Республикала Физик культура һәм спорттың юғары советы 1923 йылда ойошторола. Шунан бирле ойошманың исеме, эш йүнәлеше бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, бурысы шул килеш ҡала – спорт эшмәкәрлеген үҫтереү, халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү. Бөгөн ул Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тип йөрөтөлә.
Ошо уңайҙан Өфөлә тантана булды. “Химик” мәҙәниәт һарайына мәртәбәле ҡунаҡтар, Рәсәй, Европа, донъя ярыштары, олимпия, паралимпия уйындары еңеүселәре йыйылды. Улар араһында, әлбиттә, спортты үҫтереү өсөн көсөн ҡыҙғанмаған башҡа һөнәр эйәләре лә бар ине.
Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре араһында был юҫыҡта лайыҡлы урынды биләүе, беҙҙә бихисап спорт төрө үҫешеүе, спортсылар әҙерләнеүе, быларҙың барыһы ла күп кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәт емеше булыуы хаҡында һөйләне, рәхмәт әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 744 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һорау - яуапБорсолорға урын юҡ
Улым миңә һәм әсәйемә, йәғни уның өләсәһенә, яҙылған өйҙә теркәлгән. Әммә һуңғы ваҡытта әсәйемә ейәненең банкка кредит түләмәүе тураһында хаттар килә башланы. Шуға ул, фатирҙы һатып, ейәненең бурысын ҡаплатырҙар тип ҡурҡа. Үҙем әсәйемә ярҙам итер инем дә, ситтә йәшәйем.
Б. БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәт усаҡтары саҡыраМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында
26 ноябрҙә – Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы;
27 ноябрҙә – Александр Кивирякхтың “Әлифбанан бер себеш” монодрамаһы;
27 ноябрҙә – “Рудольф Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре” (режиссеры – Айрат Абушахманов) тигән тамаша;
28 ноябрҙә –Нәжиб Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди” тарихи драмаһы;
29 һәм 30 ноябрҙә – Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 655 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек бөркөп йәшәйИнйәр ҡасабаһында башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе – Рәйлә менән Нәжип Аҙнабаевтар.
Рәйлә Хөснулла ҡыҙы менән Нәжип Алтынбай улы илле йылға яҡын матур донъя көттө. Улдары Радикты, ҡыҙҙары Айгөлдө үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Ғаилә башлығы, шофер булып эшләгәс, һәр ваҡыт тиерлек юлда булды. Хужалыҡ эштәре ҡатын иңенә төштө. Балалар, ҙурая төшкәс, әсәләренә оло ярҙамсы булды. Нәжип Алтынбай улы 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, күп уйлап тормай, үҙ эшен асып ебәрҙе. Хужа машинаһы менән төрлө әйберҙәр ташыны, хужабикә уларҙы халыҡҡа һатты. Яңы йорт һалып, матур ғына йәшәп ятҡанда, Нәжип яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы.
Рәйлә был ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәне, әрнеү-һағыштарын эш, балаларының мәшәҡәттәре менән баҫты. Уның баҡсаһы ла һәр ваҡыт еләк-емешкә, сәскәләргә күмелеп ултыра. Бәхетле әсәй һәм өләсәй һәр таңға ҡыуанып, яҡындарына изгелек, йылылыҡ бөркөп йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр йәһәттән бәхетлеБәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер уны матди байлыҡта, мул тормошта йәшәүҙә күрһә, икенселәре ғаилә татыулығы, балалар үҫтереү менән бәйләй. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәмилә Моратоваға Хоҙай Тәғәлә береһенән-береһе матур өс бала – бер ҡыҙ һәм ике ул – бүләк иткән.
– Тормошомдоң йәшәү мәғәнәһе – балаларҙа, – ти Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы. – Ауыр саҡта уларҙы ҡосоп, яратып алһам, еңел булып китә. Уларҙың ярыша-ярыша “әсәй” тип хәбәр һөйләүе, аталары ҡайтыуға сыр-сыу килеп аш-һыу әҙерләүе – әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Рәмиләнең өлкән улы Иҙел ҡаланың 3-сө мәктәбендә VIII класта белем ала. Тырышып уҡыуынан тыш, ҡумыҙ серен өйрәнергә, бокс һәм волейбол секцияларына йөрөргә лә ваҡыт таба. Гөлдәр иһә бәләкәйҙән үк әртис тиерһең! Дамира менән Миңнур өләсәләренә оҡшап моңло итеп йырларға ярата. Бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә лә маһир балаларының һәләтен һәр яҡлап асырға ярҙам иткән Моратовтар уларҙың бар теләген үтәргә тырыша. Кескәй Илмир ҙа апаһы менән ағаһынан ҡалышмай, балалар баҡсаһына ғына йөрөүенә ҡарамаҫтан, бейеү һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә яҙылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
БАҺИТИЯБАРЫҺЫ ЛА ҺИНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫҢДА
Ҡабаҡсыҡ
(кабачок)
Ҡабаҡсыҡ — ҡабаҡтың яҡын туғаны. Ризыҡ булараҡ та, дарыу булараҡ та ҡулланыла. Ҡабаҡсыҡтың "ысығын", йәғни ҡырҡылған урынынан сыҡҡан һутын, яраға һөртәләр, сайыр һымаҡ дауалай ул. Артыҡ өлгөрөп етмәгән йәшелсәне һай ғына итеп тишкеләп, сыҡҡан һутын ҡуйырғансы алмай торалар. Бына ошо "һағыҙ"ҙы йөрәк хәлһеҙләнгәндә, теңкә ҡороғанда тел аҫтына һалып һурыу көс бирә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғандарға, оло йәштәгеләргә алыштырғыһыҙ ризыҡ. Аҡһым да, май ҙа, органик кислоталар ҙа, калий менән кальций ҙа, фосфор ҙа бар унда. Шуға ла йәшелсә еңел үҙләштерелә, артыҡ холестеринды сығара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Айыҡ туйҙарға шатланам"Бөгөн туйҙарҙы аяҡсыһыҙ (тамада) күҙ алдына ла килтереп булмай. Кешенең күңелен асҡан да, бар йолаларҙы еренә еткереп башҡартҡан да улар бит. Мәжлестең яҡшы үтеү-үтмәүенә лә яуаплылар. Хәҙер хатта ауыл ерендә лә туй түрендә — аяҡсы.
Һәйбәт аяҡсының исеме телдән-телгә күсеп йөрөй. Шундайҙарҙың береһе — Ләйсән Мәжитова тураһында ла күп таныштарымдан ишеткәнем булды. Уны күптәр "Бауырһаҡ" тапшырыуы аша белә. "Күңелле итеп алып бара", "Саф башҡорт туйҙары үткәрә", "Хәмерһеҙ мәжлесте лә бына тигән итеп үткәрә" тигән фекерҙәр ишеткән бар. Шуға күрә уға һорауҙарым күп ине: нисек туйҙы күңелле үткәрергә, ниндәй йолаларға таянырға, хәмерһеҙ мәжлестәр нисегерәк ойошторола...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1661 тапҡыр // Тотош уҡырға
Димсе диңгеҙ кистерәКәләш алмаған таныштарым бихисап. Кейәүгә сыҡмаған әхирәттәрем тағы ла күберәк. Егеттәр йүнле ҡыҙҙар юҡ ти, ҡыҙҙар иһә көслө заттың "ысын ир" була белмәүенә баҫым яһай. Ә бит тегеләрҙең дә, быларҙың да ғаиләле булғыһы, бала баҡҡыһы килә. "Их, элек рәхәт булған, димселәр, ата-әсәләр үҙ-ара ғына кәңәшләшеп мәсьәләне хәл иткән дә ҡуйған. Меңәрләгән кеше араһында үҙенә кәрәклеһен эҙләп тә йонсомағандар", — тигәйне яңыраҡ утыҙҙы үтеп тә бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған әхирәтем. Ә ниңә бошонорға? Димселәр бөгөн дә бар бит! Яңыраҡ шуларҙың береһе менән таныштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотло булһын туйығыҙ!Таҡмаҡтар
Киленгә

Ҡәйнәкәй уҫал күренә,
Ярай белергә кәрәк.
Иртә уятмаһын тиһәң,
Һорай белергә кәрәк.

Беҙҙең кейәү — аҫыл егет,
Ҡәҙерҙәрен белеп тор.
Эштән арып ҡайтыуына
Гел йылмайып-көлөп тор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1126 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ахуновтар — ныҡлы ғаиләБаш ҡалалағы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡупшы кейенгән ҡатын-ҡыҙ менән тулған. Араларында йәш кенәләре лә, өлкәнерәктәре лә байтаҡ. Йәшәгән ерҙәре, эшләгән урындары буйынса ла улар төрлө. Тик был гүзәл заттарҙы берләштергән бер әйбер бар — уларҙың бөтәһе лә әсә! Йома театрҙа Бөтә Рәсәй Әсә көнө билдәләнде.
Эйе, ҡатын-ҡыҙҙар республиканың бар төбәктәренән дә йыйылғайны. Бер-береһен белмәһә лә, уртаҡ теманы тиҙ тапты улар. Был, әлбиттә, — балалар.
— Өс балабыҙ бар, бер малай ҙа игеҙәк ҡыҙҙар. Эй шуҡтар, тиктормаҫтар. Руслан үҙенең ағай булыуын аңлай, һеңлеләрен ҡараша, үҙенә һигеҙ генә йәш булһа ла, яуаплылыҡ тоя, — тине бер йәш ҡатын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 709 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 39 Алға
Бит башына