Башҡортостандан хәрби хеҙмәттең көҙгө саҡырылышына 6 500 егет юлланасаҡ. Әле уларҙың 1 400-гә яҡыны хеҙмәт урынына ебәрелде, тип хәбәр иттеләр беҙгә республиканың Хәрби комиссариатында.
Ҡоро ер ғәскәрҙәренә — 3 меңдән ашыу, Хәрби-Һауа көстәренә — 600 самаһы, Диңгеҙ флотына — 100, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 270, Йыһан ғәскәрҙәренә — 500, Тимер юл хеҙмәтенә — 120, Эске ғәскәрҙәргә 700-ҙән ашыу кешене оҙатыу ҡарала.
Көн һайын йыйылыу пунктына 100 — 300 егет килә. Улар менән Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә психологик ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге белгестәре эшләй. Әңгәмәләр, күнекмәләр уҙғарыла, хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары аңлатыла. Йыйылыу пунктында өс тапҡыр ашатыу ойошторолған, магазин-буфет эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев Интернетта “Йәнле журнал”дағы битенә инеүселәр менән яңы парламенттың эше тураһында аралашырға ниәтләй.
“Киләһе аҙнала онлайн режимында бер сәғәт буйы граждандар менән аралашам, һорауҙарҙы алдан уҡ ебәрергә мөмкин, — тип яҙа спикер үҙенең блогында. — Уҙған һайлауҙан һуң депутаттар корпусы 70 процентҡа яңырҙы, эш алымдары ла үҙгәрҙе. Минеңсә, “Яңы парламенттың эше” тигән темаға һөйләшеү ҡыҙыҡлы буласаҡ”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаталар өҫтөндә эшАстың асыуы яман. “Салауат Юлаев”тың туҡтауһыҙ отолоуы көйәрмәндәрҙең кәйефен төшөрҙө. Ябай халыҡты бит уйнай алмау сәбәбе ҡыҙыҡһындырмай, кешегә тик ыңғай хис-тойғо кәрәк! “Спартак”тан һуң “Медвешчак”(2:3) менән “Донбасс”(2:3) командаларына ла бирешеп ҡуйҙыҡ. Ниңәлер овертаймда ла, буллит буйынса ла эште еңеүгә алып барып еткереп булмай...
Үҙ боҙобоҙҙа сираттағы уйын Минскиҙың “Динамо”һы менән ине. Ул да уңыштары менән маҡтана алмай әлегә. Абынырбыҙмы, әллә хатаны төҙәтербеҙме?
Шул күҙгә салынды: ҡунаҡтар сосораҡ, йылдамыраҡ, контрһөжүмгә йәһәт күсәләр. Юлаевсылар аҡрыныраҡ, өлгөрмәйҙәр.
Тәүге голды оҙаҡ көтөргә тура килде. Үкенесле булды ул беҙҙең өсөн. Күпселектәбеҙ, һөжүм итәбеҙ. Бына-бына “белорустар”ҙың ҡапҡаһына шайба инер төҫлө! Әммә йәнә контрһөжүмде “йоҡлап ҡалып” һемәйәбеҙ. Тәнәфескә саҡлы ни бары 13 секунд түҙмәнек – “Динамо” иҫәпте асты. Һаҡсыбыҙ Кирилл Кольцов, ни хәтлем тырышһа ла, “реактив” һөжүм итеүсене туҡтата алманы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр үҫемлек — Хоҙайҙан бирелгән ниғмәтБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Иге-сиге булмаған ғаләмдә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған Еребеҙ мең төрлө үлән-сәскәһе, ағастары менән йәмле. Тупраҡтан тиртеп сығып, ҡояштан нур алған үҫемлектәр күҙҙе иркәләй, йөрәкте йылыта, күңелде хушландыра, көндәребеҙҙе сағыу төҫтәргә мансый. Хоҙай Тәғәлә уларҙы тап ошо ниәттә — кешеләргә бөтөн яҡлап файҙа килтерһен, көс, рух бирһен өсөн — яратҡан.
Әҙәм балаһы донъяға килгәндә үтә бәләкәй, көсһөҙ генә була. Сабыйлыҡтан һуң йәшлек, олоғайыу мәле етә. Үҫемлектәр ҙә шулай: бәләкәй генә булып морон төртә, унан яйлап аяҡҡа баҫа, тамырҙарын ергә нығытып алғандан һуң емешен бирә башлай, тора-бара бер аҙ хәлһеҙләнә төшөүе һиҙелә... Хоҙай Тәғәлә тарафынан һәр береһенә айырым ғүмер билдәләнгән: бер, ике, өс, биш йыллыҡ сәскәләр була, ағастарҙың ҡайһылары бик оҙаҡ ваҡыттан һуң ғына өлгөрөп етә, араларында быуаттар менән уҙышып йәшәгәндәре лә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынауҙарҙы еңгән һөйөүГөлнара менән Айрат Әминевтәр — Әбйәлил районында ғына түгел, республикала ла танылып өлгөргән эшҡыуарҙар. Үҙ тырышлыҡтары, ныҡышмаллыҡтары менән күтәрелгән был ғаилә.
Эйе, бөгөн уларға ҡарата мөнәсәбәт бер төрлө генә түгел. Әминевтәрҙең район өсөн, кешеләр хаҡына күпме көс һалғанын күрмәйенсә йә иһә күрергә теләмәйенсә, улар кеҫәһендәге аҡсаны иҫәпләүселәр ҙә етерлек. Моғайын, бик һирәктер "айға ла, көнгә лә ярай белеүселәр". Айрат менән Гөлнараның иһә был хаҡта уйланып, фәлсәфәгә бирелеп ултырырға ваҡыты юҡ. Улар — эш өҫтөндә, бизнестарын артабан да үҫтереү юлында. Бер эште алға ебәреүгә икенсеһе көтөп тора, бер юлы бихисап мәсьәләне хәл итергә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1273 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һайт, Ҡара юрғам, тайт, Ҡара юрғам...”22-23 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” исемле әҫәре буйынса ҡуйылған мюзиклдың премьераһы була. Күркәм тамаша алдынан яҙыусыға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Таңсулпан апай, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклының репетицияларына йөрөгән, сәхнәгә тәүге тапҡыр күтәрелеүен күргән кеше булараҡ, ниндәй тәьҫораттар кисерәһегеҙ?
— Репетициялар май айында уҡ башланды. Яңыраҡ уны сәхнәлә беренсе тапҡыр күрҙем. Әлбиттә, әҫәрҙе яҙғанда һин бер төрлө уйлайһың, ә сәхнәләштергәндә режиссерҙың үҙ ҡарашы була. Шуға күрә мин спектаклде әҫәр түгел, ә уның режиссеры Олег Хановтың эше булараҡ ҡабул итәм.
— Режиссерҙың эше ҡәнәғәтләндерҙеме һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә Нефтекама дәүләт филармонияһы Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһында шулай тип аталған концерт менән сығыш яһаясаҡ. Ошо уңайҙан уның художество етәксеһе А.Д. Рәхмәтуллин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Айбулат Дәүләтбай улы, һеҙҙең филармонияның ижади тормошонда матур йола бар — йыл да баш ҡалабыҙға килеп, сағыу концерт ҡуяһығыҙ. Әйтергә кәрәк: һеҙҙе Өфө тамашасыһы көтөп ала. Уңыш нигеҙе нимәлә?
— Эйе, филармониябыҙ әле йәш, быйыл ул 16-сы ғына концерт миҙгелен асты, шуға ҡарамаҫтан, был сәнғәт усағы халыҡтың күңелен әсир итеп өлгөрҙө. Филармония асылыу менән һәләтле йәштәр килде, улар дәрте, көсө, таланты менән тәүҙә төбәк халҡы һөйөүенә, тора-бара баш ҡалабыҙ, республикабыҙ, Рәсәй төбәктәре тамашасылары ихтирамын яулауға өлгәште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 957 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман — йәшәү сығанағыЗаманында ҡәҙерләп файҙаланмау бөтөрҙө ҡарағайҙарҙы
Көньяҡ Уралда урман күп ерҙе биләгән, иҫ киткес ҡуйы булған. Ҡоралайы, мышыһы, айыу, бүре, ҡуяны шыр урманда түлләгән, йылҡы, ҡуйы, һыйыры йәшеллеген утлаған.
Урман — ер йәме, тәбиғәттең иң матур биҙәктәренең береһе. Унда нимә генә юҡ: емеш-еләк үҫә, кейек, ҡош-ҡорт үрсей, шишмәләр урғылып сыға. Ул — матди байлыҡ, һаулыҡ сығанағы ла. Уны "йәшел дуҫ" тиҙәр, гигант фильтр, ерҙең үпкәһе, һулышы менән сағыштыралар. Бөйөк ғалим Дмитрий Иванович Менделеев 1900 йылда уҡ яҙғанса: "Урал Европа менән Азияның сиге генә булып тормай, ә яуым-төшөмдө ҡуйыландырған, йылғаларҙың һыуын туйындырған төйәк тә һәм шуның менән тауҙарға барып тоташҡан ғәйәт ҙур аралыҡтарҙа кешеләрҙең тормошон һәм имен йәшәүен тәьмин итә. Уралда урмандарҙың аҙая башлауына юл ҡуйырға ярамай".
Ком: 0 // Уҡынылар: 1564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙурКеше ғүмере менән үлсәгәндә, 80 йәш — аҡһаҡалдар ҡорона инеп, аҡыл-фәһем таратып йәшәр мәл. Һигеҙ тиҫтәлек баҫҡысҡа күтәрелгән уҡыу йорто ла — ҙур тәжрибә майҙаны: йолаларына тоғро ҡалып, алған һабаҡтарын иҫәптә тотоп, заман менән бергә ышаныслы алға атлаған мәғрифәт усағы башҡаларҙы үҙ артынан эйәртерлек, шәхси өлгөһөндә тәрбиәләрлек көс туплаған маяҡҡа әүерелә. 80 йыллығын билдәләгән Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты тап ошондай дәүеренә аяҡ баҫты.
Уның тарихы бик бай һәм үҙенсәлекле. Әммә, ниндәй генә һикәлтәләр аша үтмәһен, ҡатмарлы замандарға яраҡлашырға, исемен алмаштырырға тура килмәһен, институт төп маҡсатына — республика педагогтарының мәнфәғәтен хәстәрләү, уларҙың белемен даими камиллаштырып, эшмәкәрлеген дөрөҫ юҫыҡта ойоштороу бурысына — тоғро ҡалды. Һөҙөмтәлә уның төбәгебеҙҙең үҫешендә лайыҡлы өлөшө бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дошманды дөмбәҫләп, ғәрәсәтле һуғыш юлдарынан әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән яугирҙәрҙең иң йәштәре лә бөгөн туғыҙынсы тиҫтәһен теүәлләп килә, сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Әйтәйек, беҙҙең районда йәмғеһе тиҫтәләгән ветеран ғына иҫән.
Яҡташыбыҙ, һуғыштың башынан алып аҙағына хәтлем ҡатнашҡан яугир Хәлит Мөтиғулла улы Байморатов 1904 йылдың яҙында Ҡашҡар ауылында тыуған, әммә бәләкәй сағынан етем ҡалған малай Исмәғил ағайы менән Гөлзәминә еңгәйҙәре тәрбиәһендә үҫкән. Зирәклеге менән тиҫтерҙәренән айырылып торған бала башланғыс белемде тыуған ауылында алған.
Ауыл Советтары өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса туғыҙ айлыҡ курсты тамамлағас, рәсми хеҙмәт юлын 1925 йылда Юлдыбай ауыл Советы секретары булып башлай. Тура, йор һүҙле, эшкә һәләтле комсомол егеттең ихласлығын һәм белемгә ынтылышын күреп, ике йылдан Өфөгә рабфакка уҡырға йүнәлтәләр, унан һуң партияның Хәйбулла район комитетында бүлек мөдире вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 39 Алға
Бит башына