Рухташтар беҙҙең менәнБәләбәй башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Хоҙайназарованың һүҙҙәренә ҡарағанда, был уҡыу йортонда белем эстәргә теләүселәр йылдан-йыл арта. Маҡсат – балаларға төплө белем биреү, малай һәм ҡыҙҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү.
Уҡыу йорто – республикабыҙҙың көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә рухи мәккә. Бәләбәйҙән тыш, бында Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Әлшәй райондарынан да килеп уҡыйҙар.
Педагогтар төрлө матбуғат баҫмаларын алдыра. Ғәҙәттәгесә, быйыл да коллектив менән "Башҡортостан"ға яҙылдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы уҡытыусы Тәнзилә Мәүлиева белдереүенсә, республикала йәшәп тә төп гәзитте алдырмау мөмкин түгел. Төрлө кәңәш-фәһем алыу, яңылыҡтар менән танышып барыу отошло, мәғарифҡа арналған материалдарҙы ул дәрестә лә ҡуллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Миләш”тәр –  дуҫтарыбыҙМиҙгелдең матурлығын йәнә балҡытып ебәргән миләш тәлгәштәрен күргән һәр кемдең күңеле моңға тулышһа, “Миләш” халыҡ фольклор ансамбле сығышын ҡараған тамашасының йөрәге елкенә.
“Миләш” Асҡар ауылының оло йәштәге дәртле, уңған кешеләренән тора. Күрше Дәүләт ауылынан ирле-ҡатынлы Ғәлиә менән Мәүлит Фәттәховтар ҙа бар. Күп кенә ансамблдәрҙән айырмалы, бында өс ғаилә пары иҫәпләнә. Районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән милли сәнғәтебеҙҙең ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр.
Ансамблдә шөғөлләнеүселәрҙең береһе лә сәнғәт буйынса махсус белем алмаған, әммә тормош дәрте, йыр-моңға һөйөү уларға илһам бирә, ҡанат ҡуя. “Миләш”тәрҙең тамашасыларға әйтер һүҙе халыҡ йырҙары, үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ата-бабабыҙҙан ҡалған иң яҡшы йолаларыбыҙ, аш-һыу өлгөләре, милли кейемде пропагандалау аша еткерелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 753 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Әгәр ҙә Тәтешлелә тыумаһам, Илештә тыуған булыр инем", — тигән Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Ысынлап та, Илеште күргән кешенең йөрәген әскелтем үкенес тойғоһо семетеп ҡуялыр: "Эх, нишләп мин бында тыуманым икән!"
Игенселек, малсылыҡ һәм, иң мөһиме, ҡунаҡсыл халҡы менән дан тотҡан Илешкә һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. "Башҡортостан" гәзитенән килгән ҡунаҡтарҙы ла ихлас йөҙ, йылы һүҙ менән ҡолас йәйеп ҡаршыланы улар: Үрге Йәркәйҙең китапханаһында халыҡ шығырым тулы ине. "Башҡортостан" гәзите килә тигәс, туғандарыбыҙ килә тип ашҡынып көттөк", — ти илештәр. Шулай булыуына тамсы ла шикләнмәйбеҙ, юҡҡамы ни Илеш халҡы — "Башҡортостан" гәзитен алдырыу буйынса республикабыҙ райондары араһында иң алдынғыларҙың береһе. Һай, афарин, илештәр, тип ҡабатлағы килә ошо урында.
Осрашыуҙың башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан Илеш районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар эше буйынса бүлек етәксеһе Рәмил Кәүсәр улы Нуретдинов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ғәлинур Шәкүр улы Әлимбәков беҙгә райондың тормош-көнкүреше, мәҙәни хәле тураһында ихлас һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡтар әүҙем ҡушылдыҺүҙҙең ҡәҙерен һәм әһәмиәтен белгән Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы хеҙмәткәрҙәренең “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына дәррәү ҡушылыуына “афарин!” ғына тибеҙ. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр кеүек, гәзитегеҙ эш урынына килә бит, ниңә уны өйҙә алдырырға, тимәгәндәр, ә “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылып ҡуйғандар.
— Журналистика өлкәһендә эшләүселәр заман менән бергә түгел, ә унан бер аҙымға алдараҡ атларға тейеш. Был йәһәттән беҙгә матбуғат һәр саҡ ярҙамға килә, — ти Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар бюджет учреждениеһы директоры Гөлнур Ишбулатова. – Әгәр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап, республиканың башҡа райондарында ниҙәр булғанын гәзит биттәре аша күҙәтеп бармайбыҙ икән, тимәк, эшебеҙҙең алға китеүе хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һәр саҡ нимәлер эҙләнгән, яңылыҡҡа ынтылған хәбәрсе генә халыҡ күңелен яулай ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әле гәзит-журналға яҙылыу дауам итә. Һәр кемдә — ниндәй баҫманы алдырыу тигән уй. Мин иң беренсе үҙеңдең телеңде, мәҙәниәтеңде һәм рухыңды байытҡандарына яҙылыу хәйерле тип иҫәпләйем — "Башҡортостан" гәзитен күҙ уңында тотам. Ул һуңғы йылдарҙа төрлө мәҡәләләргә байыны, мәғәнәһе тәрәнәйҙе, географияһы киңәйҙе.
Тағы ла шуны әйтке килә: гәзиттә яҙыусыларҙың сығыштарына, уларҙың әҫәрҙәренә, әйткән фекерҙәренә күберәк урын бирелә башланы. Был бик тә дөрөҫ, сөнки яҙыусылар — халыҡ намыҫы, улар ғәҙеллек, әҙәплелек, иман һағында тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төпкөлдән төшкән киленЯңы йыл шыршыһындағы уйынсыҡтарҙың бәйләнгән ҡул эштәренән генә торғанын күргәнегеҙ бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Ә бына Федоровка районындағы Батыр ауылында йәшәүсе Бағаевтар ғаиләһендә шундай шыршы бар. Ундағы бөтә ҡар бөртөктәре ап-аҡ йөндән бәйләнеп, йәшел ботаҡтарға ҡунған.
Хужабикә Хәлисә Шаһыбал ҡыҙының ҡулы теймәгән нәмә юҡ йортта. Тотош бер бүлмә оҫта башҡарған эштәр менән биҙәлгән. Диван матур биҙәкле япма менән көпләнгән. Кәнәфиҙәргә лә ҡул эштәре ҡунған, уларға хатта ултырырға ҡыймай тораһың, һоҡланыуҙан күҙҙәр ҡамаша. Стенала бәйләнгән картиналар. Эйе-эйе, сигелгән түгел, ә бәйләнгән. Ошо көндәрҙә генә "Ете ҡыҙ" картинаһын тамамлап, район күргәҙмәһендә барлыҡ тамашасыны хайран итеп ҡайтты Хәлисә ханым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 918 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатирмы, музеймы?Был өйгә килеп инеү менән үҙеңде мөғжизәле бер донъялағы кеүек хис итәһең. Ишекте асҡас та һине мәрйендәрҙән, биҙәүестәрҙән эшләнгән ҡорған ҡаршы ала. Был үҙенә күрә һаҡлаусы көс тә булып хеҙмәт итә кеүек: төрлө энергетикалы кешенең күҙе башта уҡ шунда төшә лә, матурлыҡты күреп, уйҙары ыңғай хис-тойғоға көйләнә.
Артабан аҙым һайын беҙҙе мөғжизәләр көтә. Иркен аш бүлмәһендә музейҙа ултырып сәй эскән һымаҡ булып китә. Дүрт стенаға ла зауыҡ менән төрлө ҙурлыҡтағы картиналар эленгән. Ябай ғына һүрәттәр түгел улар, ә уңған хужабикәнең ҡул эштәре. Барыһына ла егәрле Әнүзә Йомағолованың күҙ нурҙары түгелгән. Бында сигелгән өлгөләр ҙә, батик менән башҡарылғандары ла, пастель, акрил, витраж буяуҙары менән биҙәлгәндәре лә бар. Нимә генә төшөрөлмәгән: сәскәләр ҙә, натюрморттар ҙа, аттар ҙа, доғалар ҙа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Кешеләргә ныҡ ярҙам иттем..."— Беҙҙең танышыу бик ҡыҙыҡ булды, — тип һөйләй Рәйсә апай. — Бында эшкә килгәс, клуб эргәһендә торам. Бер оло ғына әбей көйәнтә күтәреп һыу буйына төшөп бара. Шунда уға өндәшәм: миңә фатир кәрәк ине, тим. Ул ҡайтҡан да улы Рауилға былай тигән: "Бер матур ғына ҡыҙ ауылға эшкә килгән, шуны урынлаштырайыҡ әле". Рауил ни, ю-уҡ, тип ҡаршы төшкән. Белмәгән инде...
Бына шулай итеп, тәүге көндән үк бер өйҙә йәшәп алып китә йәш пар. Рәйсә апай ҙа хәҙер былай ти: "Буласаҡ ҡәйнәм бик оҫта ине. Шунан өйрәнеп ҡалыр ҙа инем барыһына..." Тик өс йылдан һуң ғына, Сабира апай мәрхүмә булғас, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен алып барған Рауил ағай менән китапханасы Рәйсә апай өйләнешә. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр, яҙмыш әҙәм балаһын төрлөсә һынай бит ул...
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғанлыҡта — бәрәкәтРайоныбыҙҙағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында халыҡ оҫталары әйберҙәренең "Йәрмәкәй биҙәктәре" күргәҙмәһе асылды. Экспозициялағы эштәрҙең авторы — ауылдарҙағы оҫтабикәләр. Бөтә нескәлеген иҫәпкә алып эшләнгән экспонаттар ысын сәнғәт әҫәрҙәрен тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе, уларҙың ҡул эштәре менән район халҡы күптән таныш булһа ла, әлеге сарала яңы исемдәр ҙә байтаҡ ине.
Бындай идея күптән тыуғайны. Февралдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге "Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллеге" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар өйҙәге хеҙмәт нигеҙҙәре менән танышты. Тиҙҙән халыҡ оҫталары әйберҙәрен һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Әкренләп күргәҙмә даими эшләргә тейеш тигән фекергә килдек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алтын ҡуллы АмантайБыл теремек, етеҙ егеттең исемен, үҙенә күрә бер асыш яһағандай, 2012 йылдың йәй аҙағында, Бөтөн Рәсәй "Бородино көнө" хәрби-тарихи фестиваленә әҙерләнеп, бараһы төркөмдө дәртле, эшлекле ир-егеттәр менән тулыландырыу хәстәрлеген күргән осорҙа тәүләп ишеттем. Һәр төрлө йүнәтеү, яһау эштәренә маһир оҫта менән сафтарыбыҙҙы тулыландырыу теләге тынғылыҡ бирмәй ине.
Юлға сығыр ваҡыт еткән мәлдә иптәштәремдең: "Рафаэль Амантаев тигән бер оҫта бар, беҙҙең клуб менән дә ҡыҙыҡһыныуын белдергән, бәлки, уны ла үҙ яныбыҙға саҡырайыҡ, әйҙә, ҡушылып барып ҡайтһын!" — тигәненә һис икеләнмәйенсә риза булдым. Ҡапыл ғына шулай осрашып күрешеүебеҙ берәгәйле һәм бәрәкәтле булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 573 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына