Башҡорт баҫмаларына иғтибар юҡРайондарҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүлпән бара. Сәбәптәре етерлек, әлбиттә. Күптәр эш хаҡы алмай, әҙ генә пенсия, пособиеға көн итеүселәр бихисап. Тамаҡ ас булғанда, ниндәй рухи аҙыҡ тураһында уйланһын инде кеше...
Ҡулайлаштырыу сәйәсәте почта хеҙмәтен дә урап үтмәне. 3-4 мең һум ғына эш хаҡы алып, бер нисә ауылды хеҙмәтләндерергә мәжбүр булған почтальондарҙың хәлен кем аңлар? Асылда гәзит-журналдың ваҡытында килеү-килмәүе уларға ғына бәйле лә түгел. Ә бына ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыртыу хәстәре менән, нисек кенә ҡыйын булмаһын, барыбер улар шөғөлләнергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөбәрәковҡа һәйкәл асылдыӨфөнөң В.И. Ленин исемендәге паркында СССР-ҙың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, шулай уҡ театр эшмәкәрҙәре, мәшһүр сәхнә оҫтаһының яҡташтары ҡатнашты.
— Минеңсә, бөгөнгө кеүек иҫтәлекле ваҡиғалар беҙҙе лә, йәш быуынды ла тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, — тине ҡотлау телмәрендә Әминә Шафиҡова. — Беҙ геройҙарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ. Республикабыҙҙың данын арттырған арҙаҡлы шәхестәрҙең тәжрибәһен киләһе быуынға тапшырырға кәрәк. Шуға ла ошондай иҫтәлекле көндәрҙең беҙҙең тормошта күберәк булыуын теләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 728 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йыл журналисы” кем? Гүзәл!Йыл аҙағы — башҡарылған эштәрҙе теүәлләү, үткәндәргә күҙ һалып, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйыу мәле. Республиканың мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн ошондай йомғаҡлау кисәһе ойошторолдо. Матбуғат байрамы, йылдағыса, сағыу уҙҙы.
— Республикабыҙҙағы гәзит-журнал, радио-телевидение йөкмәткеле, аныҡ, уңышлы эшмәкәрлеге менән башҡа күп төбәктәрҙекенән айырылып тора, — тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Улар бер нисә телдә донъя күрә, тимәк, милләттәрҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерелә. Иң мөһиме — һәр мәғлүмәт сараһының үҙ уҡыусылары, тыңлаусылары бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 850 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҙураяБашҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы ултырышы был юлы күңелле ваҡиға менән башланды. Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев тармаҡ ветерандарына һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырҙы.
Артабан Президиум ултырышы үҙ яйы менән дауам итте. Сираттағы һәм быйылғы һуңғы пленар ултырыш 26 декабрҙә буласаҡ. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика парламентына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы көтөлә.
Пленар ултырыштың көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарыла. Уларҙың шаҡтай ҙур өлөшө ҡабул итергә әҙер булһа, 15-ләгәне депутаттар иғтибарына тәүгә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында” һәм башҡалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татарстанда — “Ҡар кешеһе”Башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре араһында һалынған дуҫлыҡ күпере аша юл өҙөлмәй. Башҡорт шағир-яҙыусыларының китаптары — Татарстанда, татар әҙиптәренеке Башҡортостанда әленән-әле баҫылып тора.
Күптән түгел Татарстан китап нәшриәтендә күренекле башҡорт яҙыусыһы Әмир Әминевтең “Ҡар кешеһе” исемле китабы донъя күрҙе. Унда яҙыусының башҡорт уҡыусыһына киң билдәле булған “Усман ташы”, “Ҡытай-город”, “Йондоҙ сәскә”, “Бер кәмәлә”, “Танкист” повестары, “Ҡар кешеһе”, “Һуҡбай”, “Алданыу”, “Бүре балалары” хикәйәләре тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 834 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы 2-се район-ара инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың 1 ғинуарынан өҫтәмә хаҡҡа һалым түләүселәр, шул иҫәптән һалым агенттары декларацияларҙы электрон рәүештә генә тапшырырға тейеш.
Башҡортостанда документтарҙың электрон әйләнеше эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған операторҙар исемлеге менән территориаль һалым органдарындағы мәғлүмәт стендтарында, шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәтенең Рәсәй төбәгендәге идаралығы сайтында (r02.nalog.ru) танышырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 ғинуарҙан субсидияны Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенән алырға мөмкин.
Киләһе йыл башынан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары, шулай уҡ Граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия биреү буйынса республика үҙәге бөтөрөлә. Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы, уларҙың бурыстары Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә йөкмәтелә. Үҙәктең район, ҡалаларҙа филиалдары бар.
9 ғинуарҙан субсидия алыу өсөн ошо филиалдарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2014 йылдың ғинуарына тиклем тәғәйенләнгән субсидия әүәлгесә тәртиптә бирелә. Документтарҙы ҡайтанан тапшырыу талап ителмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн республикала 300 мең тирәһе инвалид йәшәй. Уларҙың 14 меңдән ашыуын балалар тәшкил итә. Кисә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль яҡлау буйынса мәсьәләләр Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы кәңәшмәһендә ҡаралды.
– Республикала инвалидтарҙы яҡлау буйынса бөтә саралар дәүләт, муниципаль органдар менән берлектә атҡарылырға тейеш. Хөкүмәттә инвалид балаларҙы дауалау буйынса мәсьәләләрҙе ҡайтанан ҡарау талап ителә. Ғөмүмән, кескәйҙәр өсөн махсус реабилитация үҙәге төҙөргә кәрәк. Күп кенә магазиндар пандустар менән йыһазландырылһа ла, улар буйлап күтәрелеүе яйһыҙ. Инвалидҡа эш биреүҙән дә баш тарталар. Был иһә – законды тупаҫ боҙоу, – тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 617 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компанияһының генераль директоры Бикмөхәмәтов Хәлит Әбделсамат улы “Башҡортостан Республикаһындағы хеҙмәте өсөн” ордены менән бүләкләнде;
Баймаҡ ҡалаһындағы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Азаматов Рөстәм Салауат улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”, Баймаҡ районындағы халыҡ ижады үҙәгенең рәссам-биҙәүсеһе Хәсәнов Радмир Әҙеһәм улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йән ереккән төйәгебеҙҺәр ҡоштоң үҙ ояһы, һәр балыҡтың үҙ күле, һәр әҙәмдең үҙ иле бар. Йәғни кендеге береккән, йәне ереккән мәрхәмәтле ғәзиз төйәге, тыуған ере.
Беҙҙең өсөн нурлы, йырлы төйәгебеҙ, йән ереккән еребеҙ Баймағыбыҙ ҙа, күҙ алмаһы кеүек, күкрәктәге дөпөлдәп типкән йөрәк кеүек бер генә!
Баймаҡ — үҙ тәбиғәте менән мөғжизәле ил. Баймаҡ — үҙ хазинаһы менән зиннәтле ил. Баймаҡ — үҙ игене менән икмәкле ил. Баймаҡ — үҙ таланттары менән хикмәтле ил. Баймаҡ — үҙ батырҙары менән шөһрәтле ил! Эйе, эйе... Баймаҡ — ифрат та бай тарихлы, киң ҡоласлы, ырыҫлы ил!
Ә инде бына был һүҙҙәремде мин айырыта баҫым яһап әйтмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына