Үҙемде йөк атылай тоямБыл донъяла һәр беребеҙ үҙенә уй-ниәттәр ҡуйған, уны тормошҡа ашырыу тәңгәлендә ең һыҙғанған. Иҙелбәк урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Тоҡомбәтова ла аныҡ маҡсаттар менән йәшәй. Уның һөйләгәндәрен аҡ ҡағыҙға теркәнек.
– Водитель танытмам бар, "ҡорос ат"ым ярҙамында күп эштәрҙе тиҙ арала бойомға ашыра һалам. Заманаһы шулай. Тыуған ауылым Башҡорт Бармағына йәки әллә ҡайҙа ятҡан район үҙәге Иҫәнғолға йәһәт кенә барып ҡайтыуым — шуға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 651 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ — йыл хужаларынаГәзитебеҙҙең даими авторы, Йәрмәкәй районының "Йәрмәкәй яңылыҡтары" гәзите журналисы Әнүәр Сөләймәнов Йылҡы йылының бары уңыш һәм һөйөнөс кенә килтерәсәгенә ныҡ ышана. Һүҙ — ҡәләмдәшкә.
Баш тулы изге уй
Йондоҙнамә, әйтерһең дә, минең өсөн генә яҙылған, холоҡ-фиғелем дә, эшмәкәрлегем дә тап килеп тора. Йылҡы йылында тыуғаныма бик ҡәнәғәтмен, сөнки ул һәр саҡ бәрәкәтле, һөҙөмтәле була. Мәҫәлән, 2002 йылда (шулай уҡ Йылҡы йылы) тәүге китабым — "Бергәләп матурлайыҡ был донъяны" — баҫылып сыҡты, өҫтәүенә Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ миңә лә 50 йәшлек юбилейымды билдәләп үтеү бәхете тейҙе.
Был йәһәттән беҙҙең исемгә үҙҙәренең ихлас ҡотлауҙарын, изге теләктәрен еткергән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығына, Өфө ҡалаһының Киров районы, Күгәрсен, Йылайыр, Бишбүләк райондары хакимиәттәренә, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, Стәрлетамаҡ филиалы (элекке Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте,
Ком: 0 // Уҡынылар: 954 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылдың сағыу биҙәгеЯңы йыл Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын, сөнки быйыл улар байрам биҙәге итеп питомникта үҫтерелгән ылыҫлы ағастарҙы һайлай. Көньяҡ-көнсығышта тәүгеләрҙән булып эш башлаған был питомникта ябай һәм күк шыршыларҙан тыш, себер эрбете, имән, саған үҫентеләре лә бар.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: айырым һауытта махсус тупраҡҡа ултыртылған үҫентеләрҙе өй шарттарында ла, тышта ла үҫтереп була. Һыуыҡ ҡыш айҙарында ағас йортто йәмләп торһа, иртә яҙҙан уны баҡсаға күсерәләр. Уларҙы халыҡҡа тәҡдим иткән Тәлғәт Рәхмәтуллинға мөрәжәғәт итеп, сауҙа эштәре менән ҡыҙыҡһынам. Тәлғәт Сабир улы әйтеүенсә, яңы төр шыршыларҙы сибайҙар яратып ала. Бигерәк тә бүләккә һайлаусылар күп, ти.
Ком: 0 // Уҡынылар: 553 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡсыллыҡҡа — яңы ҠарашБашланғыс класс уҡыусыларына рәсем төшөрөү өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау юҫығында энергияны һаҡсыл тотоноу кеүек етди, бер үк ваҡытта күңелһеҙ теманы тәҡдим итеү башта яуапһыҙлыҡ кеүек күренгәйне. Ә бит был темалар — Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгенең даими иғтибар үҙәгендә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған республика сараларына ярашлы тәүге балалар ижады конкурсын да тап ул ойошторҙо.
Яңы ижади проектҡа әлегә Өфөләге бер нисә мәктәп кенә йәлеп ителде. Сарала баш ҡаланың Ленин районындағы 35-се мәктәп һәм 39-сы гимназия, шулай уҡ Киров районындағы белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусылар уны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. I-II класс уҡыусылары энергияны һаҡлау буйынса ябай кәңәштәрҙе ҡағыҙҙа сағылдырырға тырышһа, III-IV кластар “Супермиссия – энергияны һаҡлау!” комикстарын яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 663 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булат Имашевтың һуңғы һүҙе: “Мин — башҡорт!” Башҡортостан сәнғәте тарихында Булат Имашев тигән сағыу шәхес бар — уның тыуыуына 105 йыл булды. Тынғыһыҙ ижадсы 1937–1938 йылдарҙа Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, художество етәксеһе, директоры ла булған. Быйыл 75 йыллығын билдәләгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ойоштороусыһы һәм тәүге директоры ла ул.
Булат Имашев башҡорт театры тарихында беренсе булып милли геройыбыҙ Салауаттың образын тыуҙырған. Яңы асылған опера театрында ла ул тәүге булып “Сыңрау торна” милли балетын ҡуйған. Ғөмүмән, Булат Ғөбәйҙулла улының сәнғәтебеҙ үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡалғым килә һеҙҙең арала...”Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов быйыл үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә осрашыуҙар, әҙәби кисәләр ойошторолдо. Ә инде яңыраҡ ҡына әҙиптең тыуған яғында — Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт һарайында юбилей тантанаһы уҙғарылды. Арҙаҡлы шәхесте тәбрикләү өсөн ижадташ дуҫтары, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт әһелдәре килгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 838 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешенең иҫән-һау сағында яҡтылыҡтамы йәки ҡараңғылыҡтамы йәшәү теләген үҙе һайлау мөмкинлеге бар. Психик тайпылыштары булған ауырыуҙар өсөн ижад дөм ҡараңғы батшалыҡтағы нур һымаҡ.
Психиканың боҙолоуын, аралашыу проблемаһын, хәрәкәтләнеү ҡыйынлығын — барыһын да ижад дауалай. Был — бик ябай хәҡиҡәт. Ижад һәм ғазап сигеү йыш ҡына бергә бара. Беҙ барыбыҙ ҙа ижад итергә һәләтлебеҙ. Ауырыуҙы дарыуҙар менән дауалауҙан тыш, уға хәл-торошон аңлау өсөн ғазап сигеүгә мөнәсәбәтен үҙгәртергә тейешлеген әйтергә тейешбеҙ. Үҙенсәлекле психик хәлгә дусар кешеләр тойғоларын һүҙ менән аңлата алмай, ә ижад уларҙың күңелендә нимә ятыуын төшөнөргә ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡына фиҙакәр хеҙмәт иттеМостафина Фатима Хәмит ҡыҙының исеме республиканың оло быуын вәкилдәренә – педагогтарға, ғалимдарға, ижади интеллигенцияға – яҡшы таныш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше хәтере ҡыҫҡа була, беҙ йыш ҡына илебеҙҙе, бәләкәй ватаныбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән геройҙарыбыҙҙы онотабыҙ. Республикабыҙҙа атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр элек тә булған, бөгөн дә бихисап. Иң мөһиме – улар тураһында хәтерҙе йәш быуындың аңына һеңдереү зарур. Мәҫәлән, кем ул Фатима Мостафина? М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары үҙҙәре уҡып йөрөгән юғары уҡыу йортоноң 1967 йылда ул осорҙоң ике етәксеһе – БАССР-ҙың мәғариф министры Ф.Х. Мостафина менән Министрҙар Советы рәйесе З.Ш. Аҡназаровтың тырышлығы һәм ныҡышмаллығы арҡаһында асылғанын беләме икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 761 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли мәғарифтың алтын бағанаһыМәктәпте юҡҡа ғына йөрәккә тиңләмәйҙәр. Уның эш кимәле бөгөнгө тормоштоң һулышын күрһәтә, киләсәктең тынын һиҙҙерә. Был йәһәттән республикабыҙҙағы милли белем усаҡтарының яҙмышында төбәгебеҙҙең, халҡыбыҙҙың аң-кимәл үҫеше, уй-теләге, маҡсаттары асыҡ сағыла. Уларҙың араһында иң ауыр осорҙа барлыҡҡа килеп, йәш быуынға алға атларға көс биргән данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты айырым урын биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына