Алтын йүгән атты яҡшыртмаҫ, тиһәләр ҙә...Республикабыҙ халыҡ-ара кимәлдә үҙенең абруйын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барасаҡ. Был турала Хөкүмәт Президиумының ошо мәсьәләгә арналған ултырышында билдәле булды.
Башҡортостандың абруйын үҫтереү буйынса концепция проекты әҙер, ул тап ошо ултырышта раҫланды ла инде. Был документ халыҡ-ара кимәлдә республиканы яҡшыраҡ танытырға, күптәрҙе беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә ынтылыуға этәрергә тейеш.
– Донъяға Башҡортостанды заманса иҡтисады булған, сифатлы тауарҙар етештереүсе, инвестицияларға һәм хеҙмәттәшлеккә һәр ваҡыт әҙер, уңышлы төбәк итеп күрһәтергә теләйбеҙ, – тине Президент. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, иҡтисадтағы тотороҡлолоҡ, инвесторҙарға "йәшел ут", ғәҙел һәм асыҡ сәйәсәт был эштә беҙгә төп ярҙамсы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта республика халҡы ла үҙенең көнкүрешенең көндән-көн яҡшыра барыуын тойһон ине: әгәр кешеләр Башҡортостанда йәшәүе менән ғорурлана икән, был иң дөрөҫ күрһәткес буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 994 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Германия менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек нығына. Республикаға немец делегацияһы, эшлекле даирә вәкилдәре йыш килә. Апрелдә Германияның Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашҡайныҡ, үткән аҙнала “Сименс”, “Эберспехер” компаниялары менән һөйләшеү булды, – тине республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Андреас Классен менән осрашыуҙа.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ Өфөлә виза үҙәге асылыуына ыңғай ҡарашта булыуын, был беҙҙең граждандарҙың виза алыу мәшәҡәтен күпкә кәметәсәген белдерҙе.
Бөгөн Башҡортостанда немец капиталы ҡатнашлығында компаниялар эшләй, берлектәге предприятиелар бар. Быйыл туғыҙ айҙа тышҡы сауҙа әйләнеше 166 миллион доллар тәшкил итә, шул иҫәптән экспорт –15 миллион, импорт – 151 миллион доллар. Экспорттың төп өлөшө химия тауарҙарына, каучук, алюмин, ҡара металға тура килә. Германиянан беҙгә машиналар, ҡорамалдар, дарыу һәм башҡа тауар килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Электр селтәрҙәре" предприятиеһы инженеры Анисимов Владимир Иванович, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зарипов Миҙехәт Рәфҡәт улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш иҡтисадсыһы Зуделина Роза Миңләхмәт ҡыҙы, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Әбйәлил идаралығы машинисы Ҡарнаев Нәғим Үлмәҫҡол улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Һыу тәьминәте компанияһының бүлек начальнигы Кремнева Валентина Николаевна, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Әбйәлил идаралығы шоферы Ырыҫҡужин Ирек Таштимер улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Торлаҡ хужалығы тресының слесарь-сантехнигы Слетнев Леонид Викторович, "Урал аръяғы" машина-технологик станцияһының Әбйәлил филиалы шоферы Хәлитов Рәмил Рафиҡ улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман ҡаҙаныштары ни тиклем алға китһә лә, кешелек көсө һәм ҡеүәте етмәгән бәләләр донъяла әлегә бихисап. Шулар иҫәбенә дәүер афәтен – СПИД сирен дә индереү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл был ҡурҡыныс сиргә тарыусыларҙың һаны арта бара, ә уны дауалау әмәле әлегәсә табылмаған.
Башҡортостандағы хәл дә әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел. Шуныһы аяныслы: ВИЧ (кеше иммунодефициты вирусы) йоҡторған ҡатын-ҡыҙ күбәйә, сирле парҙар арта. Һөҙөмтәлә быуат сиренә дусар балалар донъяға килә.
Инҡар итеп булмаған был афәттең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемдең ғаиләһенә ҡағылыуы ихтимал. Унан ҡотолоуҙоң төп юлдарының береһе – проблема хаҡында хәбәрҙар булыу, сир тураһында күберәк мәғлүмәт туплау. Ошо йәһәттән Республика СПИД-ты, йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге педиатры Изолина Риф ҡыҙы БИГЛОВАнан ҡайһы бер һорауҙарға яуап алдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 688 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәлек капиталы кәрәк әлеБелеүебеҙсә, 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса төрлө саралар ойошторола. Маҡсат бер — халыҡ һанын тотороҡло итеү һәм уның үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу. Бик мәслихәт эш, тип барыбыҙҙың да указды хуплап ҡаршы алыуыбыҙ иҫтә.
Оҙайлы проектҡа өмөт ҙур
Демографик сәйәсәттең таяныр өс терәге булыуын яҡшы беләбеҙ: тыуымды ишәйтеү, ғүмерҙең оҙайлылығын арттырыу һәм Рәсәйгә сит ил халҡын күпләп йәлеп итеү. Ҡыҫҡаһы, ошо йүнәлештәрҙә ең һыҙғанып эшләү, төптән уйланылған закондар, ҡарарҙар нигеҙендә аҙымдарыбыҙҙы нығытыу мөһим.
Тәүге бурыс — хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем кимәлен йыл да 2-3 процентҡа кәметеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 947 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник университеты хеҙмәткәрҙәре: кафедра мөдире Зөбәйеров Сибәғәт Ғариф улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, уҡытыу-ойоштороу бүлеге начальнигы Лалаева Зоя Александровнаға, дөйөм мәсьәләләр буйынса проректор Пешкин Олег Вячеславовичҡа, кафедра мөдире Хисаметдинов Ирек Әхмәт улына, доцент Хөснөтдинов Рәмзи Фәйзи улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, проректор Кинев Сергей Анатольевичҡа һәм “Башҡортостан Республикаһы Төҙөүселәр ойошмаһы” йәмғиәтенең генераль директоры Коротун Виктор Ивановичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ипотеканың арзанайыуы мөмкинме, әллә уның ставкаһының инфляция кимәленә төшөүе уйҙырма булып ҡына ҡалырмы? Арабыҙҙа һаман да торлаҡһыҙ йонсоғандар етерлек, шуға ла был мәсьәләне күптәр күҙ уңында тоторға тырыша.
Көтөп көтөк булмағайы...
Ипотека кредиты буйынса ставкаларҙы түбәнәйтеү мәсьәләһе менән Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина үҙе шөғөлләнәсәк икән.
Торлаҡҡа кредиттың үтә лә ҡиммәт булыуы — Рәсәй халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Күптәр хәтерләйҙер, Президент Владимир Путин да, ипотека буйынса ставкаларҙың юғарылығын билдәләп, уларҙы кәметеү юлдарын эҙләргә ҡушҡайны. Яңылыҡты халыҡ әллә ни ҙур ышаныс менән ҡабул итмәне: ниндәй банк йә финанс ойошмаһы “майлы ҡалъя”нан үҙ теләге менән баш тартһын инде?
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 декабрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә “Берҙәм Рәсәй”ҙең 12 йыллығына арналған граждандарҙы ҡабул итеү сараһы уҙа.
Иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем — Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов, Павел Качкаев, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, сәғәт 12-нән 2-гә тиклем Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев ҡабул итә. Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә. Белешмә өсөн телефондар: 276-12-90, 276-51-81.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтекама менән Ағиҙел ҡалалары уҡыусылары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға экскурсия менән килде. Балалар ҡунаҡ рәүешендә республика парламенты ултырышының нисек үтеүен күҙәтте, музей экспонаттары менән танышты, геральдика залында булды, парламентаризм тарихына арналған фильм ҡараны.
Экскурсияға 34 уҡыусы килде, улар араһында Нефтекама урта мәктәбенең полиция класында уҡығандар ҙа бар ине. Балалар менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев осрашты. Йәш ҡунаҡтарҙың уға һорауҙары күп ине: мәҫәлән, закон проекттары нисек эшләнә, граждандар төбәк башлығын һайлауҙа ҡатнашасаҡмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең ҡышҡа әҙерлеге буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сараны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Быйыл ил буйынса 2,5 миллиард квадрат метрлыҡ торлаҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә кәрәк ине. “Дөйөм алғанда, ҡуйылған маҡсатҡа ирештек тиергә була. Шулай ҙа Тыва, Бүрәт, Коми Республикаларында, Тверь һәм Калининград өлкәләрендә ҡуйылған план тулыһынса үтәлмәне. Был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк”, – тине Хөкүмәт Рәйесе.
Әйткәндәй, Башҡортостан ҡышҡа юғары кимәлдә әҙерләнгән Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе урында килә. Рейтингты Рәсәйҙең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш министрлығы төҙөгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына