О внесении изменений в отдельные законодательные акты
Республики Башкортостан в сфере государственной гражданской службы

Принят Государственным Собранием – Курултаем Республики Башкортостан 31 октября 2013 года.
Статья 1
Пункт 3 части 2 статьи 12 Закона Республики Башкортостан от 18 июля 2005 года № 206-з «О государственной гражданской службе Республики Башкортостан» (Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан, 2005, № 18 (216), ст. 918; 2010, № 10 (328), ст. 542) изложить в следующей редакции:
«3) замещение иной должности гражданской службы при сокращении должностей гражданской службы или упразднении государственного органа в соответствии со статьей 31 Федерального закона;».
Ком: 0 // Уҡынылар: 885 тапҡыр // Тотош уҡырға
О внесении изменений в Закон Республики Башкортостан
«Об основных гарантиях прав ребенка в Республике Башкортостан»

Принят Государственным Собранием – Курултаем Республики Башкортостан 31 октября 2013 года.
Статья 1
Внести в Закон Республики Башкортостан от 31 декабря 1999 года № 44-з «Об основных гарантиях прав ребенка в Республике Башкортостан» (Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан, 2000, № 4 (106), ст. 281; 2001, № 17 (137), ст. 1229; Ведомости Государственного Собрания - Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан, 2005, № 17 (215), ст. 871; 2008, № 1 (271), ст. 13; 2010, № 16 (334), ст. 968; 2012, № 29 (395), ст. 1303) следующие изменения:
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республикабыҙҙа Халыҡты социаль яҡлау үҙәге асыла. Уны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Ведомствоға 2 декабргә тиклем яңы учреждениеның уставын раҫларға һәм уны рәсми теркәү өсөн документтарҙы тапшырырға, структураһын, финанслау сығанағын һәм күләмен билдәләргә, үҙәктең оператив идараһына тапшырылырға тейешле милектең исемлеген төҙөргә ҡушылды. Бойороҡҡа ярашлы, ойошманың штат иҫәбе 1 428 берәмек тәшкил итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 712 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш “телеграмма һуҡты”Һыуыҡ, ямғырлы көндәрҙән һуң, ниһайәт, ҡапыл йылытып, ҡояш йылмайҙы. Быйылғы көҙ халыҡты мыжыҡлығы менән аптыратты, ямғыры менән йөҙәтте шул.
Әммә республикала урынлашҡан һауаның бындай торошо оҙаҡҡа бармаясаҡ. Һуңғы йылы көндәргә ҡыуанырға ғына ҡала. Синоптиктар билдәләүенсә, киләһе ялға термометр күрһәткесе нолгә яҡынаясаҡ, ә шәмбе, йәкшәмбе ҡар яуасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юл төҙөкләндереү эштәренә бәйле уҙған аҙнала Өфөнөң Дим биҫтәһенә ингән урында автомобиль тығындары барлыҡҡа килде һәм урындағы халыҡ өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Ошо күңелһеҙ хәл әллә күпме дауам итер ине...
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәренән ҡайтышлай нәҡ шул урында туҡтап, халыҡты борсоған проблема менән яҡындан танышты.
— Кешеләр Өфөгә инер өсөн унар километр урап йөрөргә тейеш, — тип ризаһыҙлығын белдерҙе пенсионер Фирҙәүес Ғабдрахманов. — Ә инде берәй ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, “Ашығыс ярҙам” машиналары нисек үтергә тейеш?
Республика етәксеһе шунда уҡ аныҡ фекерен белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре: Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы урынбаҫары Байбурин Рауил Рәйес улы, мәҙәни үҙәк оркестрының артист-вокалисы Зубков Юрий Михайлович, Бөрө районы буйынса бүлек начальнигы Саяпов Илшат Ғәзим улы — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, штаб начальнигы урынбаҫары, анализлау, планлаштырыу һәм контроль бүлеге начальнигы Канаев Владислав Алексеевич, Учалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары Мөхәмәтшин Салауат Әлим улы, Ишембай районы буйынса бүлектең тыл начальнигы Хижәев Рәүис Рәхмәтулла улы, Бишбүләк районы буйынса бүлек начальнигы Хисамов Марат Мөнир улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 768 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тырышлыҡ ҡына һөҙөмтә бирәЙола буйынса, Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө илдә киң билдәләнә. Уҙған йома М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында был һөнәри байрам уңайынан ҙур тантана булды.
Театрҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ, ул мундирлы кешеләр менән тулған. Араларында ветерандар, курсанттар ҙа байтаҡ ҡына. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.
— Кешеләрҙең тормошо һәм һаулығы, дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә һәм оҫталығығыҙға бәйле. Беҙҙең төп маҡсат — граждандарға хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдары бергә эшләгән урында һәр саҡ һөҙөмтә күренә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостандың эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ яҡшы иҫәптә булды һәм шулай ҡала. Һуңғы йылдарҙа төбәктә енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы һәм ил буйынса иң түбәндәрҙең береһе. Был — һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙ һаулығы гәлсәрҙәй нескәФларида Фуат ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВА иң изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған: өс тиҫтә йылға яҡын ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында тороусы, гүзәл заттарҙың сәләмәтлеге өсөн ысын күңелдән көйөп-яныусы тынғыһыҙ булмышлы табип ул. Ундайҙар хаҡында ябай ғына итеп “үҙ һөнәренең оҫтаһы” тиҙәр.
Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башлайыҡ: Нуриман районының Иҫке Күл ауылында беҙҙең баҫманың тоғро дуҫтары бар: Рәсимә менән Фуат Бәҙретдиновтар “Башҡортостан” гәзитен дүрт тиҫтә йылға яҡын алдыра. Был матур ғаиләне ауылда ғына түгел, тотош районда хөрмәт итәләр – фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған Бәҙретдиновтар 55 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, оло тормош юлына сығарған. Рәсимә Мәжит ҡыҙы – РСФСР-ҙың сауҙа отличнигы, Фуат Ғилман улы – Нуриман районының абруйлы уҡытыусыларының береһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Бына ошондай матур ғаиләнең бәрәкәте-ҡото булып, дүрт ир бала араһында үҫеп буй еткергән Фларида Фуат ҡыҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1589 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элек СССР составында булған Грузия менән Тажикстанда президент һайлауы уҙыуы, Рәсәй менән Японияның һис ҡасан булмағанса дуҫлашырға ынтылышы иғтибар үҙәгендә торҙо.

“Грузин хыялы”
тормошҡа ашты
Октябрь аҙағында Грузия президентын һайлауҙа ғәмәлдәге власть партияһынан — “Грузин хыялы”нан — кандидат Георгий Маргвелашвили 62 процентлыҡ һөҙөмтә менән еңеп сыҡты. Элекке президент Михаил Саакашвилиҙың “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы кандидат итеп күрһәткән Давид Бакрадзе иһә ни бары 22 процент тауыш йыя алды. Ә бына Саакашвили власть башында саҡта оппозицияла йөрөгән Нино Бурджанадзе өсөн һайлаусыларҙың 10 проценты тауыш биргән. Шулай итеп, Грузияла власть тулыһынса яңырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моңға сорналған шиғриәтШағир, ҡурайсы, журналист
Ғәли Ильясовтың тыуыуына — 75 йыл
Уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында башҡорт поэзияһына, көслө тулҡын булып, бер төркөм йәш таланттар килде. Ошо төркөмдә үҙенең бар булмышы менән бүтәндәрҙән айырылып, йөҙөндә нур балҡып торған Ғәли Ильясов тигән дуҫыбыҙ ҙа бар ине. Үкенескә ҡаршы, нисек кенә ауыр булмаһын, "бар ине" тип әйтергә тура килә. Хоҙайҙан уға талант, һәләттәр мул бирелһә лә, Ғәли бик иртә, ижадының нәҡ өлгөрөп еткән бер мәлендә, ни бары 36 йәшендә генә, арабыҙҙан китеп барҙы. Тағы ла бер үкенес: шағир булып танылып өлгөрөүенә ҡарамаҫтан, үҙе иҫән саҡта уға бер генә китабын да донъяға сығарыу шатлығын күрергә тура килмәне (Йәштәргә тәүге китабын сығарыу элек тә ауыр булды, хәҙер ҙә еңел түгел. Ә бит яҙыусының ижади яҙмышы барыбер ҙә беренсе китапҡа бәйләнгән. Ошо китап үҙенсә бәйгелә старт алыу менән бер. Өҫтәүенә, китабың сыҡмаһа, Яҙыусылар союзына ла алмайҙар — уставында шундай талап ҡуйылған).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына