Учалы районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль ярҙам биреү тантанаһы уҙғарылды.
Бөтәһе 41 ғаиләгә 20 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев өй туйлаусыларҙы ҡотлап, документтар таратты.
— Ғаилә институтына ярҙам күрһәтеү илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше булды һәм булып ҡала, — тине район етәксеһе. — Бөгөн ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙың әһәмиәтен арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы өс йыл эсендә генә районыбыҙҙағы 181 ғаилә сертификатҡа эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә Һатып алыуҙарҙың үтә күренеүсәнлеге буйынса милли рейтинг алдынғыларын бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Бойондороҡһоҙ эксперттарҙың баһаһы нигеҙендә Башҡортостан, “гарантияланған үтә күренеүсәнлек” категорияһында еңеүгә өлгәшеп, Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды һаҡлап ҡалды.
Республиканың дәүләт һатып алыуҙары системаһы 2010 йылдан алып һөҙөмтәлелек йәһәтенән юғары баһалана. Төбәк был категорияла башта 34-се урынды яулағайны. Әлеге еңеү Башҡортостан етәкселегенең дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереүҙә дөрөҫ юл һайлауын раҫлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл бүләге – аквапарк!Өфөлә аквапарклы "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгенең файҙаланыуға тапшырылыуы Башҡортостан тарихында сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Уны асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы һис тә осраҡлы түгел.
Тимәк, баш ҡалабыҙҙа халыҡҡа ялын файҙалыраҡ, күңеллерәк үткәреү өсөн тағы бер уңайлы урын барлыҡҡа килде. Бында аяҡ баҫҡандар үҙҙәрен мөғжизәле утрауҙағы ише хис итһен өсөн барыһы ла хәстәрләнгән. Мәҫәлән, "Өйөрөлтмә", "Етеҙ йылға", "Тау шишмәһе", "Анаконда" тигән “йылға”лар, "Ирекле ҡолау", "Камикадзе" исемле "тау"ҙар, шулай уҡ бассейндар һәммәһенә лә оҡшар, моғайын. Ул ғына ла түгел, сауна, төрөк мунсаһы, кафе һәм ресторандар бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 785 тапҡыр // Тотош уҡырға
18 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 20 йыллығына арналған саралар уҙғарыла.
Иртәнге сәғәт 10-да тантаналы йыйылыш башлана, унан һуң “Заманса Рәсәй конституционализмы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тамырҙары: тарих һәм заман” фәнни-ғәмәли конференцияһы асыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда ил Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдары үтәлешенә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыу һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең 2014 йылға, 2015—2016 йылдарҙың план осорона бюджеттары тураһындағы мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, кәңәшмәне асып: “Бюджет процесында төп бурыстарҙың береһе — дәүләт башлығының майҙа сығарылған указдарын үтәү, — тип билдәләне. — Әле көсөргәнешле эш бара, ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Аҡсаның етеү-етмәүе, бюджеттарҙың тигеҙлеге, һәр төбәктә дәүләт бурысына бәйле хәл, инвестиция йәлеп итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге, тармаҡ индикаторҙарының “юл карталары”на ярашлылығы мәсьәләләрен тикшереү бик мөһим. Бөтә бурыстар Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ билдәләнә. Беҙгә дәүләт башлығының барлыҡ күрһәтмәләрен үтәү өсөн эште алдан күҙалларға кәрәк”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 566 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибай институты – иң яҡшылар исемлегендәРәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, илдең юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың һөҙөмтәлелек мониторингы йомғаҡтарын иғлан иткәйне.
Был юлы тәүге тапҡыр бындай баһалауға дәүләт ҡарамағында булмаған юғары белем биреүсе ойошмалар ҙа йәлеп ителде. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һөҙөмтәһеҙ эшләгән уҡыу йорттарын айырым билдәләне. Бөгөн илебеҙҙәге төп белем биреү усаҡтарының – 18,4, уларҙың филиалдарының 20,4 проценты ошо исемлеккә ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сик һаҡсыһына фермер булыу ҙа килешәМыжыҡтар ни генә тимәһен, фермерлыҡ эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта ғына. Яҡшы тормош эҙләп һәр кем ситкә китмәй. Кешеләрҙең күпселеге үҙе тыуып үҫкән ерҙә йәшәргә һәм эшләргә теләй. Ғалимдар ҙа шуны асыҡлаған: Ватан абстракт төшөнсә түгел, кешенең тыуған ере һәм организмы ғүмер буйы бер-береһенә бәйле икән. Контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған Радик Зәйнуллинды ла Әлшәйҙең тәбиғәте, һоҡланғыс кешеләре үҙенә магниттай тарта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 902 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңырыу аныҡ эштәргә нигеҙләнгәнХәбәр итеүебеҙсә, Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулған көндө Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Сәйәсәт:
Көслө үҙидара кәрәк
Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе — теүәл 20 йыл элек ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһының талабы.
— Конституцион нигеҙ тотороҡло булырға тейеш тип инанам. Иң элек был кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарына, азатлыҡтарына ҡағыла. Төп Закондың ошо положениелары бик мөһим, — тине үҙенең сығышында Рәсәй Президенты.
Урындағы власть — кешеләргә иң яҡыны. Ошоға бәйле ил башлығы Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара советына, Муниципаль берәмектәр конгресына, губернаторҙарға, Федераль Йыйылыш ағзаларына, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәр граждан өсөн асыҡ булыу талабын ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, "Востокнефтезаводмонтаж" акционерҙар компанияһының "Салауат-1 Востокнефтезаводмонтаж" йәмғиәтенең газ менән киҫеүсеһе Ибраһимов Наил Насибулла улы — Салауат Юлаев ордены, Өфө ҡалаһы Ленин районының 39-сы гимназияһындағы тарих уҡытыусыһы, музей мөдире Иванова Людмила Сергеевна, Өфө ҡалаһындағы "Киске Өфө" гәзите редакцияһының баш мөхәррире Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы, "Востокнефтезаводмонтаж" акционерҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре: "Мәләүез Востокнефтезаводмонтаж" йәмғиәтенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе Аҡбулатов Таһир Солтанғәле улы, "Двигательмонтаж" подразделениеһы монтажсыһы Әхмәтгәрәев Ринат Вафир улы, Өфө металл конструкциялар заводының металл ҡырҡыусыһы Бикбулатов Алмир Ғәли улы, "Өфөнөң 1-се монтаж фирмаһы Востокнефтезаводмонтаж" йәмғиәте бригадиры, монтажсы Калякин Дмитрий Алексеевич,
Ком: 0 // Уҡынылар: 680 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ябай һәм бөйөк ҒафаровҒафаров. Иҫән сағында уны студенттарынан алып хеҙмәттәштәренә тиклем барыһы ла шулай фамилияһы менән генә атап йөрөтөр ине: "Ғафаров ағай", "Ғафаров ни тиер икән?..", "Ғафаров бит үҙе әйтте"… Хөрмәт, ҙурлау, ышаныс сағыла ине был ғәҙәттә.
Бына һалмаҡ ҡына атлап, фамилия эйәһе үҙе күренә. Булат Баҡый улы Ғафаров — ғүмерен Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһын уҡытыуға арнаған кеше, башҡорт филологияһы факультетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның тәүге деканы. Иғтибарлы, һынсыл, аҡыллы ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта мөләйем, етди, уның менән аралашыуы еңел дә, түгел дә…
Ком: 0 // Уҡынылар: 972 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына