Яңы йыл табынынаЯңы йыл табынына һәр хужабикә иң тәмле һәм үҙенсәлекле аҙыҡ әҙерләргә күнеккән. Йола буйынса эшләнгән салаттарҙан һәм ҡаҙ итенән тыш та күп нәмә бешерергә була. Бөгөн тик һеҙҙең өсөн генә байрам табынына “тәмле” рецепттар тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1218 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шыршыны нисек һайларға?Әле Яңы йыл байрамына шыршы ҡуйҙығыҙмы? Әгәр эйе икән, афарин, өлгөрмәһәгеҙ ҙә, әлегә ваҡытығыҙ бар. Тик бына һорауҙар тыуа: “тере” шыршы ултыртырғамы, әллә яһалмаһын һатып алырғамы? Нисек итеп дөрөҫ һайларға? Беҙҙән — һеҙгә кәңәштәр. Ҡайһыһы оҡшағанын үҙегеҙ хәл итегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 947 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш көнө лә эш тынмайЫсын баҡсасы өсөн ҡыш та эш бөтмәй. Иң төп хеҙмәт — күберәк ҡар туплау, ҡыуаҡ тирәләрен ҡар менән ҡаплау һәм ағас янындағыһын тапау. Ҡаты һалҡындарҙа емеш-еләк ағастарының һәм ҡыуаҡтарының төбөнә хатта ботағына тиклем ҡар өйөргә кәрәк. Ә бына ҡар ныҡ яуһа, ботаҡтарҙан уларҙы тиҙерәк ҡағып төшөрөгөҙ.
Билдәле булыуынса, ҡышын ҡуян, сысҡан кеүек кимереүселәр өсөн аҙыҡ кәмей. Уларҙың ризыҡ эҙләп еләк-емеш баҡсаһына юл һалып алыуы ла ихтимал. Шуға күрә ағастарҙың бәйләнгән урындарын тикшереп торорға, ә йылыраҡ көндәрҙә епшек ҡарҙы тығыҙлап ҡабат-ҡабат тапарға кәрәк. Тығыҙ ҡар аша сысҡан олонға төшөп етә алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылға изге ниәттә аяҡ баҫайыҡБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Донъяла бер нисә календарь бар, уларҙа йыл төрлө ваҡытта башлана. Мосолман календары буйынса — Мөхәррәм айында. Ул Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән йылынан башлап иҫәпләнә, ҡояш фазаһынан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ.
Илебеҙҙә йәшәгән күпселек халыҡ тарафынан билдәләнгән Яңы йыл иһә Ғайса ғәләйһис-сәләмдең донъяға килгән көнөнә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
— Хәйерле көн, дистрофиктар! Ашығыҙ тәмле булһын! — тип сәләмләгән көр тауышҡа ашханала сиратта торған бер төркөм кеше ялт итеп борола һалды. Ихлас йылмайған йөҙҙө күреп, өнһөҙ ир-аттың да теле асылды, эстәренә йән инде. Ҡатын-ҡыҙҙы һөйләп тораһы ла юҡ, бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра үҙҙәрен сабый урынына тәрбиәләгән табиптарынан хәл-әхүәл белеште.
Ҡарҙай аҡ халат, күк йөҙөндәй зәңгәр салбар кейгән, оҙон коридорҙың бер башынан икенсеһенә терегөмөштәй тәгәрәп йөрөгән Анатолий Николаевичтың күренеүе була — дауахана тормошо ойоған еренән йәнләнә лә китә. Ауырыуҙарҙы дарыуҙан бигерәк йор һүҙе, һаулыҡҡа ҡағылған әңгәмәләре, ихлас мөнәсәбәте менән дауалаған йөрәк докторын хөрмәт итмәгән кеше юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 688 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел миңә Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендәге неврология бүлексәһендә дауаланырға тура килде. Бындағы тәртипкә, хеҙмәткәрҙәрҙең ихласлығына, мөләйемлегенә хайран ҡалдым. Туҡланыу шул тиклем һәйбәт ойошторолған, кәрәкле дарыу-энәләрҙе эҙләп йөрөйһө юҡ. Үҙемде ожмахҡа барып ингәндәй хис иттем.
Был бүлексәне юғары категориялы табип Наталья Хәбибрахманова етәкләй. Үҙ һөнәрен яҡшы белгән табиптар Татьяна Зыкова, Наталья Кортавиналар һәр ауырыу менән ихлас һөйләшеп, хәлдәрен белешеп тора. Шәфҡәт туташтары Марина Мельникова, Гүзәл Шәйхуллина, Роза Кашапова, Гүзәл Ғәниева, Вика Камалова, Гүзәл Ғималетдиновалар күп йылдар эшләп, тәжрибә туплаған булһа, Лиана Фәсхетдинова, Эльвина Тарзимина, Фәнзилә Сәлимова һәм Луиза Әминеваларҙың хеҙмәт юлы башланып ҡына тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һау-сәләмәт булайым тиһәң, иң тәүҙә аш-һыуға иғтибар итергә кәрәк, ти белгестәр. Хәйер, Рәсәйҙә быға ҡолаҡ һалалармы? Әйҙәгеҙ әле, һүҙҙе сағыштырыуҙан башлайыҡ: хәҡиҡәт асығыраҡ күренәсәк.
Оҙаҡ ваҡыт сит илдә ғүмер иткән кеше булараҡ, әйтә алам: Европа магазиндарында иҫкергән аҙыҡты шунда уҡ ташлайҙар! Ризыҡтың яраҡлылыҡ ваҡыты үткәнлеген урындағы махсус хеҙмәткәрҙәр бер туҡтауһыҙ тикшереп тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 784 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер йөҙөндә кешелектең барлыҡҡа килеүенә 3,5 миллион йылдан ашыуыраҡ тип иҫәпләй ғалимдар. XX быуатҡа тиклем ата-бабаларыбыҙ нисек тәбиғәткә зыян килтермәй көн итте икән? Ер, һауа, һыу, үҫемлектәр, төрлө йән эйәләре бер бөтөн булып, килешеп йәшәгән. Ир кеше хәрби хеҙмәткә киткәндә үҙе менән бер ус тупраҡ алған, уны һаҡлап йөрөткән. Тәбиғәтте һаҡлау иң мөһим бурыстарҙың береһе иҫәпләнгән.
“Нигеҙле йәки тамырлы ташты ҡуҙғатма” кеүек тыйымдар ҙа булған, сөнки оҙаҡ ятҡан таш аҫты әллә күпме йән эйәһенең йәшәү урыны булыуы ихтимал. Ағасты күп ҡырҡырға ярамай, гонаһы ҙур була тигәндәр.
Ком: 1 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
”Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел”Эдуард Дилмөхәмәтов — Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылы егете. Быйыл БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Фотоаппаратты беренсе тапҡыр ҡулына ике йыл элек алған. Яңыраҡ, өйләнгәс, туйға төшкән аҡсаға… тотҡан да ҡыйбатлы фотоаппарат алған да ҡуйған. "Хаҡын ҡайтарҙы инде ул", – ти егет. Әле ул туйҙарҙы, тантаналарҙы төшөрә. Фотолары менән Интернет селтәрендә лә танышырға мөмкин. Бөгөн иһә гәзит уҡыусыларға Эдуардтың ижади эштәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡолонбатҡан – күңел шифаһыЙәшәргә көс биргән саф һыулы шишмәләребеҙҙе һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү һәр кемдең изге бурысы икәнен яҡшы аңлай ҡаҙыршалар. Шуға күрә быйыл ауыл эргәһендәге шишмә, йылға буйҙарын төҙөкләндереү, ҡоҙоҡтарҙы таҙартыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған.
Ҡаҙырша ауылына кергәс тә юлаусыларҙы Сәхип ҡоҙоғо ҡаршы ала. Был ҡоҙоҡ тураһында ауылдың аҡһаҡалы Нуретдин Игебаевтың һөйләгәндәренән:
– Элек ошо ерҙә Йәдкәр исемле кеше йәшәгән. Уның Сәхипъямал исемле ҡатыны булған. Бер көн ул ер аҫтынан урғылып сыҡҡан һыуҙы күреп ҡала һәм ҡайтып иренә әйтә. Ире ошо урында бура һуғып, ҡоҙоҡ ҡаға. Шунан бирле уны Сәхип ҡоҙоғо тип йөрөтәләр. Тимерлек эргәһендә булыуы арҡаһында Кузнец ҡоҙоғо исемле икенсе атамаһы ла бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1038 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 40 Алға
Бит башына