Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала электрон китап һаҡлағыс барлыҡҡа килде.
Ошоға арналған сарала сығыш яһап, Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте һәм был мәҙәни ҡиммәттән күптәр файҙаланыр тигән өмөт белдерҙе.
Сара башланыр алдынан ҡунаҡтар Милли китапхананың төҙөкләндерелгән бинаһы, “Асыҡ мөхит” программаһына ярашлы һатып алынған ҡорамалдар менән танышты. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә китаптарҙы автоматлаштырылған тапшырыу системаһы, шулай уҡ бурҙарҙы тотоусы ҡапҡа күрһәтелде. Китапхана директоры Айгөл Моратова китап һаҡлағыс эшенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ — Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” тигән исемгә Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡала округтары араһында Башҡортостандан Стәрлетамаҡ алдынғылыҡты яуланы. Призерҙар иҫәбенә Октябрьский ҡалаһы ла инде.
Бәйгелә алты категорияла 85 муниципаль берәмек ҡатнашты. Приз фонды 100 миллион һумды тәшкил итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү, муниципаль берәмектәрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур эш башҡарған өсөн ҡайһы бер биләмәләр ведомствоның дипломдары менән билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 832 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫҡа хыянат итмәйҙәрБала саҡтан “Башҡортостан” менән бергә үҫтем. Атайымдың гәзит-журналдарға булған һөйөүе балаларына ла күсте. Бөгөн туғандарымдың барыһы ла уны алдыра. Бергә осрашҡанда гәзиттә баҫылған мәҡәләләр хаҡында һөйләшәбеҙ, фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп киткән мәлдәр ҙә булғылай.
Агроном булараҡ, мин бигерәк тә ауыл хужалығы тураһындағы яҙмаларҙы яратып уҡыйым, “Йорт-ҡура”, “Баҡса” махсус биттәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап сығам. Шулай уҡ гәзиттә баҫылған хикәйәләр оҡшай. Яңы авторҙарҙың ижады күберәк донъя күрһә, отошло булыр ине.
Бер кемгә лә сер түгел, “Башҡортостан”ды күпселек ауылда йәшәүселәр һәм оло быуын вәкилдәре алдыра, шулай булғас, ауыл тормошон яҡтыртҡан, уларҙың йәшәйешен, проблемаларын сағылдырған, өлкәндәр яҙмышын һүрәтләгән мәҡәләләр күберәк булһын, тигән теләктәмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 592 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышы үтте. Унда республика етәксеһе вазифаһының исемен үҙгәртеү мәсьәләһе ҡаралды.
Башҡортостандың Конституция суды тарафынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекты тәҡдим ителде. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, тауыш биреүселәрҙең 50 проценты хуплаған осраҡта ғына был тәҡдим ҡаралырға тейеш.
13 ноябрҙән ошо закон проектына бәйле ҡултамғалар йыйыу башлана. Был башланғысты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай президиумы ағзалары ла хуплап сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 931 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улар — беҙгә, беҙ уларға ҡыҙыҡлыБашҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлеген нығыта. Һуңғы ваҡытта республикаға килгән рәсми делегацияларҙың күбәйеүе быға дәлил булып тора. Уҙған аҙнала ғына Бөйөк Британиянан эшлекле партнерҙар булғайны, кисә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһынан ҡунаҡтар килде.
Республика Хөкүмәте йортонда улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Яҡтар бер-береһенә үҙ төбәктәренең иҡтисади мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Артабан үҫтерергә кәрәкле хеҙмәттәшлек тармаҡтарын барланылар.
— Минеңсә, металлургия, машина эшләү, бойҙайҙы тәрән эшкәртеү һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ. Туризм йәһәтенән мөмкинлектәр ҙур тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Ике яҡтың да тәбиғәте иҫ китмәле матур, һеҙҙә лә, беҙҙә лә ЮНЕСКО ҡомартҡылары бар.
Президент шулай уҡ республикала заманса автомобиль юлдарын үҫтереү, торлаҡ төҙөлөшөн йылдамлатыу һәм ҡунаҡханалар һалыу кәрәклеге тураһында әйтте. Киләсәктә сауҙа әйләнешен арттырыу ҙа мөһим аҙым буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 771 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин быйылғы Указы менән “Хеҙмәт геройы” исемен тергеҙергә ҡарар итте.
Башҡортостандан кемгә бирелер икән был юғары награда тигән һорауға яуапты үҙем, элекке ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, агросәнәғәт өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән кешеләр араһынан табырға тырыштым.
Шулар араһында иң лайыҡлыһы – Өфө районының “Алексеевка” совхозы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Е.Н. Майстеренко тип иҫәпләйем. 1990 йылдан алып ошо хужалыҡтың алыштырғыһыҙ етәксеһе ул. Тәүге йылдарҙа совхоз башлыса ҡапланған һәм йылытылған ҙур булмаған майҙанда йәшелсәселек менән шөғөлләнә ине. Тиҙҙән Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә күп тармаҡлы алдынғы хужалыҡ булып танылды.
Өфө ҡалаһы халҡы йыл дауамында ошо совхозда етештерелгән йәшелсә менән тәьмин ителә. Һуңғы осорҙа хужалыҡ етәкселеге, яңы баҙар шарттарына ярашлы, баҫыусылыҡты һәм малсылыҡты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бында етештерелгән һәм эшкәртелгән иген, һөт аҙыҡтарына һатып алыусыларҙа ихтыяж ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лондонда ла беләләрҺунарсылыҡ башҡортҡа һис кенә лә ят шөғөл түгел. Милләтебеҙҙә ир-азаматтың борон-борондан батыр, ҡыйыу тигән даны таралған: суҡмар менән бүре һуғып алһынмы, йә һөңгө тотоп ҡына айыуға барһынмы... Араларында йыртҡыс ҡош менән оҫта һунар иткәндәре лә аҙ булмаған.
Үкенескә ҡаршы, башҡорттоң ҡырағай ҡош менән һунар итеү оҫталығы күптән онотолған. Уйлап ҡараһаң, милли һунарсылыҡтың йөҙө бит ул! Эйе, заманы бүтән булғас, заңы ла башҡасараҡтыр. Шулай ҙа уны бөтөнләйгә юғалып ҡалды тиһәк, хата булыр: күптән түгел билдәле этнограф Мирза Муллағоловтың "Башҡорттарҙа ыласын һунары" тигән китабы донъя күрҙе. Ул – ғалимдың ике тиҫтә йыл дауамында башҡарған этнографик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе. Белгес һунарсылыҡтың был төрөн тәфсирләп өйрәнеп, уҡыусыға шул заман оҫталарының серҙәрен еткерергә тырышҡан. Әйткәндәй, уның ошондай ҡайһы бер хеҙмәттәре Лондондағы ыласын һунары үҙәгенең сайтына ла ҡуйылған. Тимәк, унда ла боронғо башҡорт кәсебе хаҡында беләләр!
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге нәшер иткән был китапта автор XIII – XIX быуаттарҙа башҡорттарҙа үтә лә киң таралған һунар төрөн сағылдыра һәм уның үҫеш тарихын өйрәнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Социаль дәүләт – ХХI быуат капиталистик йәмғиәттәре өсөн киң таралған күренеш. Ул лайыҡлы хеҙмәт хаҡын, ихтыяждарҙың юғары дәрәжәлә ҡәнәғәтләндерелеүен, эшкә яраҡһыҙҙарға көслө социаль яҡлауҙы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һ.б. социаль хеҙмәттәрҙең үҫешкән селтәрен, социаль айырмаларҙы бөтөрөүҙе, социаль ғәҙеллекте ғәмәлгә ашырыуҙы аңлата. Икенсе донъя һуғышында еңеүселәрҙең береһе — АҠШ-тың сәйәси һәм хәрби даирәләре йоғонтоһонда йәки баҫымы аҫтында ҡабул ителгән ГФР һәм Япония конституциялары нигеҙендә үҫешкән иҡтисад өлгөләренең хәҙерге дәүер өсөн дә өҫтөнлөгө шик тыуҙырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа "амурҙар"ҙы алҡышланы“Бородино көнө” тип аталған Бөтә Рәсәй хәрби-тарихи фестиваленән ҡайтып, ил-йортта бер аҙ тын алып, ғәҙәти тормошобоҙға аяҡ баҫыу менән, “Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы ағзаларын тағы ла оло сәйәхәткә әҙерләнеү хәстәре бергә йыйҙы.
Клуб ағзаларының
коллектив йөҙө
Ҙур сығым талап иткән сәфәр, йәғни ысын мәғәнәһендә әлегәсә тиңе булмаған хәрби-тарихи тергеҙеү фестивале — “Лейпциг янындағы “Халыҡтар һуғышы” көтә ине “башҡорт яугирҙәрен”.
16 — 21 октябргә билдәләнгән халыҡ-ара фестивалдә башҡорт яугирҙәре сифатында ҡатнашыр өсөн рәсми саҡырыу республиканың ике хәрби-тарихи клубына (“Любизар” 1-се Башҡорт атлы полкы”на һәм “Өфө пехота полкы” клубына), шулай уҡ республика Хөкүмәте етәкселегенә килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа саҡырып...Тәүәтәй ауылында күптән түгел иман йорто асылды. Ҡорбан байрамы осоронда яҡташтары, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорының именлек һәм хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәсих Исҡужин ауыл халҡы өсөн ошондай байрам ойошторҙо. Күптәрҙең хыялы тормошҡа ашты: бер йыл эсендә тиерлек ауыл уртаһында матур, мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты.
Тантанала дин әһелдәре, район хакимиәте вәкилдәре, Өфөнән, күрше ауылдарҙан ҡунаҡтар ҡатнашты. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин доға ҡылды, байрамға килеүселәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. "Ислам — тыныслыҡ һәм изгелек дине. Мосолмандар үҙ-ара ғына түгел, башҡа дин вәкилдәре менән дә уртаҡ тел табырға тейеш. Аллаһ йорто һалыу — иман юлындағы тәүге аҙым ул. Мәсет асыу ғына аҙ, кешеләрҙең бында юлды онотмауы мөһим", — тине ул телмәрендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына