сығышын тыңланы. Ул дәүләт власы һәм муниципаль райондарҙың урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегендә заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә арналған доклад тыңланды, дүртенсе йыйылышҡа кандидаттар билдәләнде.
Депутаттар егерменән ашыу закон проектын ҡараны, уларҙың бер нисәүһе закон статусын алды. Киләһе йылға республика бюджеты ҡабул ителде, 2015, 2016 йылдарға яҡынсаһы ҡаралды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Регламентына үҙгәрештәр индерелде. Тағы ла бер ҡабул ителгән законға ярашлы, парламент комитеттары янында даими эксперт органдары эшләйәсәк. Уның эсенә депутаттар, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, ғалимдар, белгестәр инәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ниһайәт, Рәсәй почтаһының эшмәкәрлегенә ҡарата халыҡтың дәғүәләрен Хөкүмәт етәкселәре ишетте!
Айҙар буйы килгән хаттар, һуңлаған гәзит-журналдар, сүплеккә ырғытылған посылкалар, кешенең ялыуҙарын бар тип тә белмәү, ғәмһеҙлек тамам йөҙәткәйне бит һуңғы йылдарҙа. Ошо көндәрҙә Хөкүмәт етәксеһе Дмитрий Медведев милли операторҙың 2023 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы буйынса махсус кәңәшмә үткәрҙе. Рәйестең әйтеүенсә, почтаның хәҙерге хәле үтә ауыр, реформа үткәрмәгәндә уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәй почтаһының хәле нилектән мөшкөлләнгән һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 916 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына