Көтмәгәндә яҡын бер танышым (исемен үҙгәртеп, Азат тип атайыҡ) шылтыратты:
— Ағайым китеп барҙы бит, ерләшергә киләһеңме?
Мәрхүмде ҡуйғандан һуң, бер килгәндә тип, ҡәберҙәрҙе ҡарап сығырға булдыҡ — минең дә туғандар ята бит бында. Азаттарҙың ауылы әллә ни ҙур түгел, ләкин зыяратҡа килеп ингәс, ҡәберҙәрҙең күплеген күреп, күңелдә ниндәйҙер бер шом тыуа. Етмәһә, хәтһеҙ ҡәберҙәрҙең ҡалҡып сығыуына әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән кеүек. Уйымды һиҙгәндәй, танышым:
— Аптырама, был яғы “Йәштәр урамы” була инде, — тине. Уның мәлһеҙ шаяртыуына асыулана биреп тә ҡуйҙым. Ҡәберҙәр араһынан үтәбеҙ.
— Был егет һинең һымаҡ гармунсы ине. Бөтә байрамдар, туйҙар, клубтағы кисәләр унһыҙ уҙмай торғайны. Йәшләй генә китте. Унан һуң ауылда йүнләп гармун уйнаған кеше лә юҡ шикелле.
Икенсе ҡәбер. Быныһы Х класты тамамлағас та фермаға эшкә ингән, өйләнергә йөрөгәндә, яңғыҙ әсәһен ҡалдырып, башын элмәккә тыҡҡан. Эх, егет, егет... Аҙағын уйламаныңмы һуң — кемде еңдең инде?
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуң булмағайы...Тағы ла тел тураһында
Тауыҡ төшөнә тары керә. Ә тел темаһы яҙыусының теленән төшмәй. Был турала мин дә бер нисә тапҡыр яҙып үткәйнем инде: “Телдән яҙып барабыҙмы?”, "Ни өсөн “Башҡортостан тарихы” уҡытыусылары башҡортса белмәй?” (“Шоңҡар” журналы сайтындағы блогтан).
Урыҫ телендә асылған “УЖ – “Уфимский журнал” порталында тел тураһында, бигерәк тә башҡорт теле хаҡында бик күп темалар күтәрелә һәм алып барыла. Мин дә йыш ҡына унда кереп сығам, ҡыҙыу бәхәстәрҙе күҙәтеп барам, ҡайһы саҡта ҡатнашып та китәм. Әйтергә кәрәк, унда “ултырған” халыҡта һис кенә лә бәхәс мәҙәниәте юҡ, нимә генә башланһа ла, бер яҡҡа борола ла китә. Ул да булһа – йәнәһе, Башҡортостанда башҡа халыҡтарҙың “ҡол хәлендә”, “эт типкеһендә” йәшәүе. Бигерәк тә тел һәм мәҙәниәт өлкәһендә харап икән эштәр. Әйтәйек, бәхәс Сочиҙағы Олимпия уйындары тураһында башлана. Әммә бер нисә өҫтәмәнән һуң ул мотлаҡ Башҡортостанға күсеп (Башҡортостан спортсылары ла, волонтерҙар ҙа ул Олимпиадала ҡатнашасаҡ), тел темаһына төшә башлай. Шунда беҙҙең бахыр олимпиясылар йәл булып китә: уларҙың “алтын” яулай алмаясаҡтары алдан уҡ фаразланған даһа – мәктәптә башҡорт телен көсләп тағыу сәбәпле, спортсыларыбыҙ урыҫса йүнләп белмәй икән! Ә урыҫса һөйләшмәйенсә (Рәсәй ҡалаһында!), шундай оло ярыштарҙа нисек ҡатнашырға һәм еңергә мөмкин – ҡаҙаҡ килеп, башҡортса әйтештә еңә аламы? Тимер логика, әйтәгүр, йүкәлә икән сәтләүек, тигәндәй...
Ком: 0 // Уҡынылар: 827 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шаяртыу хаҡы
— “Ҡунаҡһарай”ға, “Ял”, “Элекке таныш” кафеларына, “Арсенал” кинотеатрына шартлатҡыс һалғандар!
Нефтекама ҡалаһының эске эштәр бүлегенә бер-бер артлы ошондай шомло хәбәрҙәр килгәс, бөтәһе аяҡҡа баҫа. “Ашығыс ярҙам”, янғын һүндереү машиналары хәрәкәткә килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәүефле биналарҙы ҡамап ала, кешеләр тыныс урынға сығарыла, китә һәр бер мөйөштө тикшереү. Бәхеткә күрә, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс әйбер табылмай.
Тәртип һаҡсылары “шаяртыусы”ны тиҙ асыҡлай: ул 37 йәшлек ир була. Шаяртыу хаҡы бик ҡиммәткә төшмәксе. Ялған шылтыратыу өсөн уға өс йылға тиклем төрмә срогы янай. Бынан тыш, “бомбаны эҙләү өсөн” киткән сығымды ла кеҫәһенән сығарып түләргә тура киләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өҙөлгән ғүмерҙәрйәки Ни өсөн балалар яҡты донъя менән хушлаша?
Бынан биш-алты йыл элек булған ваҡиға әле һаман онотолмай. Ауылыбыҙҙағы бер малай үҙ-үҙенә ҡул һалғайны. Бер уйлаһаң, сәбәбе лә ғүмер өҙөрлөк түгел кеүек. Яратып йөрөгән ҡыҙы икенсене оҡшатыуы һәм киләсәктә уның менән бергә буласағы хаҡында әйткән…
Бер нисә көн буйы мәктәп уҡыусыһын ауыл, яҡын-тирәләге тау-урман буйлап эҙләнеләр һәм уның үле кәүҙәһен төҙөлөп ятҡан йорттарҙың береһендә таптылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ромео менән Джульетта тарихы әле һаман көнүҙәк булып ҡала. Класташына йәки мәктәптәге башҡа малайға ғашиҡ булған ҡыҙҙар хистәрен кире ҡаҡҡанды йәки көлгәнде күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалыусан. Ә малайҙарҙы ҡыҙҙарҙың «яратмайым» тип әйтеүе һәм башҡаны һайлауы яҡты донъя менән хушлашырға мәжбүр итә. Ҡыҙ менән малайҙың бер юлы үлеү осраҡтары ла бар. Сәбәбе: уларҙы ата-әсәһе айырырға маташҡан йәки башҡа сәбәптәр саф мөхәббәттәренә кәртә булған. Үҫмер ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыу осраҡтарының да 25 проценты үлем менән тамамлана икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 760 тапҡыр // Тотош уҡырға
2014 – 2016 йылдарға дәүләт ҡаҙнаһы проектын беренсе уҡыуҙа уҡ Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй”ҙән башҡа фракциялар ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм фекерен йәмәғәтселеккә еткерергә ашыҡты.
Фәҡирлеккә терәлдек
– Хөкүмәт проектта нефткә хаҡтарҙы, шуның менән ҡаҙна килемдәрен дә кәметеп күрһәтә, – ти “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесе С. Миронов. – Беҙ бындай ҡараш менән килешә алмайбыҙ.
КПРФ рәйесе Г. Зюганов иҡтисадҡа һәм ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтелмәүгә бәйле ризаһыҙлығын еткерҙе, ЛДПР вәкиле иһә дәүләттең граждандар алдындағы социаль йөкләмәләрен үтәй алыу-алмау проблемаһы тыуыу менән бәйле, демократтар был проект өсөн тауыш бирмәйәсәк, тип ысҡындырҙы. Дөрөҫ, был ҡараштарҙың Думала иҫәпкә алынмауы ла ихтимал, сөнки “Берҙәм Рәсәй” фракцияһының ҡаҙна проектына юл асыу өсөн тауышы былай ҙа етерлек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 699 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кроношпан” тирәләй ығы-зығы нигеҙһеҙ”Рәсәй Президентының Контроль идаралығы һәм Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты Өфө эргәһендә “Кроношпан” заводын төҙөүҙең нигеҙлелеген тикшерҙе. Ревизорҙарҙың сәфәре бына бер нисә ай инде объектты төҙөүгә ҡаршы сығыш яһаған граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәренә бәйле. Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратына хәлде контролгә алырға ҡушылды. “ФедералПресс. Приволжье” хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Михаил Бабич ошо хаҡта һөйләне.
— Тикшереү Президенттың Контроль идаралығы менән Тулы хоҡуҡлы вәкил аппараты тарафынан үткәрелде. Ул башланғанға тиклем үк бөтә идара итеү ҡарарҙары ҡабул ителгәйне инде, — тине М. Бабич. — Мин үҙем республикаға барып, завод төҙөүгә әҙерлектең ойошторолоуын ҡараным, етәкселәрҙең докладын тыңланым. Халыҡтың инициатива төркөмө белдергән дәғүәләр буйынса фекер алыштыҡ. Улар күп йәһәттән нигеҙле тип танылды. Тикшереү башланғанға тиклем объектты төҙөү буйынса эш туҡтатып торолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәрҠарайым да аптырайым: ҡайһы бер хоккейсылар команданы бирсәткә урынына алмаштыра. Йүнле оҫталыҡҡа эйә булмаһалар ҙа, йәһәт яңы йылы урын таба һалалар. Шулай бер ерҙән икенсеһенә күсеп, ғәмһеҙ генә ваҡыт уҙғара торалар. “Салауат Юлаев”ҡа ла быйыл ғына килгән Алексей Гришин китеп барҙы, ә Томаш Заборски тәүге матчында гол индерҙе лә тынысланды. Былтырҙан бирле һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә алмаған Игорь Мусатовты ла ебәрергә мәжбүрҙәр. Урынына үҙебеҙҙең Никита Щитов ҡайтты. Әллә-әллә, фәтүә булырмы?..
Капитаныбыҙ Виталий Прошкин операциянан һуң өс ай йүнәләсәк әле. Йәл. Команданы кем туплар һуң? Күренеп тора, һәр кем юрғанды үҙ яғына тарта. Ә бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәр, ти халыҡ. Билдәле, Ҡаҙағстандан “Барыҫ” – лидер, унан еңелгәнгә ғәжәпләнергә түгел. Ә бына Мәскәүҙән “Спартак” нимәһе менән юлаевсыларҙан өҫтөнөрәк? Күрәһең, ҡара тырышлығы менән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында Яңы 2014 йылды байрам итеү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы раҫланды.
23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында “Президент шыршыһы” ойошторола. Унда ҡала һәм райондарҙан уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, художество үҙешмәкәрлек фестивале лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары саҡырыла.
Ойоштороу комитетына күмәк саралар барышында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, янғын хәүефһеҙлеген, медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын, балаларҙы имен ташыуҙы тәьмин итергә ҡушылды. Киң мәғлүмәт сараларында байрамды яҡтыртыу ойошторола, мәҡәләләр һәм тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Боинг“ компанияһының Рәсәй һәм БДБ буйынса президенты Сергей Кравченко менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда авиатөҙөлөш өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, республика предприятиеларын компанияның сервис хеҙмәте күрһәтеү үҙәктәрен ойоштороуға йәлеп итеү мөмкинлеге тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Авиация-техник етештереү хаҡында һөйләгәндә Рөстәм Хәмитов республиканың ярайһы уҡ ҙур мөмкинлектәргә эйә булыуын билдәләне.
— Авиация двигателдәре буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ. Был йәһәттән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡасандыр үҙем дә ошо предприятиела эш башланым, уны яҡшы беләм. Һуңғы өс йылда берекмәлә етештереү күләме икеләтә артты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Росатом”дың сайтында урынлаштырылған мәғлүмәткә һәм республика Конституция судының әле тикшерелгән закон сығарыу башланғысына аңлатма бирҙе.
Хәбәрсе: Интернет селтәрендә атом станцияларының радиоактив ҡалдыҡтарын Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостандың Иглин районындағы Ләмәҙ ауылында күмеү тураһында мәғлүмәткә бәйле әүҙем фекер алышыу бара.
Рөстәм Хәмитов: Был сәйер хәл детективты хәтерләтә. “Росатом”дың радиоактив ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу үтенесе менән Башҡортостан Хөкүмәтенә лә, республика биләмәһендәге башҡа федераль ведомстволарға ла бер ҡасан да мөрәжәғәт иткәне булманы. Мәғлүмәттең ҡайҙан сығыуын асыҡлау өсөн “Росатом”ға рәсми һорау ебәрҙек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 390 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдар Байбулатов — финанс министры урынбаҫарыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илдар Байбулатовты республиканың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Илдар Зинур улы Байбулатов 1974 йылда Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында төп белгес булып башлаған.
1999 йылдан 2005 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетындағы Эштәр идаралығының төп белгесе, Хөкүмәт Аппаратында баш белгес, бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһы мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары. 2005 йылдан әлегә тиклем Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фондының генераль директоры булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Евгений Маврин — иҡтисади үҫеш министрыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Евгений Мавринды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш министры итеп тәғәйенләне.

* * *
Президенттың икенсе Указына ярашлы, Александр Марьин үҙ теләге менән Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры вазифаһынан бушатылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 384 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғлүмәт һәм коммуникация технологияларын камиллаштырыу мәсьәләһе – республикала дәүләт власы органдарының даими иғтибар үҙәгендә. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышы ла ошо темаға арналды.
Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Мәғлүмәт һәм телекоммуникация технологияларын үҫтереү эшенең ҙур өлөшө күптән түгел булдырылған Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡҡа йөкмәтелгән. Ведомство етәксеһе Илдар Ямалов әйтеүенсә, республикалағы норматив-хоҡуҡи базаға ярашлы дәүләт органдарын мәғлүмәтләштереүҙе көйләүсе һәм тормошҡа ашырыусы механизмдар булдырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нимә һуң ул моң? Был төшөнсәгә берәү ҙә аныҡ яуап бирә алмай. Ә шулай ҙа йыр-моңһоҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Барлыҡ шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәсрәттәребеҙ ҙә быуындан быуынға күсә килгән халыҡ көйҙәрендә ята.
Ана шул рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында 1997 йылдан алып Туймазы ҡалаһында “Оҙон көй” башҡорт йыры конкурсы үткәрелеп килә. Башта был бәйге ҡала кимәлендә генә уҙғарылһа, хәҙер иһә Татарстандан, Мәскәү, Сорғот, Ырымбур, Силәбе тарафтарынан да ҡатнашалар.
Быйылғы конкурстың иң төп бүләген Ғафури районынан Рәмил Сәйфуллин яуланы. Уға 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Танылған публицисты, гәзитебеҙҙең даими авторын юғары наградаға лайыҡ булыуы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 412 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 9 10 11 12 13 14 15 16 17 ... 26 Алға
Бит башына