Ер йөҙөндә кешелектең барлыҡҡа килеүенә 3,5 миллион йылдан ашыуыраҡ тип иҫәпләй ғалимдар. XX быуатҡа тиклем ата-бабаларыбыҙ нисек тәбиғәткә зыян килтермәй көн итте икән? Ер, һауа, һыу, үҫемлектәр, төрлө йән эйәләре бер бөтөн булып, килешеп йәшәгән. Ир кеше хәрби хеҙмәткә киткәндә үҙе менән бер ус тупраҡ алған, уны һаҡлап йөрөткән. Тәбиғәтте һаҡлау иң мөһим бурыстарҙың береһе иҫәпләнгән.
“Нигеҙле йәки тамырлы ташты ҡуҙғатма” кеүек тыйымдар ҙа булған, сөнки оҙаҡ ятҡан таш аҫты әллә күпме йән эйәһенең йәшәү урыны булыуы ихтимал. Ағасты күп ҡырҡырға ярамай, гонаһы ҙур була тигәндәр.
Ком: 1 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
”Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел”Эдуард Дилмөхәмәтов — Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылы егете. Быйыл БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Фотоаппаратты беренсе тапҡыр ҡулына ике йыл элек алған. Яңыраҡ, өйләнгәс, туйға төшкән аҡсаға… тотҡан да ҡыйбатлы фотоаппарат алған да ҡуйған. "Хаҡын ҡайтарҙы инде ул", – ти егет. Әле ул туйҙарҙы, тантаналарҙы төшөрә. Фотолары менән Интернет селтәрендә лә танышырға мөмкин. Бөгөн иһә гәзит уҡыусыларға Эдуардтың ижади эштәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 983 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡолонбатҡан – күңел шифаһыЙәшәргә көс биргән саф һыулы шишмәләребеҙҙе һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү һәр кемдең изге бурысы икәнен яҡшы аңлай ҡаҙыршалар. Шуға күрә быйыл ауыл эргәһендәге шишмә, йылға буйҙарын төҙөкләндереү, ҡоҙоҡтарҙы таҙартыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған.
Ҡаҙырша ауылына кергәс тә юлаусыларҙы Сәхип ҡоҙоғо ҡаршы ала. Был ҡоҙоҡ тураһында ауылдың аҡһаҡалы Нуретдин Игебаевтың һөйләгәндәренән:
– Элек ошо ерҙә Йәдкәр исемле кеше йәшәгән. Уның Сәхипъямал исемле ҡатыны булған. Бер көн ул ер аҫтынан урғылып сыҡҡан һыуҙы күреп ҡала һәм ҡайтып иренә әйтә. Ире ошо урында бура һуғып, ҡоҙоҡ ҡаға. Шунан бирле уны Сәхип ҡоҙоғо тип йөрөтәләр. Тимерлек эргәһендә булыуы арҡаһында Кузнец ҡоҙоғо исемле икенсе атамаһы ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1041 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аллаһ” һүҙе яҙылған тауға теймәйекБашҡортостан ере гүзәллеге менән күптәрҙе таң ҡалдыра. Халҡым борон-борондан үҙен уратып алған тәбиғәт менән килешеп йәшәргә тырышҡан. Рухи мәҙәниәткә өҫтөнлөк бирелгән. Халыҡ, ил яҙмышы һәр саҡ оло йыйындар аша хәл ителгән. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, “Йолалы ил – тәртипле ил, йолаһыҙ ил – болалы ил” тиеүҙәрендә хаҡлыҡ булған.
Ошондай оло йыйындарҙың береһе Мәләүез районының Түбәнгеташ, Әбет, Ерек ауылдары янындағы Таллы тауында, Алатауҙа ойошторолған. Аҡһаҡалдар һөйләүенсә, бик борондан уҙғарылған был ерҙә йыйындар. Тағы ла Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур инәйҙең атаһы Хәйбулла Байрамғолов һөйләп ҡалдырған мәғлүмәт буйынса, Октябрь революцияһына тиклем беҙҙең Алатауҙа Ғабдулла исемле дәрәжәле ишан, сәсән, ғалим, әүлиә оло йыйын йыйған. Ул “Уралымдың аҫыл таштары, һайрар ҡоштары” тип аталған. Унда сәсәндәр, ғалимдар, дин әһелдәре, йырсылар, ҡурайсылар ҡатнашҡан. Зәйнулла ишан, Дәртмәнд Рәмиевтәр ҙә йыйынға килгән. Халыҡ рухи көс алып, маҡсаттар билдәләп, нурланып төшкән был тауҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1574 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЙәнтөйәкҠасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, бихисап проблемалар сағылдырған һүрәттәр менән матбуғатта ла сығыш яһаны. Уларҙың бөгөнгө һанды биҙәгән эштәре лә уҡыусыларыбыҙҙы уйландырыр, һоҡландырыр. Гимназия уҡыусыларына иһә уңыштар теләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1500 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман башҡорттоң донъяһымы?"Ай Уралым, Уралым, барына ата Уралым, барына инә Уралым" — ошо изгеләрҙән-изге аманат быуындан быуынға тапшырылып, йөрәктәребеҙгә уйылған. "Аҫыл ағас үҫтереп, ҡош үрсеткән Уралым... Шыр урманда маһайып, лап-лоп баҫыр айыулы; һарайҙағы хан һымаҡ, эре йәшәр бөркөтлө; алдынан уҙғармаҫ күк ҡарсыға, ҡыйғырлы; тулы ҡойроҡ, ялбыр ял, өйөр һаҡлар айғырлы – бына шундай Уралым".
Уралтауҙың мөһабәтлеген, халыҡ тормошондағы әһәмиәтен бихисап тикшеренеүселәр ҙә үҙ хеҙмәттәрендә сағылдырған. Атаҡлы этнограф С.И. Руденко "Башкиры" китабында тәбиғәтебеҙҙе ошолай тасуирлай: "Түбәләре генә түгел, ә ипкендәре лә ғәйәт киң таш ителмәләре менән тулған, дымды туплаған һәм иҫәпһеҙ һыу сығанаҡтарына баш биргән рәт-рәт тау һырттары таш билғауҙа ята. Үҫемлектәр донъяһы ғәжәп күп төрлө. 1000–1600 метр бейеклектә таш сәселмәләре күренешендә тау-тундра һәм альп үҫемлектәре һибелештәре менән урман өҫтөнән юғары күтәрелгән тау соңҡалары күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 966 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡарағайлы буйындаБашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәзинә Ғәлина “Башҡортостан” гәзитен, шулай уҡ башҡа гәзит-журналды алдыра. Беҙ, өлкән класс уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында төпләнеп барған ошо гәзитте яратып уҡыйбыҙ, көтөп алабыҙ. Бигерәк тә уның төҫлө, бай мәғлүмәтле булыуы оҡшай, үҙенә йәлеп итеп тора. Гәзит иғлан иткән “Башҡортостан – ғәзиз ерем!” тип аталған конкурсҡа ижади эшемде тәҡдим итәм. Был әкиәттә тыуған ауылымдағы Ҡарағайлы йылғаһы тураһында һүҙ бара. Оло быуын кешеләренең әйтеүҙәренә ҡарағанда, борон ул бик тәрән, балыҡҡа бай булған. Ләкин кешеләрҙең тәбиғәткә битарафлығы арҡаһында хәҙерге көндә йылғаның яҙмышы аяныслы хәлдә. Шуға ла халыҡ ижадының ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған жанры әкиәткә таянып, кешеләргә тәбиғәт менән берлектә килешеп, уға ярҙам итеп йәшәргә кәрәклекте әйтергә теләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙ — моңһоу мәл. Һиҙелмәй ҙә үтеп киткән йәмле йәйгә ҡул болғайһы ғына ҡала. Тирә-яҡҡа баҡһам, ҡайындарым һарыға һабышҡан, миләш-баландар тәлгәштәрен ҡыҙылға манып, уттай янып ултыра, зәңгәр күктән торналарҙың йөрәк өҙгөс тауыштары ишетелә. Һаубуллашалар... Кәйефте төшөрөп, "бәшмәк ямғыры" быҫҡаҡлай. Күңелгә үтеп оялап өлгөргән моңһоулыҡты дуҫтарым менән осрашыу шатлығы ла баҫа алмай. Ярай әле, ҡышты уҙғарһаҡ, яҙ килә, тимәк, тирә-яҡ йәнә йәшеллеккә күмелә. Көҙҙөң һалҡын иртәләрендә, өшөткөс елдәрендә шул өмөт кешеләрҙең күңелен йылыталыр.
Ә ағастар башҡа япраҡ ярмаһа? Алмағастар ҡабат сәскәгә бөрөләнмәһә? Урман шауын, ҡоштар тауышын ишетергә зарыҡҡан миҙгелдәрҙә яҙ килеп тә, ҡояштың йылы нурҙары ағастарҙы уята алмаһа, ни эшләрбеҙ? Уҙған йыл беҙҙең баҡса артында өй төҙөргә урын бүлделәр. Йәш кенә ғаилә эште шунда үҫеп ултырған талды киҫеүҙән башланы. Яҙын һандуғас һайраманы беҙҙең урамда. Ҡунырға тал тапмаған, күрәһең. Яңы ҡалҡып сыҡҡан өйҙәр янында ағастар бәләкәй генә әлегә. Яҡшы-яҡшы сортлы алмағас, груша, сейә, сливаларҙы тамыр алдыра, үҫтерә алмай интегәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 794 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер-һыуыбыҙ имен булһа, беҙ ҙә йәшәрбеҙИлаһаң — ила, көлһәң — көл. Яңыраҡ ишеткән бер хәбәрҙән һуң шундай уй-тойғолар кисерҙем.
Өфөлә йәшәүсе бер ғаилә йыл һайын йәйге ял ваҡытында Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте менән танышыуҙы матур ғәҙәткә әйләндергән. Быйыл улар йәмле Салауат районына юлланды. Юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған курсташтары ла саҡырып торғас, батырыбыҙҙың тыуған төйәген, йырҙарҙа данланған Йүрүҙән буйҙарын күреп ҡайтырға ниәтләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1004 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Экологияла киләсәк заман юҡ"Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тамам. Һығымталар яһар мәл етте. Нисек үтте ул? Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп булдымы? Ҡаҙаныштар бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар ҺАҘЫЕВ яуап бирҙе.
— Илдар Рим улы, быйылға ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда төп еңеү тип ниндәй ваҡиғаны атар инегеҙ?
— Йыл тәбиғәтте һаҡлау үҫешенә яңы этәргес бирҙе. Рәсәй Федерацияһы закондарының ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индерелде. Ил кимәлендә киләсәк өсөн бик мөһим булған программалар ҡабул ителде. Республика кимәлендә иһә ошо программаларға байтаҡ проекттар менән ҡушылыуыбыҙҙы һәм уларҙың киләсәктә экологик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәген билдәләргә кәрәк. Тәү сиратта "Өфөхимпром" биләмәһендә таҙартыу-санация үткәреү проектын билдәләр инем. Совет осоронан мираҫ булып ҡалған был предприятиеның экологияға килтергән зыяны ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1043 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына