Күҙе тондо ҡарҙарҙың —
Буран, буран ҡоторҙо!
Ҡолаҡ ситен, танауҙы
Семетергә тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Түшен киреп, шыршыла
Ҡыҙылтүшкәй ултыра.
Тағараҡҡа килеп ҡунып,
Уртына ем тултыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 782 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш килде беҙҙең яҡҡа,
Бик оҙаҡҡа ҡунаҡҡа.
Йылҡыға юл бирәбеҙ,
Шәп булырын беләбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлкәндәр ҙә  мөғжизә көтәҺәр кем яңы йылға өр-яңы өмөттәр бағлай. Кескәйҙәр генә түгел, хатта ололар ҙа унан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Һәр йыл аҙағы – эшләнгәндәрҙе барлап, киләсәккә пландар ҡороу осоро ла. Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары һәм ветерандар менән осрашты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты.
– Байрам алдынан төрлө мәсьәләләр тураһында һөйләшеү, борсоған һорауҙарығыҙға яуап биреү өсөн йыйҙыҡ һеҙҙе. Бындай осрашыуҙарға йәштәрҙе лә саҡырғанда яҡшы булыр ине. Геройҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күрерҙәр ине, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Тимер юл сауҙа компанияһының Һамар филиалы директоры Вилданов Сәфиулла Наил улы, спортса атлау буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионаттары призеры, егерме биш тапҡыр Рәсәй чемпионы Күсемов Әғлә Йәмғетдин улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, һәр йылдағыса, журналистар өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ул парламенттың көҙгө сессияһы осорондағы эшмәкәрлегенә бағышланды.
Рәйес башта үҙенең урынбаҫарҙары һәм комитет рәйестәре менән таныштырҙы.
– Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, – тине Константин Борисович. – Йәшәйешебеҙҙең торошо, киләсәктә республикабыҙҙың үҫеше өсөн ҡайһы йүнәлешкә өҫтөнлөк биреү, дәүләт менән идара итеүҙе камиллаштырыу, төрлө кимәлдәге властар араһындағы бәйләнеште нығытыу, ҡыҫҡаһы, һәммәбеҙгә лә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр мөһим документта тулыһынса сағылыш тапҡан. Уны икенсе төрлө йәмәғәтселеккә, халыҡҡа һәм Хөкүмәткә мөрәжәғәт тип аңларға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урам балалары (4)Ләйсән йүгереп инеп китте. Күп тә үтмәне, һыу алып сыҡты. Тәүҙә үҙе менән алған тәрилкәгә ҡойоп Йондоҙҙоң алдына ҡуйҙы. Көсөктөң кинәнеп һыу ялағанын күреп, ҡойроғон болғап, Юлдаш килеп етте. Банканың яртыһында ҡалғанын ҡыҙ малайға бирҙе.
Ләйсәндең көсөккә ҡарап шул тиклем күҙе ҡыҙҙы. Хәҙер үк үҙенең фатирына алып ҡайтырға риза ине. Тик хужаһы бар шул. Ахырҙа ҡыҙ һорамайынса булдыра алманы:
— Данил, һинең бер этең бар бит. Әллә көсөгөңдө миңә бирәһеңме?
Малайҙың, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, төҫө үҙгәреп китте:
— Юҡ, юҡ, юҡ! Ул — минеке, берәүгә лә бирмәйем! — Данилдың яуабы ҡәтғи яңғыраны.
Ком: 1 // Уҡынылар: 2346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙ уны нисек ҡабул иттегеҙ?
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты
:
— Башҡортостан Президенты республиканың киләһе йылға иғтибар үҙәгендә буласаҡ төп йүнәлештәрен билдәләне. Был — тәү сиратта, республика халҡының тормош сифатын күтәреү, граждандарҙың рухи һәм физик сәләмәтлеге, уларҙы арзан торлаҡ, эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү. Быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы — йәмәғәтселекте берләштереү, халыҡ менән улар мәнфәғәтендә эшләгән власть органдарының хеҙмәттәшлеген нығытыу. Алда беҙҙе мөһим ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек, Рәсәй Президентының май указдары өҫтөндә эшләү көтә. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк үҫешә, инвестиция ҡануниәте булдырылды, инвесторҙар килә башланы. Бар бурыстарҙы ла лайыҡлы атҡарырбыҙ тип ышанам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юмореска
Телевизор ҡарап диванда ятҡан Әхмәйҙең ҡарашы стенала элеүле торған календарға төштө. Хәйерһеҙ, декабрь башланған бит. Тиҙҙән Яңы йыл етә: бөтәһенә лә бүләк әҙерләргә кәрәк. Ҡатын да, балалар ҙа аҡсаның күктән яумағанын аңламай – бир ҙә бир!
Әхмәй уфтанып ҡуйҙы ла ҡабат телевизорға текәлде. Унда ниндәйҙер депутат ҡыҙып-ҡыҙып илдә күп ҡатынлылыҡты индереү кәрәклеген иҫбатлап маташа ине. Хужа, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, урынынан ҡалҡынғайны ғына, Күсәрбикәһенең сәрелдәк тауышы яңғыраны:
– Әйттем бит мин һиңә ошо нәскиләреңде түргә мендереп һалма тип! Тылҡы-тылҡыма, кеше аңламаһа аңламай икән. Эй, илаһым...
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал!Халҡыбыҙҙың атлы башҡорт тигән даны бар. Уны ер йөҙөндә үҙен бер ҡәүем итеп танығандан бирле, Әлмисаҡтан алып, барлыҡ тарихы, тормошо, көнкүреше, бигерәк тә еребеҙ бәрәкәтенә бәйле ғәмәлдәре аттан айырылғыһыҙ.
Ир ҡанаты ат булыр тип раҫлай килгән әкиәттәре, ҡобайырҙары, эпостары, йырҙары. "Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын", "Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы", "Алыҫтарға киткәс, сыбай ҡашҡам башҡынайын бороп бер ҡарай..." Йөрәгебеҙ ынйылары булған бындай йырҙарҙың аҫыл һүҙҙәрен килтерә башлаһаң, атлы башҡорт асылына бәйле риүәйәттәрҙе, хикәйәләрҙе, шиғриәт өлгөләрен иҫкә төшөрәм тиһәң, мең дә бер кис кенә түгел, бер ғүмер ҙә етмәҫ кеүек. Урал батыр, сая Салауат, Муса Мортазин, Шайморатов: беҙҙең өсөн былар — Йылҡы йылының да рәсмилектән өҫтөн символдары булыр аҡбуҙатлы исемдәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына