Арыҫландай батыр Арыҫланов– Әйҙә, Рөстәм! Билеңде бирмә!
– Ана шулай, һай афарин!
– Йә, Альбина, ҡурҡып торма!
– Вәт, исмаһам, батыр ҡыҙ!
…Бына шулай дәррәү дәртләндереүҙәр, ҡул сабыуҙар, һыҙғырыуҙар яңғырап торҙо Салауат ҡалаһындағы “Нефтехимик” спорт һарайында. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатына йыйылған батырҙар ике көн буйы көс һынашты.
Әлеге ярышҡа 30 илдән йәмғеһе 300-ләгән ҡатнашыусы йыйылды. Алышыусылар төрлө ауырлыҡ үлсәмендә ине. Көрәште ойоштороусылар белдереүенсә, бындай сараның Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Беҙҙә көрәш спорты – йәшәү рәүеше. Күпме батыр, донъя чемпионы тәрбиәләгән республикабыҙ! Һанай китһәң, бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәт усаҡтары саҡыраМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында
19 ноябрҙә – Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" мелоромантик трагедияһы;
20 ноябрҙә – Флорид Бүләковтың "Хыял диңгеҙе" комедияһы;
22 һәм 23 ноябрҙә – Таңсулпан Ғарипованың "Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" мюзиклы;
24 ноябрҙә – Хәлисә Мөҙәрисованың "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 773 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, "Газ-Сервис" йәмғиәтенең "Дүртөйлөгаз" филиалындағы Илеш район эксплуатация хеҙмәтенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Баянов Лаис Әбделмәлих улы, Бәләбәй "Автонормаль" заводындағы әҙерләү цехы хеҙмәткәре Ботинкин Вячеслав Константинович, Күгәрсен районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гаврилов Николай Федорович, Октябрьский ҡалаһындағы "Дорстройремонт" предприятиеһының баш инженеры Ғәзизов Рафаил Шәрхәм улы, Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡарлыман ремонт-механика заводы инженеры Ғәйнетдинов Илдус Әғләм улы, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гәрәев Таһир Лотфулла улы, Саҡмағош район Советы аппаратының ойоштороу бүлеге начальнигы Гәрәева Рида Фидай ҡыҙы, Бишбүләк районы хакимиәтендәге финанс һәм иҡтисади үҫеш идаралығының төп иҡтисадсыһы Ғилфанова Лүзиә Сәмиғулла ҡыҙы, Күмертау ҡалаһындағы 5-се ремонт-экслпуатация участкаһының урам һепереүсеһе Головнева Елена Анатольевна, Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәренең электр монтеры Данилов Сергей Иванович, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Бәләбәй юл ремонт-төҙөлөш идаралығы машинисы Йыһаншин Рим Мөбәрәкша улы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
МӘҢГЕЛЕККӘ СЫҠМА ЮЛДАРҒА...«Атай үлгән...»
…Яңы йортта беренсе тапҡыр икмәк һалған көн ине. Ағай-апайҙар ҡайҙа булғандыр, хәтерләмәйем, өйҙә әсәй, өләсәй менән өсәү генәбеҙ. Өләсәй тышта ҡош-ҡорт ҡарай, мин тәмле әпәкәй менән һыйланыуҙы көтөп, мейес янында булышҡан әсәйҙе күҙәтәм. Шул саҡ Ханнан исемле туғаныбыҙ килеп инде. Күҙ тирәһе ҡыҙарған, үҙе бер туҡтауһыҙ тамаҡ ҡыра. «Ней… Зәйтүнә килен… Рәшит ҡусты ауып үлгән бит…»
Һөйләшеүҙең аҙағы нимә менән тамамланғандыр, белмәйем, был ваҡытта өйҙән алыҫта инем – үҙем әллә ҡайҙа йүгерәм, үҙем үкһеп-үкһеп илайым. Ә башта тик бер уй мейене сүкей: «Атай үлгән...»
Техника боҙоҡ булған, тинеләр аҙаҡ. «Беларусь» тракторының ҡарарлыҡ ере лә ҡалмағайны, хәйер, ерләгәндә мәйетте лә кешегә күрһәтеп торманылар. Бына шулай, береһенән-береһе кесе алты балаһын етем ҡалдырып, атай йүнһеҙ техникала «мәңгелек юл»ға сыҡты. Шуныһы хәтерҙә уйылып ҡалған: үҙемде йыуатыпмы, атайым үлмәгән, уның урынына икенсене ерләгәндәр, ә ҡәҙерле кешем берәй серле махсус ойошмаға эшкә киткән дә ҡасан да булһа унан әйләнеп ҡайтыр, тип ышандырғайным. Саҡ дүртенсе класҡа барған малай инем шул. Их, бер ҡатлы сабый күңеле, ысынбарлыҡты ҡабул иткеһе килмәгәндер инде.
Әлбиттә, тыуым барҙа үлем бар. Тик шуныһы үкенесле: ваҡытынан алда ғүмерҙәр өҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1003 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ Мәскәүҙә ришүәтселеккә ҡаршы көрәш советы ултырышы булды. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, илдә коррупция йүнәлешендәге енәйәттәр һаны кәмегән.
Ҡайҙа нисек көрәшәләр?
Ысынлап та, статистика күрһәткестәре Президенттың был һүҙҙәрен дәлилләй. Мәҫәлән, былтыр ришүәтселек осрағы буйынса 34 меңдән ашыу енәйәт эше асылған булһа, быйыл был һан 29,5 меңгә тиклем кәмегән. "Шулай ҙа һөҙөмтәләргә ҡарап тынысланырға ярамай, сөнки коррупцияның йәшерен башҡарылған эш икәнен иҫәпкә алырға кәрәк", – тине ил етәксеһе.
Бер йылда ғына илдә ришүәт алыусылар һаны өс тапҡырға артҡан. 2013 йылдың тәүге яртыһында 692 кеше хөкөмгә тарттырылһа, тик уларҙың 8 проценты ғына әлеге мәлдә төрмәлә. Күпселеге штраф түләп ҡотолған йәки шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән.
Коррупция уты ялмап алмаған ил юҡ. Уға ҡаршы көрәш бара, һәр дәүләт үҙ ҡанундарына таянып, әүҙем эшмәкәрлек йәйелдергән. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, коррупция кимәлен түбәнәйтеүҙең сараһын язаны көсәйтеүҙә күрәләр. Ришүәт биреп өлгөргәндәрме-юҡмы икәнлегенә ҡарап тормай, ике яҡты ла хөкөмгә тарттыралар. Төрлө бүләктәр алыу ҙа тыйылған. Сингапурҙа ришүәтселек осраҡтарын тикшереүсе бюро булдырғандар. Судьяларҙың эш хаҡын күтәргәндәр. Ҡытайҙағы көрәш алымдары менән Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев та танышып ҡайтҡайны.
Ком: 1 // Уҡынылар: 878 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа "амурҙар"ҙы алҡышланыОшо сараларҙа Германияла йәшәгән, халҡыбыҙҙың хөрмәтенә лайыҡ Ирек Байышевтың ни тиклем дә ҙур һәм баһалап бөткөһөҙ егетлек ҡылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, уның өсөн тағы бер ғорурлыҡ кисерҙек. Тәүҙә манараға ҡуйылаһы уҡ менән шарҙы еңелсә йүнәткеләп, алмаштырып ҡуймаҡсы булғандар. Тик бер һүтелә башлаған манара, күп йылдар үтеп, ағас терәүҙәре ҡаҡшағанлыҡтан, бөтөнләй таралып төшә башлай. Шул мәлдә бөгөнгө тантаналы ваҡиғаларҙың булыу-булмауы ихтималлығы ла Шварца хакимиәтен борсой башлай. Ремонт өсөн бүленгән сығымдарҙың самалы ғына икәнен белеп ҡалған Ирек Байышев тиҙ арала тотош манараны йүнәтеүҙе һәм кирха стенаһына ҡуйыласаҡ таҡтаташты яһатыуҙы үҙ өҫтөнә алып, Шварца хакимиәтенә ҙур ярҙам күрһәтә. Эштәр йәнләнеп китә. Һәм бына беҙ уның тантаналы тамамланыуына шаһитбыҙ. Лейпцигта йәшәгән яҡташыбыҙҙың тәүәккәллеге беҙҙе лә, немецтарҙы ла һоҡландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелгә күңел тоташтыУҡыусыларыбыҙ менән осрашыу, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү – гәзитебеҙҙең матур йолаһы. Был юлы ла изге маҡсатыбыҙға тоғро ҡалып, Белорет яҡтарына юлландыҡ.
Сәфәребеҙ ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан башланды. Халҡыбыҙҙың рухи яңырыу йылдарында барлыҡҡа килгән белем усағында бөгөн өс йөҙҙән ашыу бала уҡый.
Барыбыҙ өсөн матур байрамға әүерелде бындағы осрашыу. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның сығышы, моғайын, һәр баланың йөрәгендә урын алғандыр.
– Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ күренекле яҙыусы исемендәге гимназияла уҡыуығыҙ менән бәхетлеһегеҙ. Тырышып белем алығыҙ, киләсәктә һеҙҙең аранан халҡыбыҙҙың яҙмышын билдәләрҙәй талантлы шәхестәр, етәкселәр сығыр тип ышанам, – тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
«Мәңгелек менән бәхәсләшмәйҙәр»Башҡортостандың баш ҡалаһына нигеҙ һалған Өфө-II ҡаласығы бөгөн ҙур бәхәс тыуҙыра. Урта быуаттарҙа башҡорттоң ҡалаһы булған тигән фекерҙе инҡар итеүселәр генә түгел, уны һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә аяҡ салыусылар бөгөн дә юҡ түгел. Боронғо башҡорттарҙың иҡтисади, сәйәси, мәҙәни тормошон ентекле өйрәнергә ҙур мөмкинлек биргән әлеге тарихи ҡомартҡы хәүеф аҫтында. Үткәндәргә, тамырҙарыбыҙға битараф булған кешеләр, был урында күп ҡатлы йорттар һалып аҡса эшләү маҡсатында ҡаласыҡ биләмәһенән ер бүлеүҙәрен һорап, Хөкүмәт тупһаһынан китмәй. Әйтерһең дә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау тураһындағы закондары уларға ҡағылмай. Ни өсөн урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһын – уникаль археологик ҡомартҡыны вәхшиҙәрсә ҡыйратыуға юл ҡуйыла? Әлбиттә, республика Президенты 2010 йылда ҡаласыҡ биләмәһендә булғандан һуң, уны һаҡлап ҡалыуҙа, ғилми йәһәттән өйрәнеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне һәм һүҙендә торҙо: 2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы» дәүләт-бюджет ойошмаһы булдырылды. Әммә Президентыбыҙ берәү, ә дәүләт ойошмалары – күп тармаҡлы. Тимәк, ҡайһылыр власть органдарында алда әйтеп кителгән закондар ҙа, бойороҡтар ҙа үтәлмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 687 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул ваҡытта беҙ әле "йәшел" инек, йәғни бала-саға ғына, әммә танауға еҫ кергән һәм дәртле музыка аҫтында бейеүҙең, талпыныуҙың ни икәнен белгәнбеҙҙер инде, күрәһең. Элекке мәсет клуб хеҙмәтен үтәй ине, ана, шунда йыйылыштыҡ класташ ҡыҙҙар менән: бик бейеге килә. Ә иң шәп, заманса көйҙәр, йырҙар тик бында ғына. Ағайҙар, апайҙар Өфөнәнме, ҡайҙандыр магнитофон кассеталарында алып ҡайта был музыканы. Килеүен килдек тә бит, тик инергә оялдыра, ә ҡулдарҙағы магнитофонда, клубта теге дәртле көйҙәр башланды…
80-се йылдарҙа бөтә донъя кимәлендә, элекке СССР-ҙа дискотека хиттарын башҡарыусылар көҙҙөң һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙға килә. 22 ноябрҙә Өфөнөң Спорт һарайына киске сәғәт 7-гә тамашаға рәхим итегеҙ, кемдәр йәшлеге, мәктәп йылдарындағы кисерештәре менән яңынан осрашырға теләй!
F.R.David – йырсы, композитор, киноларға йырҙар яҙыусы «Words», «Pick Up The Phone» кеүек киң билдәле, күптәр тарафынан бөгөн дә бик йылы ҡабул ителгән йырҙарын башҡара. Иҫегеҙгә төштөмө, кемдәр был көйгә бейегән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 883 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҙур сумаҙан”лы егетБаш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә тыуып үҫкән егет тормошон телевидение менән бәйләрмен тип күҙ алдына ла килтермәй. Рәсәй рок «йондоҙ»ҙарының береһе, Өфө ҡыҙы Земфира Рамазанова менән бер ихатала уйнап үҫә ул. Уның менән бергә балалар баҡсаһына йөрөй, артабан 56-сы мәктәптә белем ала. Башҡорт дәүләт университетында – филолог, М. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетында психолог һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Республика башҡорт лицей-интернатында психологтан уҡыу йорто директорының ғилми-методика буйынса урынбаҫарына тиклем хеҙмәт баҫҡысын үтә. Әммә бер көн килеп уның тормошо бөтөнләй үҙгәрә...
«Башҡорттар.ru» командаһы хаҡында күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Шаян ҡыҙ һәм егеттәрҙән торған төркөмдө Рөстәм Аҙнабаев ойоштора. Һәр ваҡыт беренселекте яулаған командаға 2005 йылда үткәрелгән бәйгелә алдынғы урынды бирмәйҙәр. «Дөрөҫ баһаламанылар, сара ғәҙел булманы», – тип, сәмсел егет «Тамыр» телеканалына башҡорт «Ералаш»ын төшөрөү тураһындағы уй-теләге менән килә. Телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина егеттең уңыштары хаҡында ишетеп белгән була. Шуға уның проектын хуплай, тик исемен «Байтус» тип үҙгәртә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 843 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына