Арҙаҡлы шәхесебеҙ һәйкәлгә лайыҡ!Үткәндәр үкендерә, тип йыш ҡына ҡабатлай күптәр, үҙ эш-ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөп, тормошоноң үткән биттәрен аҡтарғанда. Ҙурмы-бәләкәйме, һәр бер хәл-ваҡиға кешенең йәшәйешенә күпмелер йоғонто яһай, көнкүрешенә үҙгәрештәр индерә, бәхетһеҙ йәки бәхетле итә. Ғүмер юлы асылда ана шундай ваҡ-төйәк ғәмәлдәрҙән туҡылғаны аңға һуңлабыраҡ барып етә шул. Теге йәки был уңайҙан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең тормош юлдарын тулыраҡ барлау ихтыяжы тыуһа, шуларҙың байтағының үҙ ваҡытында әһәмиәткә алып еткерелмәгәне өсөн айырыуса тәрән үкенес тойғолары солғап ала. Быларҙы мин сәсән, драматург һәм үҙенең фиҙакәр эшмәкәрлеге менән башҡорт ауыҙ-тел ижадын үлемһеҙ иткән шәхес Мөхәмәтша Буранғоловты ла күҙ уңында тотоп әйтәм. Сәсәнде яҡшы белгән һәм хөрмәт иткән күренекле кешеләр менән яҙмыш миңә ваҡытында күпмелер яҡындан аралашырға форсат бирҙе, киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән уртаҡлашырға уңайы ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1412 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тармаҡ нығыныу юлындаСираттағы йыл тамамлана. 2013 йыл Башҡортостандың аграр хужалығы өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә ыңғай үҙгәрештәр осоро булды. Беренсенән, һауа шарттары игенселәр өсөн шаҡтай уңайлы (йәйҙең икенсе яртыһында һәм көҙ йышайып киткән ямғырҙарҙы иҫәпкә алмағанда) килде. Икенсенән, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса эшлекле саралар күрелә. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин менән әңгәмәлә аграр хужалыҡтағы ҡаҙаныштар һәм проблемалар хаҡында һүҙ барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 808 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешелек үҫешкән һайын төрлө бәлә-ҡаза ла күбәйә. Шул мәлдә ҡотҡарыусылар ярҙамға килә. Иң ауыр эш улар иңенә төшә. Бай тәжрибәләренән сығып, Яңы йыл байрамы алдынан тағы бер ҡат һеҙҙе абай, һаҡ булырға өндәйҙәр, сөнки был матур көндә лә кәйефте боҙған, хатта һаулыҡҡа, ғүмергә хәүеф янаған күренештәр осраштырғылай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы начальнигы Валерий Хисаметдинов матбуғат конференцияһында хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире Башенев Валерий Алексеевич Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхил бул, мәшһүр рәссам...Башҡортостан һәм Татарстан йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе — 77-се йәшендә Татарстан рәссамы, яҡташыбыҙ Абрек Әмир улы Абыҙгилдин вафат булды.
Ул 1937 йылдың 1 мартында Баймаҡ ҡасабаһында тыуған. 1965 йылда Ҡазан рәсем сәнғәте училищеһын тамамлағандан һуң В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт рәсем сәнғәте институтына уҡырға инә, шунда белем ала. Артабан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
1970 йылда Абрек Абыҙгилдин Ҡазанға китә. 1974 йылда Татарстан Рәссамдар берлегенә ҡабул ителә. 1993 йылда ошо ойошманың рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2008 йылға тиклем эшләй. 2008 – 2013 йылдарҙа Рәсәй рәсем сәнғәте академияһының Ҡазандағы ижад оҫтаханаһына етәкселек итә. 1997 йылда “Ғ. Туҡай”, “Дәрдмәнд” әҫәрҙәре һәм “Б. Урмансы” триптихы өсөн рәссам Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Рәсәй рәсем сәнғәте академияһының алтын һәм көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил Президентының май указдары нисек үтәлә?
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың майындағы указдары нисек үтәлә? Социаль өлкә тармаҡтары үҙҙәренең быйылғы эшен нисек баһалай? Башҡортостан Хөкүмәтендә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары менән үткәрелгән кәңәшмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы.
— Йыл көсөргәнешле булды, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Социаль өлкәләге ҡатмарлы мәсьәләләрҙе муниципалитеттар менән бергәләшеп хәл иткәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ. Бөгөн барлаясаҡ мөһим эштәрҙең барыһы ла халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижадҡа дәрт өҫтәр... Кисә Хөкүмәт йортонда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды. Лауреаттарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта тәбрикләне.
Быйыл был мәртәбәле премияға “Еңмеш” нәфис фильмы өсөн режиссер Айнур Асҡаров, “Терешкова летит на Марс” китабы өсөн публицист Игорь Савельев һәм симфоник музыканы пропагандалағаны өсөн музыкант Рөстәм Сөләймәнов лайыҡ булды. Әйткәндәй, абруйлы премияға 19 ижадсының хеҙмәте тәҡдим ителгәйне. Комиссия ағзалары иһә нәҡ ошо кешеләрҙе премияға лайыҡ тип тапты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 738 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бергә тупланыу беҙгә һулар һауа кеүек кәрәк”Башҡортостан Президентының Дәүләт йыйылышы — ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе
Бөгөн мин тәүге тапҡыр һеҙгә, Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына, мөрәжәғәт итәм.
Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ — республикалағы кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу, ҡала, ауылдарҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу. Ошо маҡсатты бойомға ашырыу йәмәғәт көстәрен туплауҙы, бөтә матди һәм интеллектуаль мөмкинлектәрҙе файҙаланыуҙы талап итә.
Йәшәү кимәле — интеграль күрһәткес, уны бер формула менән генә һүрәтләп булмай. Тормош сифатының яҡшырыуы, тәү сиратта, йәмғиәттәге үҫеш, цивилизация кимәленә, граждандарҙың матди, рухи ынтылыштарына бәйле. Цивилизациялы кеше белем, тормошоноң муллыҡ дәрәжәһе менән түгел, ә күп йәһәттән дөйөм мәҙәни үҫеше, әхлаҡи һәм физик сәләмәтлеге, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, законһыҙлыҡ, кешеләргә ҡарата битараф мөнәсәбәт кеүек күренештәрҙе үҙһенмәүе, ғәҙеллеккә һәм хәҡиҡәткә ынтылышы менән айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 625 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгенән төшмәйУҙып барған йылдың төп сәйәси сараһына — Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен тыңлар өсөн — республика парламенты йортона бихисап халыҡ йыйылды. Төрлө кимәлдәге власть органдары етәкселәре, шул иҫәптән депутаттар, министрҙар, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары һәм дин вәкилдәре — кем генә килмәгән. Төп сәйәси документ, депутаттарға тип тәғәйенләнһә лә, асылда барлыҡ Башҡортостан халҡына тәҡдим ителә. Унда республиканың артабан ниндәй йүнәлештәрҙе өҫтөнлөклө итеп алып, ҡайһы юлдан үҫәсәге күҙалланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 828 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемдең яратып, һағынып көтөп алған байрамы — Яңы йыл етеп килә. Быйыл Көнсығыш календары буйынса Йылҡы йылын ҡаршылайбыҙ.
Йылҡы йылынан нимә көтөргә?
1000 дә 1 кәңәшЗәңгәр ағас ат килә
2014 йылдың талисманы — зәңгәр ағас ат. Йыл күп үҙгәреш вәғәҙәләй, сөнки ат үҙе лә ныҡышмал һәм ярһыу, шул уҡ ваҡытта барыһын да алдан иҫәпләүсән малҡай. Ә бына ағас аттарҙы киң күңеллелек, холоҡ йомшаҡлығы һәм хыялланырға яратыу кеүек сифаттар ҡылыҡһырлай. Был йыл ижади кешеләр өсөн күп уңыш килтерәсәк. Уларҙы һәр саҡ илһам оҙатып йөрөр. Бик күп сағыу уйҙар, идеялар башҡа киләсәк, уларҙы яҙып барырға кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 935 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 40 Алға
Бит башына