Шиғыр һөйөүсенән бер ауыҙ һүҙ
“Сәсән барҙа телең тый” тигән хәҡиҡәт һис онотолмай ҙа ул, әммә йәне бар кешегә йөрәген ярып барған хистәрҙе ғәмгә еткереү форсаты ла бирелгән бит әле. Күренекле шағирәбеҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ҡоласлы ижады, рухи асылы тураһында башҡорттоң мәшһүр зыялылары Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Хәким Ғиләжев, Хәсән Назарҙар тос, үтемле һәм ихлас һүҙен әйткән. Матбуғатта күренә килгән бүтән мәҡәләләр ҙә ололар күңеленән сыҡҡан төп фекерҙе башҡортта бүтән ҡәүемдәрҙе күтәргән Марина Цветаева, Зөлфиә, Гөлшат Зәйнәшева, Фазу Алиевалар кимәлендәге оҫта Факиһа шиғриәтенең милли мәҙәниәтебеҙ хазинаһына әүерелеүен ҡеүәтләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1244 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамлы йырҙай ижадТаңғы һил иртәләрҙә, йә йондоҙҙар һибелгән аяҙ төндәрҙә Кеше тын ҡалып, сихри тынлыҡҡа таң ҡалып, Йыһан ауаздарын тыңлай, Илаһи заттан ниндәйҙер ым-ишара йәки яуап көткәндәй уйланып тора. Бер мәл, Кеше йырлай йә һамаҡлай башлағас инде, Донъя үҙе, таң ҡалған шикелле, Кеше тауышына ҡолаҡ һала, уның һәр бер өнөн-һүҙен тын ғына ҡабул итә. Һүҙ Йыһан киңлегендә тирбәлә. Йондоҙҙарға ҡағылып, уларҙы сыңлата. Ерҙәге ысыҡтарҙы һирпелдереп, үләндәрҙе илата… О, һүҙ ҡөҙрәте! Әй, һүҙ ҡәҙере!..
Донъя. Кеше. Һүҙ. Ошо мәңгелек төшөнсәләр бейеклегенән һәм берлегенән ҡарағанда, күренекле башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең ижады үҙенең танылыу даирәһе менән дә, поэтик тәрәнлеге менән дә ысын классика өлгөһө булырлыҡ кимәлде тота. Донъя менән Кеше араһында әлеге Һүҙ ғәли йәнәптәре – уларҙы тоташтырыусы, берләштереүсе һәм йәшәү мәғәнәһен тултырғандай, асыл донъя барлығын йәмләгәндәй ҡөҙрәтле көс.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1344 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украинала халыҡтың йәнә Майҙанға сығыуы, Иран өсөн уран байытыу мәсьәләһенең ыңғай хәл ителеүе үткән аҙнаның мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.
Майҙан йәнә гөрләй
Украинала сәйәси йәһәттән сетерекле хәл тыуһа, уның сиселешен Майҙанға сығып хәл итеүҙе ғәҙәт итеп алдылар. 2000 йылда уҡ оппозиция вәкилдәре Майҙанға сығып, ул саҡтағы президент Леонид Кучмаға ҡаршы акция ойошторғайны. 2004 йылдың ноябрь – декабре лә Украина өсөн бик боларышлы булды. Ул саҡта халыҡ премьер-министр Виктор Януковичтың президент һайлауҙа еңеүен танырға теләмәне. Һөҙөмтәлә яңынан һайлау үткәрелде, һәм “ҡыҙғылт-һары” революция еле менән власҡа оппозиция вәкиле Виктор Ющенко килде. 2007, 2010, 2011 йылдарҙа ла Украина халҡы Майҙанға сығып, митинг уҙғарып, сәйәси ҡарашын белдерә килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 576 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһе буйынса бәхәстәр әле һаман тынмай. 22 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының “Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһенә арналған эш төркөмө етәкселеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән берлектә ултырыш үткәрҙе. Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республиканың башҡарма власть органдары, граждандарҙың инициатива төркөмө вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте республикала мал бешмәһе, Африка тағуны сирҙәренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатындағы комплекслы саралар планын раҫланы.
Бындай саралар хәүефле һәм карантинлы сирҙәр буйынса хәлдең ҡырҡа насарайыуына бәйле. Контроль өсөн ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссия ойошторолдо, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев етәкселек итә. Комиссия составына ил һәм республика министрлыҡтары, ведомстволары, контроль органдары, көс структуралары, ҙур агросәнәғәт предприятиелары вәкилдәре инде, тип хәбәр ителә Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 724 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан ҡышҡа әҙерлек сифаты буйынса ил төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мониторинг һөҙөмтәләре буйынса төбәктәрҙәге башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген билдәләне. Күрһәткестәрҙә йылытыу миҙгеленә әҙерлек сараларының барыһы ла — йылылыҡ, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеү, торлаҡ фонды менән инженерлыҡ инфраструктураһының паспорттары, яғыулыҡтың авария тупламы, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының һәм халыҡтың коммуналь ресурстар өсөн бурысы — иҫәпкә алынған. Был йәһәттән Сахалин, Тамбов һәм Воронеж өлкәләре тәүге урындарҙы биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙ төбәк финанстарына идара итеү сифаты юғары булған биләмәләр иҫәбенә инде. Был хаҡта Рәсәйҙең Финанс министрлығында хәбәр иттеләр.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан тыш был исемлеккә тағы ла 22 төбәк инде. Республикабыҙ, 2011 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткестәрен ярайһы уҡ яҡшыртҡан.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы бындай мониторингты алты йүнәлеш буйынса үткәрә. Улар иҫәбенә бюджетты планлаштырыу, ҡаҙнаның үтәлеше, бурыс йөкләмәләренә, дәүләт милкенә идара итеү, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сифаты, шулай уҡ муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәте, бюджет процесының асыҡлыҡ дәрәжәһе инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 649 тапҡыр // Тотош уҡырға
28 ноябрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың өсөнсө ултырышы уҙғарыла.
Ултырыш — сәғәт 10-да, теркәү 9-ҙа башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 543 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовещен районы һәм ҡалаһына эш сәфәре барышында дөйөм белем биреү мәктәбен ҡараны, ҡайһы бер сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эше менән танышты.
Ҡалалағы 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә спорт залын төҙөү тамамланған. Уның смета хаҡы 12 миллион һумға баһаланһа, шуның 9,3 миллион һумын — Благовещендағы “Благо” хәйриә фонды, ҡалғанын урындағы бюджет тәьмин иткән. Ҡоролмалағы 1 квадрат метрҙың хаҡы — 27 мең һум.
Президент яңы залды ҡарап сыҡты һәм тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, мәктәп бинаһына быйыл 100 йыл тулған. Уға капиталь ремонт кәрәк. 32 миллион һумлыҡ проект әле Мәғариф министрлығында ҡарала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сергей Молчановҡа ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Молчановты республика Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Сергей Александрович Молчанов 1960 йылдың 21 апрелендә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында тыуған. Юғары белемле — Һарытау политехник институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын “Аксаковнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында слесарь булып башлаған, унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Артабан — “Башнефть” компанияһының Октябрьский технологик транспорт идаралығындағы ремонт-механика оҫтаханаһында мастер, начальник. 2002 — 2013 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡала хакимиәте башлығы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 449 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына