АҠСАРЛАҠБуранбай Исҡужин һүҙҙәре, Юлай Үҙәнбаев көйө.

Ел бауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 1138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙылыусылар артаОшо көндәрҙә ҡалабыҙҙың 3-сө һәм 7-се элемтә бүлексәләрендә “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө” булды.
7-се элемтә бүлексәһе начальнигы Флүрә Бохараева әйтеүенсә, бындай саралар гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки күптәр баҫмаларға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге хаҡында бөтөнләй белмәй. Почтаға килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итәбеҙ: бинаны байрамса биҙәп, күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Фойела почтальондар халыҡты киләһе йылға гәзит-журналға яҙҙырта, тәүге квитанцияларға бүләк ҡушып бирәбеҙ.
7-се почта бүлексәһенең гәзит-журналды, хаттарҙы халыҡҡа тапшырыу бригадаһы етәксеһе Рәйлә Әхмәҙина кешеләрҙе матбуғатҡа яҙҙыртыуға күп көс һала.
— Бөгөн халыҡ гәзит-журнал уҡымай тип әйтеп булмай, — тип һүҙ башланы ул. – Әммә баҫмаларҙың шул тиклем күп булыуы уҡыусылар араһында һайлап алыу мөмкинлеген арттыра. “Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө”н йышыраҡ үткәргәндә, һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ булыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кешеләргә Хәҙер әллә ни булды...”Лутовтар киләһе йыл өсөн гәзиткә күптән яҙылған
Дуҫыңдың кем икәнен юлға сыҡҡас белерһең, ти халыҡ. Баҫмаларға яҙылыу осоро башланһа, кемлеге таныла. Берәүҙәр аҡса юҡлыҡҡа һылтана, икенселәр, күршеһенән алып тороп булһа ла, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитле була.
Кемдер рухы алдында ла оялмай (араларында башҡорт халҡының абруйлы шәхестәре исемен йөрөткән уҡыу йорттары булыуы бигерәк тә аптырата), кемдер башҡорт милләтенән булмаһа ла, күршеһен гәзитле итә. Ни генә тимәйек, баҫмабыҙҙы көтөп алған, яратып уҡыған һәм хөрмәт иткән уҡыусыларыбыҙ, шөкөр, күп. Ундайҙар, әлбиттә, үҙен һынатып тормай – гәзиткә алдан уҡ яҙылып ҡуя. Һеҙҙе таныштырасаҡ геройҙарым да шундайҙарҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 567 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлды өҙөргә тип һалмайҙарГоризонталь буйынса: 4. Ноғман Мусиндың ете романының “кендек инәһе” булып торған яҙыусы. 9. Айырым һүҙ йәки һөйләмгә ниндәй ҙә булһа мәғәнә үҙенсәлеге өҫтәй торған ярҙамлыҡ һүҙ. 10. Мәктәп уҡыусылары араһындағы етәксе. 11. Яҙыусы, Ноғман Мусиндың уҡыусыһы, “Ҡолонташ“ китабының авторы. 13. Тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ; өгөт. 15. Билдәле бер фәнде уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән китап. 19. Көндөң башланған ваҡыты. 23. Хеҙмәтсе ҡатын. 24. 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан“ журналында Н. Мусиндың тәүге хикәйәһе баҫылып сыҡҡас, авторға “Зеленый горошек” тип өндәшә торған шағир. 25. Латин Америкаһындағы дәүләт. 27. Н. Мусиндың “Ер биҙәге” тигән повесын уҡып сыҡҡас, “Мырҙам, ер биҙәгең сағыуыраҡ булһын“, тип теләгән шағир. 28. Дегет ҡайната торған һауыт. 29. Сабый бала. 30. Фолиант нимә ул? 32. Шыйыҡ нәмә ҡойоп ҡуя торған ҙур һауыт. 36. Төҙөлөш предприятиеһы. 37. Ултыра бер аҡ сүлмәк, өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк. 38. Үҙ-ара мөнәсәбәттә булған ике кеше; пар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 856 тапҡыр // Тотош уҡырға
ӨйәңкеКүңел йөктәренең йылдар түгел, хатта көн үлсәмендә ишелеп ауырая барыуы һуңғы ваҡытта Мөғәллимде бөтөнләй бөлдөрҙө. Ҡартлыҡ баҫҡысына аяҡ баҫҡанда ла аңы теүәл, зиһене зирәк уҙаман тәҡдиренең иң мөһим мәлен иғтибарһыҙ ҡалдырғаны, вайымһыҙлыҡ күрһәткәне өсөн бирелгән яза тип ҡабул итте бөгөнгө көнөн. Ғүмер тигәнең уның эргәһенән генә елеп үтте лә китте.
Күп уйланды Мөғәллим үҙенең мәғәнәһеҙ янып бөткән ғүмер усағы тураһында. Күршеһенең тормошона ҡарай ҙа ғаиләһе, балалары юҡлығына “Балаһыҙ бер илаған, балалы мең илаған”, тип ҡуя. Рәсимдең дә артыҡ шатланырлыҡ урыны юҡ. Оло ҡыҙы, иҫерек иренән бер туҡтауһыҙ туҡмалыуҙан ауыры төшөп, бала таба алмай. Өйләнмәгән улы йыш ҡына эсеп ҡайтып ғауға ҡуптара. Кинйә ҡыҙы, ике бәпесен күтәреп, иренән айырылып ҡайтты. Кейәүе наркотик менән мауығып дауахананан сыға алмай яфалана. Балаларының ризығына ҡул һонған атай атаймы инде ул? Ҡатынының эш хаҡы етмәй, хатта балаларына тәғәйенләнгән ярҙам аҡсаһын да урлай башлағас, ҡыҙы түҙмәне, ике балаһын етәкләне лә, ҡайҙа барһын, атай йортона ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 754 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡалдырма, әсәй!” — сайттаХеҙмәттәшебеҙ, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы быйыл донъя күргәйне. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер йыл эсендә ике тапҡыр нәшер ителһә лә, ул күптән таралып бөттө. Был әҫәрҙе уҡырға теләүселәр әленән-әле редакцияға мөрәжәғәт итә. Гәзит уҡыусыларҙың үтенесен иҫәпкә алып, “Ҡалдырма, әсәй!” китабының тулы вариантын Интернетҡа ҡуйҙыҡ. Уны сайтыбыҙҙағы (http://bashgazet.ru) “Әҙәби күстәнәс” бүлегендә уҡый алаһығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡа төшкән бәләМинең уйлауымса, ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө — магазиндарҙа йөрөү һәм биҙәнеү-төҙәнеү. Ҡала урамдарынан барғанда, ҡаршыға килгән ҡыҙҙарға ҡарайым да иҫем китә. Уларҙың сәсе ниндәй генә төҫкә буялмаған! Шул ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарағанда үҙем менән булған хәл иҫкә төшә.
Вахтанан эштән ҡайтҡас, бер туған апайыма ҡунаҡҡа барып киләйем тип район үҙәгенә киттем. Өйҙәренә барып керһәм, геү килеп апайым килене менән сәс буяй. Иҫәнлек-һаулыҡ, хәл-әхүәлдәрҙе һорашҡас, апайым миңә, әйҙәле, ҡустым, һинең дә сәсеңде буятайыҡ, йөрөмә ҡарт бабайҙар шикелле аҡ баш менән, тип әйтеп ҡуйҙы. Уны-быны уйламай ризалаштым. Килен менән икәүләп минең башты әкиәттәге Фея һымаҡ сихырлай башланылар. Шунан һуң башыма шыптыр тоҡ кейҙереп, ун биш минут йөрөп торорға ҡуштылар. Урамға сығып бер тәмәке тартҡансы ваҡыт үтеп тә киткән. Башҡа кейҙерелгән тоҡто сисеп ташланыҡ та сәсте йыуа башланым. Тегеләр шырҡ-шырҡ көлә. Мин иҫәр уйҙар менән үҙемде йәш егеттәр һымаҡ тойоп ҡуйҙым. Таҫтамал менән сәсте киптергәс, теге икәү йығылып ятып көлә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 657 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәсет хужаһыНовелла
Йома намаҙы алдынан Һарун ҡарт менән Сәғит мулла талашты ла китте. Тәүгеһе: “Намаҙҙы мин алып барам”, – тиһә, икенсеһе ҡаршы төштө, сөнки был йола хан заманынан килә. Ғөмүмән, әллә нисә тапҡыр хажға барып ҡайтҡан абруйлы кеше ул Сәғит хажи.
Ә Һарун ҡарт хаҡлы ялға сығып ҡына дингә ылығып китте. Ғүмер буйы матди байлыҡ артынан ҡыуып йәшәне лә, олоғайғас, намаҙға баҫты. Бына шунда инде тәүге ҡыйынлыҡ тыуҙы. Ҡулынан ныҡлы тотҡан тормош дилбегәһе ысҡына төшкәндәй булды. Элек “Һарун бай” тип өлтөрәп торғандар ҙа хәҙер уны күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Мәсеттә лә барса ғәм, Сәғит хажи ҙа Сәғит хажи, тип өтәләнә. Уның, Һарун ҡарт һанауынса, ҡасандыр әллә ҡайҙан килгән килмешәк булыуын бөтөнләй оноттолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
ДӘҮЕРҘЕҢ ДӘҮ ҮРҘӘРЕЙәшәйештең яңы һулышы нимәнән ғибәрәт?
Яңы дәүергә аяҡ баҫтыҡ, тип икеләнеүһеҙ әйтергә була. Уның башланыуын билдәләгән айырым бер көн дә, ваҡыт та булманы. Кешелек, ғәҙәти шарттарҙа көндәлек тормошон дауам итеп, яйлап ҡына үҫеш юлының киләһе басҡысына күтәрелде. Эйе, һиҙелерлек үҙгәрештәр ҙә юҡ, күҙгә салынырлыҡ яңы йәшәү шарттары ла хасил булманы. Нимәнән ғибәрәт һуң йәшәйешебеҙҙең яңы һулышы?
Матди һәм рухи ҡиблаларға ынтылыу сиратлашып килә
Боронғо риүәйәттә маҡсатына ынтылышлы, уңышлы бер ир кеше тураһында бәйән ителә. Ул ғүмере буйына сәмләнеп мөлкәт туплап, барына риза булмай, нығыраҡ байырға тырышып йәшәгән. Олоғайған көнөндә һатып алған утрауында шулай ял иткәнендә был кеше бер мәл күңелендә бушлыҡ, яңғыҙлыҡ тойған, хатта үҙен донъялағы иң ярлы кешеләй хис иткән. Күңел байлығының ғына мәңгелек булыуына төшөнгәндер ҙә, бәлки, әммә быны аңлау өсөн тотош ғүмер юлы үтергә тура килгән. Хәйер, тормошта һуңлауҙар булмай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 976 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көтмәгәндә яҡын бер танышым (исемен үҙгәртеп, Азат тип атайыҡ) шылтыратты:
— Ағайым китеп барҙы бит, ерләшергә киләһеңме?
Мәрхүмде ҡуйғандан һуң, бер килгәндә тип, ҡәберҙәрҙе ҡарап сығырға булдыҡ — минең дә туғандар ята бит бында. Азаттарҙың ауылы әллә ни ҙур түгел, ләкин зыяратҡа килеп ингәс, ҡәберҙәрҙең күплеген күреп, күңелдә ниндәйҙер бер шом тыуа. Етмәһә, хәтһеҙ ҡәберҙәрҙең ҡалҡып сығыуына әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән кеүек. Уйымды һиҙгәндәй, танышым:
— Аптырама, был яғы “Йәштәр урамы” була инде, — тине. Уның мәлһеҙ шаяртыуына асыулана биреп тә ҡуйҙым. Ҡәберҙәр араһынан үтәбеҙ.
— Был егет һинең һымаҡ гармунсы ине. Бөтә байрамдар, туйҙар, клубтағы кисәләр унһыҙ уҙмай торғайны. Йәшләй генә китте. Унан һуң ауылда йүнләп гармун уйнаған кеше лә юҡ шикелле.
Икенсе ҡәбер. Быныһы Х класты тамамлағас та фермаға эшкә ингән, өйләнергә йөрөгәндә, яңғыҙ әсәһен ҡалдырып, башын элмәккә тыҡҡан. Эх, егет, егет... Аҙағын уйламаныңмы һуң — кемде еңдең инде?
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына