АШЫҠМА, ВАҠЫТ, ТУҠТА САҠ ҠЫНА...Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә – премьера! “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” тип атала спектаклебеҙ. Был үҙенсәлекле, уйландырғыс, беҙҙең йәмғиәт хаҡындағы сәхнә әҫәренең авторы – “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы, журналист Мөнир Ҡунафин. Ә пьесаны тамашасы хөкөмөнә сығарырға баҙнат иткән режиссер – Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов. Форсаттан файҙаланып, авторға һәм режиссерға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Тәүҙә әҫәрҙе яҙыу тарихына күҙ һалайыҡ. Мөнир Сәхиулла улы, һеҙҙе был темаға тотонорға нимә этәрҙе?
– Күҙ асып йомған ара был ғүмер. Кешегә лә, хатта ғаләмгә лә, сөнки уның асылын аңлауы ауыр, барған һайын серҙәре лә күбәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тышаулы ат (2)Хикәйә
-Йүнле хужаның аты ситкә китмәй, — тине юлдашым, кемгәлер үпкәләгәндәй.
— Хайуан бит, аңлап та бөтмәйҙер инде, — тигән булдым, ни әйтергә белмәйенсә.
— Аңламай, имеш, белгең килһә, ағай, хайуандар ҙа үҙ-ара һөйләшә, ишетә белергә генә кәрәк. — Ул ҡыҙып уҡ китте. — Ышанмайһыңмы? Мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем...
— Ҡыҙма, ҡустым, ҡыҙма, мин былай ғына әйттем, атты тышап ҡына тотоп булмай инде ул. — Юлдашымдың хәтерен ҡалдырмайым тип, ыңғайына һыпырҙым.
— Ат яратам мин, — тине Айыухан ниндәйҙер бер тәрән хис менән. — Мин бит элек кунних булып эшләнем.
— Кем, кем тиһең?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1078 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балам мине “әсәй” тимәй...”— Теге Рәсимәнең хәлдәре нисек икән?
— Ҡуй, һорама ла, әхирәт! Бер туҡтауһыҙ илай ҙа илай, тиҙәр...
— Шулай уҡмы ни?
— Эйе. Ундай яҙмышты Хоҙай дошманыңа ла күрһәтмәһен!..
Хәҙер ауылда Рәсимәнең исемен телгә алмаған кеше һирәктер. Берәүҙәр уны йәлләп ҡуя, икенселәре иһә "уға шул кәрәк" тип кенә ҡул һелтәй. Әле ҡырҡ йәшен дә тултырмаған яңғыҙ ҡатын хаҡында төрлө хәбәрҙәр ишеткәс, үҙем дә уны яҡындан күреп, хәл-әхүәлен белешергә булдым...
Ком: 0 // Уҡынылар: 989 тапҡыр // Тотош уҡырға
Муса Ғәлиҙең башҡорт шиғриәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәрен, ижади ҡаһарманлығын Хөкүмәтебеҙ юғары баһаланы: ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Бар ғүмерен ул тотошлайы менән ижадҡа бағышланы: республикалағы әҙәби мөхиттә ҡайнау, алмаш үҫтереү, башҡорт китабына инанғанлыҡ тәрбиәләү, шиғриәттең сафлығын хәстәрләү кеүек юғары зауыҡ, интеллектуаль кимәл, тәрән белем, ғилми фекерләү талап иткән бихисап эштәргә күндәм егелде. "Муса Ғәли һәр көн әҙәбиәтте хәстәрләп, шуның рухы менән янып йәшәне. Ижад уның өсөн эш араһындағы кәсеп түгел, ғүмерең буйы уға табынып, ғүмерең буйы уға хеҙмәт итә торған изгеләрҙән-изге бөйөклөк булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1345 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тере пломба” уйҙырма түгелКүҙ күңел көҙгөһө булһа, теш – йөҙҙөң көҙгөһө. Ни хәтлем матурһың да, ти, ә күренеп торған бер-ике тешең булмаһын әле... Кемдер – йәлләп, кемдер ытырғанып ҡараясаҡ. Ә үҙең ни хәтлем уңайһыҙланасаҡһың, әйтергә лә түгел. Тештәрҙе тәрбиәләп, дауалап тороуҙың бик мөһим икәне һәр кемгә мәғлүм.
Әгәр ҙә баш ҡаланың 2-се стоматология поликлиникаһына юлығыҙ төшһә, моғайын, үкенмәҫһегеҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, дауалау сифаты ниндәй теш табибына осрауға бәйле. Юғиһә кабинеттан сыҡҡас, аҙна-ун көндән пломба төшөп, тағы шунда барғанығыҙ барҙыр бит? Ә был поликлиникала бик тәжрибәле белгестәр эшләй. Араларында алты медицина фәндәре кандидаты булып, йәнә өсәү баш табип вазифаһында башҡа урындарға киткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамаТөньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәге ун һигеҙ райондың малсылыҡ тармағы эшен ойоштороуға яуаплы етәкселәр, белгестәр ҡатнашлығындағы кәңәшмәнең Краснокаманың “Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативында үткәрелеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Бындағы малсыларҙың һуңғы йылдарҙағы һәм бөгөнгө уңыштары күптәргә өлгө.
Әле “500 ферма” республика программаһында райондың биш хужалығы ҡатнашһа, “Алға” кооперативы унда инде — икенсе йыл. Был ваҡыт эсендә малсылыҡты яңыртыуҙа 62,5 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Уҙған быуатта төҙөлгән ҡуралар заманса итеп үҙгәртеп ҡоролған, фермаларҙа әлегә күп фатирҙарҙа ла булмаған пластик рамлы тәҙрәләр ҡуйылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 876 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Рәмил Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”, 2013 йыл, 25 октябрь)
Авторға теләктәшлек күрһәтеү теләге уянды миндә. Шәхсән үҙен күреп белмәһәм дә, Елмерҙәк һырттары, Еҙем буйҙары уртаҡ тыуған төйәгебеҙ икән дәһә, тип ҡуйҙым, яҙманы уҡығас. Икебеҙ ҙә заманында Белореттың данын бөтә илгә таратҡан, уртаҡ сым һуҙыусы һөнәренә эйә булған коллегалар ҙа етмәһә. Хатта ул күтәргән мәсьәләләр ҙә уртаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 757 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡсыллыҡ – үҫеш сығанағыИлебеҙ энергияны һаҡлау йәһәтенән әлегә тиклем тейешенсә файҙаланылмаған ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә. Рәсәй иҡтисадында ошо ресурсты ҡулланыу күрһәткесе, АҠШ, Япония һәм Европа союзының ҡайһы бер алға киткән илдәре менән сағыштырғанда, байтаҡҡа юғарыраҡ. Шуға күрә иҡтисади үҫеш өсөн ҡаршылыҡ тыумаһын тиһәк, кисекмәҫтән йоғонтоло сара күреү шарт. Дөйөм бурысты тормошҡа ашырыуға власть органдары, хужалыҡ субъекттары ғына түгел, тотош йәмғиәт, йәмәғәт ойошмалары, учреждениелар, сәйәси партиялар һәм башҡалар йәлеп ителергә тейеш. Республикабыҙҙа был өлкәлә байтаҡ эш башҡарыла. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим ҮТӘШЕВтән энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу, ошо өлкәләге проблемалар, ыңғай күренештәр хаҡында һөйләүен үтендек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 574 тапҡыр // Тотош уҡырға
l “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына индерелгән үҙгәрештәр даими автобус маршруттарында пассажир һәм багаж ташыуҙы тормошҡа ашырған, йөк автомобилдәренә эйә булған ойошмаларға, шулай уҡ айырым кешеләргә бер транспорт сараһына мотор яғыулығы рәүешендә тәбиғи газды файҙаланған транспортҡа һалымдың ғәмәлдәге ставкаһынан 20 процент күләмендә ташлама биреүҙе күҙаллай.
Яңы Закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә һәм 2019 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 937 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында үткәрелгән «Ҡала мөхите» халыҡ-ара социаль реклама фестивалендә был юлы төп иғтибар ҡалаларыбыҙҙың таҙалығына бүленде. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған сарала Екатеринбург, Силәбе, Киров, Омск, Харьков, Златоуст, Өфө һәм башҡа тарафтарҙан бәйгеселәр ҡатнашты.
– Бер нисә йыл элек экология өсөн ботаниктар менән ошо өлкә белгестәре генә борсолһа, бөгөн тирә-яҡ мөхитебеҙҙең бысраныуы бөтә донъя халҡын хафаға һала һәм был мәсьәләнең тиҙ арала хәл ителеүен талап итә. Бер илдә лә йәмғиәттең матди именлеге халыҡтың мәҙәнилеген һәм рухиәтен билдәләмәй, – тине матбуғат конференцияһында Мәскәүҙән килгән жюри рәйесе Гюзелла Николайшвили.
– Йылдан-йыл фестиваль офоҡтарын киңәйтә. Республикала ғына түгел, ул Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә танылыу яулай бара, – тине баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Асҡар Фазлыев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 670 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына