Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара
Тулҡынланып, ҙур өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ яңы йылға. Үткәне лә беҙҙең өсөн ҡыуаныслы, һөҙөмтәле булды. Һанап китһәң, тыуған илебеҙҙең кескәй генә бер ауылы Ураҙмәттә, район һәм республика күләмендә башҡарылған матур ғәмәлдәрҙең барыһы ла һоҡландыра.


Яҙғы ташҡындар ауылыбыҙ өсөн оло һынау булды. Халыҡ байтаҡ зыян күрҙе. Бер урамды һыу баҫһа, ауылдың икенсе осонда көслө һыу Ҡорос йылғаһы аша һалынған күперҙе емерҙе. Был хәл халыҡтың тормошон ҡатмарлаштырҙы, тирә-йүн менән бәйләнеш өҙөлдө. Әммә юҡҡа хәүефләнгәнбеҙ икән. Район хакимиәте етәкселәре, борсолоуыбыҙҙы аңлап, көнө-сәғәте менән тигәндәй, ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар ойоштороуға тотондо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпер төҙөкләндерелеп, машиналар йөрөй башланы. Донъяға йәм керҙе, халыҡ еңел һулап ҡуйҙы. Раевка юл төҙөү һәм ремонтлау ойошмаһына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ауыл табибы” йәшәйәсәкме?
Ҡайһы бер хаттарға аныҡ яуап биреүҙе һорап, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт иттек.


“Ауыл табибы” йәшәйәсәкме?


“Быйыл улым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Районға эшкә ҡайтырға теләге ҙур. Үҙебеҙ ҙә уның тыуған яҡта төпләнеүен теләйбеҙ. Һеҙгә һорауым шул: быйыл “Ауыл табибы” программаһы эшләйәсәкме? Юҡһа, төрлө хәбәр, имеш-мимеш күп йөрөй”.
М. Миңлебаев.

Балаҡатай районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡаланың Статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында Хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге асылды.


Уҡыу йортонда юрист клиникаһы 2004 йылдан бирле эшләп килә. Бында студенттар хоҡуҡи ярҙамға мохтаж халыҡты ҡабул итә. Мөрәжәғәт итеүселәр түләүһеҙ юрист ярҙамы алһа, студенттар өсөн был — практик тәжрибә.
Әйткәндәй, граждандарҙы юғары юридик белемле консультанттар, белгестәр ҡабул итә. Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 65, ҡала транспортының “Колледж” туҡталышы. Сараға алдан яҙылырға кәрәк. Телефондар: (347) 228-67-72. Электрон почта адресы: uksivt@uksivt.ru. Хеҙмәт көн һайын иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем күрһәтелә. Шәмбе, йәкшәмбе — ял көндәре.
Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Павел Крашенинников үҙәккә әсбаптар бүләк итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙгәрештәр индерелде

Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелгән, тип ишеткәйнем. Илдекенәме, республиканыҡынамы икән? Ошо хаҡта аңлатып яҙһағыҙ ине.
Айгөл УСМАНОВА.

Әбйәлил районы.


Ысынлап та, 2012 йылдың 22 сентябрендә ҡабул ителгән 548-з һанлы законға ярашлы, Башҡортостандың Ғаилә кодексындағы 121-се статьяға үҙгәрештәр индерелде. Был баланы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алыусылар исемлегенә ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшмәкәрлегебеҙҙә асыҡлыҡҡа ынтылабыҙ
Хәтерегеҙҙәлер, үткән йыл аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙәге һайлау комиссиялары вәкилдәре менән осрашыу үткәргәйне. Унда Өфө ҡалаһының 185-се участка һайлау комиссияһы рәйесе Ғаяз Хисмәтуллин да ҡатнашты. Мәскәүҙән ҡайтҡас, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының юридик бүлеге начальнигы Ғаяз Хисмәтуллин ил Президенты һәм Рәсәй төбәктәрендәге коллегалары менән осрашыуҙан алған тәьҫораттарын уртаҡлашты.


— Рәсәйҙең 83 субъектынан ни бары ике участка һайлау комиссияһы вәкиле булды, шуларҙың береһе — һеҙ. Башҡортостандың һайлау эшмәкәрлеге буйынса бай тәжрибә туплауы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, әлбиттә. Ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәниәт йылына ярашлы, Башҡортостанда “Иң яҡшы йөҙ ваҡиға” конкурсы ойошторола.


Республика һәм район, ҡала кимәлендәге мәҙәниәт, сәнғәт учреждениелары ҡатнашлығындағы бәйгене республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” интернет-порталы мәҙәниәттең һәм сәнғәттең әһәмиәтен арттырыу, ошо өлкәләге ваҡиғаларға йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу маҡсатында үткәрә. Төп бурыс — Мәҙәниәт йылында республикабыҙҙа булған иң яҡшы ваҡиғаларҙы асыҡлау, ижади башланғыстарҙы үҫтереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йылда халҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Ил иңенә төшкән юғалтыуҙарҙы, тетрәнеүҙәрҙе, етемлекте хәҙерге быуын йәштәренә күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Совет халҡының ҡаһарманлығы, илһөйәрлеге, берҙәмлеге беҙгә Бөйөк Еңеү таңын бүләк итте. Һуғыш балаларҙы ла иртә өлгөрттө. Атайһыҙ үҫкән быуын да хәҙер инде ил ағаһы, ил инәһе йәшендә.


Оло юбилейҙы ҡаршылап, “Башҡортостан” гәзите Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтөн көс-дарманын һалып ауылдарҙа, ҡалаларҙа хеҙмәт иткән батырҙарға арналған “Тыл һалдаттары” конкурсын иғлан итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы осорҙа донъя иҡтисадында тотороҡһоҙлоҡ һаҡлана. Был, үҙ сиратында, республикабыҙға ла йоғонто яһамай ҡалмай. "Әммә беҙ өҫтөнлөктәребеҙҙе ҡулланып, бындай кире күренештәргә ҡаршы тора белергә тейешбеҙ", – тине Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең быйылғы эшмәкәрлегенә арналған ултырышта.


Республика башлығы фекеренсә, төбәктең иҡтисади сәйәсәте үҙәгендә ябай кеше мәнфәғәттәре булырға тейеш. Шуға ла Рөстәм Зәки улы Хөкүмәтте һандар менән артыҡ мауыҡмаҫҡа саҡырҙы, һәр кемдең йәшәү кимәленең яҡшырыуы уның эшмәкәрлегенә төп баһа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда сираттағы тапҡыр кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә арналған кәңәшмә булды. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы. Мөһим һөйләшеүгә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Дрожжин, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры урынбаѕары Сергей Сучков килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция рәүешендә ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 559 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 37 Алға
Бит башына