Сибай концерт-театр берекмәһе һәм Учалы муниципаль филармонияһы төбәктә Мәҙәниәт йылын берлектәге үҙенсәлекле концерт программаһы менән асып ебәрҙе. “Планетабыҙ ритмдары” тип исемләнгән ҙур сара ике ҡала тамашасыларына ла рухи байлыҡ, күңел күтәренкелеге, дәрт һәм илһам тулы матур кистәр бүләк итте.


Сибай концерт-театр берекмәһенән Ильяс Сафин сценарий яҙған һәм сәхнәгә ҡуйған концерт программаһы халыҡтар дуҫлығын, сәнғәтебеҙ берҙәмлеген тулы яҡтыртыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Концерт барышында тамашасылар донъя халыҡтары бейеүҙәрен ҡарап кинәнде, итальян, аргентин, башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә яңғыраған аһәңле моң тулҡындарында йөҙҙө. Әйткәндәй, башҡорт, татар, урыҫ, молдован, ҡалмыҡ, йәһүд, сиған, һинд һәм башҡа халыҡтар бейеүҙәре үҙҙәренә генә хас дәртлелек, саялыҡ һәм сәмлелек менән дә, милли колоритлы сәхнә кейемдәре менән дә һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырғандыр. Һәр сығыш дәррәү алҡыштар, ҡеүәтләү ауаздары менән оҙатылды, артистарға гөлләмәләр бүләк ителде. Учалы таланттары йәшлек дәрте һәм ихласлығы менән алдырһа, сибайҙар үҙҙәренең бай тәжрибәһе, рухлы булыуы менән ихтирам яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 695 тапҡыр // Тотош уҡырға
"... Унда барған кеше имен булыр"
"Әл-Ғимран" сүрәһенән.


Ышаныстан яралған изге ер
Ибраһим ғәләйһис-сәләм Хоҙайҙың яратҡан пәйғәмбәре булған, шуға күрә лә Хаҡ Тәғәлә уға ниғмәтте лә, һынауҙы ла күп ебәргән.


...Балалары булмағас, иренең нәҫеле өҙөлөү ихтималлығына эстән ҡайғырып йөрөгән ҡатыны Сара уға бер көн: "Пәйғәмбәрһең, тамырың һаҡланырға тейеш. Баланы һиңә, бәлки, берәй йәш ҡатын табып бирер", — тип тәҡдим итә һәм Һәжәр исемле һылыу ҡыҙ менән никах уҡытырға өгөтләй башлай. Был һүҙҙәрҙе кире ҡаҡмаған Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең икенсе ҡатынынан улы тыуа. Балаға Исмәғил тип исем ҡушалар.
Әммә пәйғәмбәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай: Сараның күңеле көнсөллөк утында яна башлай. "Һәжәрҙе балаһы менән бергә сүллеккә алып барып ташла! — тип бойора ул бер көндө иренә. — Улар араһында йәшәй алмайым!"
Ком: 0 // Уҡынылар: 765 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күктә лә, Ерҙә лә Аллаһ Тәғәлә өсөн йәшерен бер ни ҙә юҡ: барыһы ла изге Китапта теркәлеп бара”.
“Ән-Нәмл”, “Ҡырмыҫҡа” сүрәһенән.



— Бәләкәй саҡтан ҡурай уйнарға өйрәнергә теләгем ҙур булды. Өлкән йәштә лә был хыялым тынғы бирмәй. Уны ағымдағы йылдың Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Ошо йәһәттән, Нурмөхәмәт хәҙрәт, һеҙгә һорауым бар: ҡурай уйнауға Ислам диненең ҡарашы нисек?
И. ХИСМӘТУЛЛИН.

Белорет районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман һаҡсыһы
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башы. Совет дәүеренең сәскә атҡан осоро. Мин, бынан бер нисә йыл элек урта мәктәпте тамамлап, Стәрле ҡалаһында бухгалтерҙар курсында уҡып ҡайтҡандан һуң, туған колхозымда эшләп йөрөйөм.


Ҡыштың хозур тәбиғәтле салт аяҙ иртәһе. Тирә-яҡ ап-аҡ, күҙҙәр ҡамаша. Кисә ҡар күп яуғанлыҡтан, урамда йәйәүлеләр ҙә, атлылар ҙа күренмәй. Ҡапҡа тышына сығып, ауылды күҙәтәм. Бына шул саҡта урам осондағы бейек кенә йорттан кашауайға егелгән ат килеп сыҡты ла “һә” тигәнсә яныма килеп туҡтаны.
— Хәйерле көн, ҡустым! Ял көнөң бит, әйҙә, үҙеңде бер тәбиғәт ҡосағына алып сығып киләйем. Урмандың матурлығын йәй генә түгел, ҡыш та күр әле. Бер ыңғайҙан урмандағы дуҫтарым менән дә осрашырһың!
Әлбиттә, мин уның тәҡдименә ҡуш ҡуллап ризалаштым: йәһәт кенә йылы кейемдәремде кейеп, сихри моңға төрөлгән ҡышҡы урманға ҡарай юл алдыҡ...
Ком: 1 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төрлө халыҡ – төрлө холоҡ тигәндәй, баҫалҡы, күркәм, йә иһә тиҫкәре, насар, яман ҡылыҡлы һәм ғәҙәтле кешеләр була. Ғалимдар нарыҡлауынса, холоҡ-фиғел — кешенең тәбиғәтендә сағылған рухи һәм психик үҙенсәлектәр. Нәҡ шулайҙыр. Ололар аҡылынса, ағас емешенән, әҙәм ҡыланышынан билдәле; холоҡлоноң күңеле хуш, холоҡһоҙҙоң – буш; күңеле киңдең донъяһы киң, ҡартына ла, йәшенә лә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1103 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғары исемде шулай аҡлайҙар!
Республикабыҙ мәктәптәрендә, урта махсус белем биреү учреждениеларында осор һулышын тойоп, уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә киң тарала барған заманса педагогик технологияларҙы үҙләштереп, дәрестәрендә әүҙем ҡулланған уҡытыуҙың кимәлен һәм сифатын күтәреү менән янған педагогтар байтаҡ. Быға ошо көндәрҙә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҙған сарала — уҡытыусы-тикшеренеүселәр, уҡытыусы-оҫталар асыҡланған республика конкурсында — йәнә бер тапҡыр инандыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Малайҙар өсөн

Т


Табип // Табиб ғәр. — дауалаусы, доктор
Тажи ғәр. — тажлы
Таип ғәр. — һәйбәт, шәп кеше; тәүбә итеүсе
Таипхәже // Таипхәжи ғәр. — таип+хәже; һәйбәт кеше; тәүбә итеүсе
Таир ғәр. — юғары осоусы ҡош; ҡоштар
Таймас // Таймаҫ бор. баш. — таймаҫ, тайпылмаҫ, ныҡ
Тайсы бор. баш. — 1. "тай" һүҙенән (йорт хайуандары, төрлө йәнлек исемдәрен балаларға ҡушыу йолаһы төрки халыҡтарҙа борондан булған); 2. боронғо төрки халыҡтарҙа титул, дәрәжә атамаһы булараҡ ҡулланылған һәм "өлкән тәрбиәсе, остаз; атаҡлы, билдәле кеше" тигән мәғәнә биргән
Тайфур фарс. — ҡош
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зиһендәрҙе таңдай нурланы
“Башҡортостан” гәзитенең һәр йома һанында “Шәхес танытмаһы” тигән рубрика донъя күрә. Ундағы мәғлүмәт “Башҡорт исемдәре” китабынан (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) алына. Халҡыбыҙ өсөн был күптән кәрәк ине, сөнки китап һәр кемдең ҡулында юҡ, ә “Башҡортостан”дың йома һаны өйҙәргә аҙна һайын килә. Ғөмүмән, балаға дөрөҫ, мәғәнәле исем һайлау — ифрат ҙур, мөһим эш. Ғәзизеңә, йомғаҡтай ғына йомарламыңа яратып ҡына өндәшерлек яғымлыһы кәрәк. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында балаларына башҡорт исемен ҡушыу киң тарала башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин далаңа һинең йәнә килдем…1. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайындағы концерттар ваҡытында йыш ҡына осоп йөрөй торған йән эйәһе. 2. Спиннинг нимә ул? 3. Шәриғәтле дин. 4. Тамуҡ өҫтөнән үткән күпер. 5. Ирҙе “үлтермәҫ” дарыу үләне. 6. Ҙур ҡырылыш. 7. Кем ағас үҫтереү менән шөғөлләнә? 8. Пегас “көтөүлеге”. 9. Өй эсендәге бөтә булған кәрәк-яраҡ. 10. “Үрә тора” алған ағза. 11. Ике тәкә һөҙөшә, мөгөҙө ҡалай килешә. 12. Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа, (…) төшһә – йылыға. 13. (…) дүрт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр. 14. Ҡарағастың “һуты”. 15. Һаҡау, һаңғырау ҡош. 16. Әгәр ҙә был ағастың осондағы япраҡтары һарғая башлаһа, иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа, һуңлаңҡырай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 790 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һуңлаған бүләк” һөйөндөрҙө
“Ағиҙел” журналының һәр һаны үҙенең уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырып тора. Һәр әҫәр — үҙе үк фәлcәфәгә ҡоролған бер донъя. Әмир Әминевтең “Һуңлаған бүләк” (2013 йыл, №10) повесын бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Автор уны ағаһы рәссам Рәшит Зәйнетдиновҡа бағышлаған.


Быға тиклем дә Әмир Әминевтең әҫәрҙәрен үҙ итә инем. “Ҡытай-город” исемле повесын мәктәптә бөтә уҡыусылар менән бергәләп өйрәнеп, конференциялар ҙа үткәреп йөрөгәйнек. “Һуңлаған бүләк”тә иһә тормош мәғәнәһе, донъяны танып белеү, ирек, яуаплылыҡ, кеше һәм йәмғиәт, кеше һәм мәҙәниәт, рух ныҡлығы, әхлаҡ, сәнғәтте, матурлыҡты тоя белеү, күреү, зауыҡты үҫтереү кеүек эстетик проблемалар күтәрелә. Минеңсә, әҫәрҙең тәүге юлында уҡ яңғыраған “Ҡайҙан башланды һуң әле барыһы ла?” тигән һорау — алда күҙалланасаҡ барлыҡ проблемаларға илтеүсе ишек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1483 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына


Сайт на котором можно скачать кс 1.6, узнать подробнее по ссылке.