Малайҙар өсөн
Рәсих ғәр. — ныҡлы
Рәсүл ғәр. — илсе, хәбәр килтереүсе; пәйғәмбәр
Рәүф // Рәүеф ғәр. — изгелекле, мәрхәмәтле, йомшаҡ күңелле
Рәфил неол., ғәр. — ҡупшы
Рәфис неол., ғәр. — билдәле, күренекле
Рәфҡәт ғәр. — юғары олғашыу, күтәрелеү; бөйөклөк
Рәхим ғәр. — рәхимле, мәрхәмәтле
Рәхимбай ғәр., баш. — рәхим+бай
Ком: 0 // Уҡынылар: 612 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шыршы” кроссвордыГоризонталь буйынса: 2. Океан гиганты. 4. Доға яҙып, күн менән өскөлләп көпләп, ауырыу, зәхмәттән муйынға йәки кейемгә тағып йөрөй торған нәмә. 7. Замана мотороллеры. 9. Республика үҫмерҙәре журналы. 11. Ем ҡуйып балыҡ тота торған ҡорал. 14. Ҡытай “мәсете”. 15. Һағыҙ бирә торған ағас. 16. Хоккейсының эш ҡоралы. 18. Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. 20. Бөркөт, ҡарсыға һымаҡ ҡоштарҙың иң ныҡ, көслө балаһы. 21. Мөхәббәт. 23. Кәзә ҡымыҙы. 24. Шаман. 26. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡул биҙәүесе. 29. Сәйнүктең “ағаһы”. 31. Карнавал ваҡытында кеше өҫтөнә ырғытыла торған тар ҡағыҙ таҫма. 32. Ниҙелер булдырырға, эшләргә тигән күңел ынтылышы. 33. Аҡ сәскә атып, ваҡ ҡына әсе ҡыҙыл емеш бирә торған ағас. 34. Ҡыш сәскә ата торған бүлмә гөлө. 36. Бронза быуаттың археологик культураһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 700 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағанаЯмғыр оҙаҡ яумаһа, үҙ-ара килешеп, берәйһенең ҡара тауығын һуйып, һурпаһын бергә ашағас, күмәкләп теләк теләйҙәр. Йыйындан һуң да үтәлә был йола. Хоҙай Тәғәлә һорағанға бирә, ти халыҡ. Тик теләк изге булырға тейеш. “Теләк әйткәс, һыу һибешәбеҙ. Бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк бөтөнөһө урамға сыға. Бер кем дә ҡоро ҡалырға тейеш түгел. Һәр ваҡыт берәү йоланы башлап йөрөй. Әгәр кеше өйгә кереп бикләнһә – ҡыйығына менеп, мөрйәһенән һыу ҡоялар, ихаталарҙағы ҡойма, аҙбар, мал-тыуар ҡалмай. Һыу һыуҙы саҡыра! Шуға бар нәмәне һыулайбыҙ. Бесән мәле булһа, халыҡ күбәләгәндән һуң ғына һыу һибешә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 848 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙинәнең серле донъяһыЙәштәрсә дәртле, тормошҡа үҙ ҡарашы булған, төп-төҙ кәүҙәһе менән ышаныслы аҙымдар яһап, «тимер ат»ын егеттәрсә «йүгәнләгән», сәхнәләрҙә аҡҡоштай талпынып бейегән Мәҙинә Ибраһимованың күптән инде хаҡлы ялда булыуын белгәс, аптырауымдың сиге булманы. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорау әҙәпһеҙлек һаналһа ла, геройымдың алтмышҡа артмаҡлауына һис тә ышанғы килмәй. Уға ҡарайһың да, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы алдында ҡартлыҡ үҙе баҙап ҡалалыр, тип уйлап ҡуяһың. Ни тиһәң дә, шулай булһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 516 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡлы ялдағылар тип әйтмәҫһең дә!Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе Ишбикә менән Нуриян Абдразаҡовтар үҙҙәренең тыуған төбәгендә генә түгел, тотош республикала, хатта илдә ҙур танылыу алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 564 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөнгө мәктәп уҡыусыларына ҡарайым да үҙем белем алған йылдарҙы иҫкә төшөрәм. I класҡа 1938 йылда барғайным. Ул ваҡытта һигеҙ йәштән уҡырға алалар ине. Класта – егермегә яҡын уҡыусы, күбеһе – малайҙар. V класҡа иһә күрше ауылдарҙан килеп тулалар. Уҡытыусы – үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы Ғәззә апай. Тәүге дәрестә үк ул: «Һеҙ – октябряттар, киләсәктә коммунизм төҙөргә тейешһегеҙ. Октябряттан – пионер, пионерҙан – комсомол, артабан һеҙҙе партия көтә», – тип һөйләп аңлатты. Кескәй аңыма былар һеңә һалмай, төшөнөп етмәйем. Унан уҡытыусыбыҙ кеше ғүмерендә хеҙмәттең роле һәм уның бәхет сығанағы икәнлеге тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер шатлыҡты ике итеп йәшәүселәрНиндәй генә ауырлыҡ кисерһәләр ҙә, яҙмыш һынауҙары алдында баш эймәйенсә, тормошҡа ҡыуанып йәшәгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Аҙнай ауылынан Рәсимә менән Әбүзәр Сөләймәновтар ҙа барына шөкөр итеп, бер шатлыҡты ике итеүселәрҙән.
Өлкән быуын кешеләренә хас булғанса, улар йыш ҡына хәтер йомғағын һүтеп, үткәндәрен барларға ярата. Ә хәтирәләр ирекһеҙҙән йәшлеккә, ҡәһәрле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға алып ҡайта.
Ереклекүл ауылының урта хәлле крәҫтиәне Ғәлләметдин, репрессияға эләгеп, алты балаһы менән Кемерово өлкәһенә ебәрелә. Атаһына тағылған мөһөр балалар яҙмышында ла сағыла. “Ғаиләбеҙ менән подвалда торҙоҡ, атайыбыҙ шахтала эшләне. 1939 йылда тыуған ауылыбыҙға ҡайтып, бер кешенең йортонда йәшәй башланыҡ. Үҙебеҙгә йорт һалып индек, тик һуғыш сыҡҡас, атайымды хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Атай-әсәйем ғәрәп телендә хат алышыр ине. Яҙған йырҙары әле һаман күңелдә һаҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тиңдәшебеҙ — профессорАуылыбыҙға терәлеп кенә аҡҡан йәмле Һаҡмар йылғаһының яр буйҙары бөҙрә талдары, ерек, муйыл, ҡарағат менән ҡапланып ултыра. Йәй етеү менән уның араһы үтеп сыға алмаҫлыҡ шырлыҡҡа әйләнер ине. Бигерәк тә Ҡара яр буйы үҙенең хозур тәбиғәте, мул, тәрән һыулы булыуы менән айырылып торҙо. Шуғалырмы, ул эҫе йәй көндәре ауылдың бала-сағаһы, хатта ҡарт-ҡороһо өсөн һыу төшөү, ял итеү урынына әүерелде. Бәйгегә әҙерләнгән аттарҙы йөҙҙөрөү, йыуыу ҙа тап ошо төбәктә атҡарылды. Етмәһә, муйыл да, ҡарағат та йыл һайын мул уңыш бирҙе. Шунлыҡтан ауылдың барлыҡ кешеһенең, емеш осоро етһә, бында ағылыуы тәбиғи күренеш булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Умартасы МәҙинәҺуңғы ваҡытта умартасылар араһында ҡатын-ҡыҙҙың арта барыуы һоҡландыра. Бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй, файҙалы шөғөлгә тотоналар.
Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе Мәҙинә Байғужина Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, оҙаҡ йылдар мәктәптә белем бирә. Артабан балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Әнүәр Байғужин 1998 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул ваҡытта ҡортсолоҡ менән мауығыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Шуға күрә иренә бал ҡортон тотоу буйынса махсус китап-журнал уҡып, умартасыларҙан тәжрибә уртаҡлашып, уларҙан өйрәнеп башларға тура килә. Бер умартанан ғына башланған шөғөл әкренләп кәсепкә әйләнә, умарталар һаны ла 40-ҡа етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, оло йәшкә еткәндә лә үҙ аңыңда булып, аяғөҫтө йөрөй алыуың, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә рухи терәк булыуың — үҙе ҙур бәхет. Күгәрсен районының Йомағужа ауылында балалары, яҡындары ҡулында ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәгән, быйыл 90 йәштәрен билдәләгән Миңһылыу, Рауза, Кәшифә инәйҙәр тап ошондай фекерҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 762 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына