Олимпия уты — Өфөлә20–21 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында урамдар буйлап Олимпия уты үтә. Эстафета уҙғарылған осорҙа Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә.
20 декабрҙә түбәндәге урамдар ябыла:
10.10 — 11.47 — Вокзал яны майҙаны — К. Маркс — Пушкин — Вәлиди — Туҡай;
11.47 — 12.26 — Совет — Цюрупа — Сочи;
12.26 — 15.00 — Софья Перовская — Аврора — Эшсе хәбәрселәр — С. Кувыкин — Менделеев;
15.03 — 16.07 — СССР-ҙың 50 йыллығы — Комсомол — Урман техникумы — Сипайлово;
16.07 — 18.30 — Ю. Гагарин — Академик Королев — Маршал Жуков — Сипайлово — Менделеев — Аврора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урмансының абруйы барСираттағы геройым Белорет районының Асы ауылынан. Ул шунда тыуып үҫкән, әле лә ошонда тормош көтә.
Әҙерәк Асы ауылын да хәтерегеҙгә төшөрәйем әле. Ул хәҙерге Ҡатау-Ивановск ҡалаһы биләмәһендә ултырған булған, тиҙәр. Шул урында Ҡатау-Ивановск ҡалаһы, Самодуровка һәм Үрге Төлмәй (хәҙер ул юҡ инде) ауылдары урынлашҡан. Твердышев менән Мясников был ерҙе һатҡас, халыҡ Тоҙ йылғаһының Инйәргә ҡойған урынына килеп тамыр йәйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әрем әсеһеҺуғыш йылдары һаман хәтеремдә... 1956 йылға тиклем хеҙмәт хаҡын колхоз игенләтә бирә ине. Ҡайҙа нисек булғандыр, беҙҙә бер хеҙмәт көнөнә 250-300 грамдан түләне, сөнки ер әҙ, уныһы ла тау-таш араһында. Тимәк, бер айға өс йөҙ грамдан туғыҙ килограмм иген килеп сыға тигән һүҙ. Артығын һорау юҡ, сөнки ашлыҡ — тыуған ил өсөн.
Нисек тә ҡышты уҙғарып, яҙ етеүен көтәбеҙ. Тауҙар асылыу менән йыуа, унан һуң балтырған ваҡыты етә. Баҫыуҙар ҡарҙан әрселгәс, иген башағы, хатта көҙҙән ятып ҡалған серек бәрәңге лә аҙыҡ ине. Астан үлеп булмай бит. Бәрәңге тигәндән, һәр хужалыҡҡа дүртәр центнер мәжбүри йөкләмә бар ине. Шулай уҡ 360 литр һөт, 100 йомортҡа, 40 кило ит, өҫтәүенә, һалымы, займы... Бөгөн үткәндәрҙе уйлаһаң, нисек йәшәгәнбеҙҙер, тигән һығымта яһайым. Айыртылған һөт менән тире өтөп тамаҡ ялғай торғайныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 698 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәштәренә таянып йәшәйҙәрМалаяҙ урта мәктәбендә арҙаҡлы яҡташтары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, һуғыш ветераны, дүрт орден кавалеры Әхмәт Зәйнетдиновтың 100 йыллығы уңайынан мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды.
Сараға Әхмәт Ҡәйүм улының уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, балалары килгәйне. Улар район мәғарифында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестең, данлыҡлы етәксенең тормош, эшмәкәрлек юлын хәтергә төшөрҙө, матур иҫтәлектәргә бирелде. Мәҫәлән, улы, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәйнетдинов, атаһының күркәм тәрбиә алымдары, әсәһе Рәбиға Шакир ҡыҙының да абруйлы уҡытыусы, көслө рухлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй булғаны хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлек һәм матурлыҡ бүләк итәҠатын-ҡыҙ – мөғжизәле бер сәскә. Уға тәбиғәт һәм Хоҙай тарафынан берҙәй күңел матурлығы ла, тышҡы гүзәллек тә бүләк ителгән. Һәр кемдең күркәм булғыһы килә, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙың матурлыҡҡа ынтылып йәшәүе тәбиғи.
Ҡала ерендә тышҡы матурлыҡты камиллаштырыуға килгәндә, мөмкинлектәр шул тиклем ҙур. Әммә ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың барыһы ла матурлыҡ салонына йөрөй алмай. Был яҡтан Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары күпкә бәхетле. Уларҙың хыялдары тормошҡа ашҡан: Аҡъярҙа йәш эшҡыуар кешеләргә йәшлек һәм сәләмәтлек бүләк итеүсе матурлыҡ салоны асҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йүнселдәрҙе генә яҡларбыҙ тигәйнек...”"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитетында "Уңайлы хоҡуҡи мөхит" тигән яңы проект менән таныштырыу сараһы булды.
Башта күҙалланыуынса, проект эшҡыуарҙарҙы, тотош бизнесты яҡлауға, ошо өлкәләге ихтыяждар, проблемалар тураһында мәғлүмәт алыуға, илдәге иҡтисади эшмәкәрлекте көйләү мәсьәләһендәге хаталарҙы төҙәтеүгә йүнәлтелергә тейеш ине. Ләкин һуңыраҡ башланғыстың авторҙары дәүләттәге уңайлы хоҡуҡи мөхиттең һөҙөмтәлелек, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү нигеҙе булыуына инанды. Шуға күрә проекттың эше иҡтисади мәсьәләләргә, ябай халыҡ өсөн уңайлы хоҡуҡи мөхит булдырыуға, Рәсәйҙәге суд системаһына арналған өс тармаҡҡа бүленде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ваҡытында дауаланыу кәрәк”Рәсәй Хөкүмәте ултырышында 2014 йылға һәм 2015—2016 йылдарҙың план осорона граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһы проекты хупланды.
Ошо яңылыҡҡа аңлатма биргәндә Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева реабилитация ярҙамын үҫтереү сараларын айырып билдәләне. Программа менән медицина реабилитацияһы, уны тәьмин итеүгә мотлаҡ медицина страховкаһы аҡсаһы күләме билдәләнде. Страховкаланған һәр кешегә ул киләһе йыл — 1 293,8, 2015 йылда — 1539,3, 2016 йылда 1623,4 һум тәшкил итәсәк.
Депутат әйтеүенсә, медицина реабилитацияһы төшөнсәһе тәүге тапҡыр 2011 йылда "Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында"ғы 323-сө Федераль закон менән ғәмәлгә индерелде һәм ҡаты ауырыуҙан йәки хроник сирҙең киҫкенләшеүенән һуң сәләмәтлекте нығытыуға, диагностика үткәреүгә, инвалидлыҡты иҫкәртеүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар булараҡ билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 677 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һай, был серле донъя!..1996 йылда баҫылған “Ғүмер артында — ғүмер” тигән китабымда сихырлы урын, башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр, йән серҙәре тураһында ла яҙғайным. Тормошта, кеше ғүмерендә, яҙмышында, ғөмүмән, донъяла әҙәм ышанмаҫлыҡ һәм аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәле күренештәр йыш күҙәтелә. Тәбиғи ҡанундарға һыймаған һымаҡ тойолған ғәжәп хәлдәргә бәғзеләр ышанмаһа ла, әкиәт тиһә лә, улар әүәл-әүәлдән донъяла булған һәм хәҙер ҙә бар.
Әйтәйек, “йыһан тормошо”, “поле тормошо” кешенең меңәр саҡрым аралыҡта психик йоғонто яһай алыуы, биологик ҡеүәтенең төрлө хәлдәрҙе асыҡлау, сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлектәренә эйәлеге... Шулай ҙа беҙҙең дәүерҙә Ерҙә йәшәгән кешеләр әлегә башҡа һыймаҫлыҡ серле күренештәрҙе аңларлыҡ һәм аңлатырлыҡ аң кимәленә күтәрелмәгән. Ә донъя серҙәре, йомаҡ-табышмаҡтары бик күп. Яңы ғына Уралыбыҙ бөрйәндәрҙе лә хайран итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байым ишандың вариҫыАзамат Әғзәм улы Тажетдиновтың улдарын күптән беләм. Уларға ҡарап, бындай балалар абруйлы, изге күңелле ата-әсәнән генә тыуалыр, тип уйлай инем. Быйылғы йәй Баймаҡ районында башҡорт халҡының ғалим-мәғрифәтсеһе Байым ишандың тыуыуына 280 йыл тулыуға арналған ҙур тантанала ошо арҙаҡлы ир-уҙаман менән осрашырға насип булды миңә. Әлеге сара ла уның башланғысы менән ойошторолған булып сыҡты.
Һуғыш йылдарында Тажетдиновтарҙың оло ғаиләһенең ауыр яҙмышы тураһында атайым Мөхтәр Хәсән улы Мөхәмәтҡоловтан ишетеп беләм. 1941 йылда аталары фронтҡа китә һәм, Тыуған илде һаҡлап, ҡаһармандарса һәләк була. Аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәренә бирешмәйенсә, әсә кеше алты баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Ул осорҙа ғаиләләге иң өлкән балаға – 12, кесеһе, Азаматҡа, ни бары өс йәш була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
БАҺИТИЯБАРЫҺЫ ЛА ҺИНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫҢДА
Гөл-кәбеҫтә
(декоративная капуста)
Баҡсамда йыл да бер нисә төп гөл-кәбеҫтә ултыртам. Көҙ ғаиләбеҙҙә тыуған көндәр бер нисә – гөл-кәбеҫтә турамаларҙы биҙәүгә йәтеш, етмәһә, ул бик файҙалы ла. Үҙәккенәһен алып, итле ризыҡтар араһына ла ҡуйып ебәрһәң, үҙе бер йәм, гөлләмә лә кәрәкмәй.
Бына ауыл хужалығы фәндәре докторы Виктор Старцев уның тураһында нимә ти: “Гөл-кәбеҫтәнең йәш япраҡтарында уның башҡа төрҙәренә ҡарағанда селен өс тапҡырға артығыраҡ. Ә селен – иммунитетты нығытыусы тәбиғи матдә. Францияла уны сәнәғәт кимәлендә үҫтереп эшкәртәләр, нәзәкәтле ризыҡтар иҫәбенә индерәләр: һабағын тоҙлайҙар, япраҡтарынан төрлө турамалар әҙерләйҙәр”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 537 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына