Өмөт ҡуҙы ғына йылыта Башҡортостан картаһының өҫкө өлөшөндәге "ярымутрау"ға күҙ һалғанығыҙ барҙыр. Салауат батыр тоҡомдары йәшәгән был төбәк бар яҡтан Силәбе өлкәһе менән "ҡамалған". Салауат районының иң төпкөлдәге Ишембай ауыл Советы халҡы тап ошо "ярымутрау"ҙа көн итә лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1081 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәжрибә үҙәгенә әүереләсәк Ленин исемендәге хужалыҡ райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы рәүештә алдынғы һанала. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимовтың производствоны оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә кооператив, заман ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы үтеп, бөгөн малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлештәрен үҫтереүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашыра, башҡа хужалыҡтарға өлгө булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спорттың үҫеше — дөйөм хеҙмәт емеше Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булып, перинаталь үҙәк төҙөлөшө менән танышты, ҡайһы бер спорт объекттарын ҡарап сыҡты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Зәки улы тәүҙә спорт йүнәлеше буйынса уҡыусылар араһында республика беренселеге уҙғарылған “Спартак” комплексына барҙы. Үҙәктең инфраструктураһы теннис кортын һәм өс саҡрымлыҡ саңғы-роллер трассаһын үҙ эсенә ала. Ул былтыр сафҡа индерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урал бөркөттәре, өмөт һеҙҙә!Ялтырауыҡлы донъялағы яңғырауыҡлы хәбәрҙән туйҙыҡ.

“Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, һай,
башҡорт егеттәре?!
Ҡайҙа һеҙ, Уралым
бөркөттәре!”

тип оран һалырға ғына ҡала бөгөн.
Ысынлап та, ҡайҙа һеҙ, ил уҙамандары? Башҡорт ауыр заманда боҫоп ятмаған, һәр саҡ ил һағында торған, халҡының именлеген хәстәрләгән, ауырлыҡтан сығыу юлдарын оло ҡорҙа тикшергән, кәңәшләшеп хәл итер булған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1218 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ ышанысын яулаған ...Сермән ауылында йәшәгән өс туған байрам итеп алырға була. Ҡунаҡтар йыйыла. Төн уртаһына тиклем дауам иткән мәжлес аҙағына ағалы-ҡустылы араһында бәхәс тыуа. Бәләкәйҙәре бала саҡта өлкәненең үҙен нисек рәнйеткәнен иҫенә төшөрә. Бәхәс оло низағҡа әүерелә. Ағай кеше, оҙаҡ уйлап тормайынса, бысаҡҡа йәбешә һәм ҡустыһына бер нисә тапҡыр сәнсә. Һуңынан ҡулына балта алып, яралы янына бер кемде лә ебәрмәй. Һеңлеләре, был күренештән ҡото осоп, шунда уҡ урындағы полиция хеҙмәткәренә йүгерә.
Николай Рыжов енәйәт урынына бик тиҙ килеп етә. Бәхеткә күрә, яралы егет тере ҡала, әммә уға табип ярҙамы талап ителә. Тәртип һаҡсыһы, үпкәсел егетте тынысландырып, тиҙ арала килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәрен яралы эргәһенә үткәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 917 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ 2014 йылдың 31 ғинуары. Ғәҙәт буйынса, айҙың һуңғы көнөндә бурыстар менән иҫәпләшеү ҡанға һеңеп ҡалған. Беҙҙең йорт эргәһендә генә телефон, фатир өсөн түләү, төрлө тарафтарға телеграмма ебәреү, иң мөһиме — ололар өсөн транспорт картаһының срогын оҙайтыу пункты бар ине. Йомоштарымды тиҙерәк үтәйем тип, ҡабаланып ошонда килдем. Бәй, ни хикмәт, халыҡ йыйылған: әрләшәләр, чиновниктарҙы һүгәләр. Хатта бер һуғыш инвалиды таяғы менән ишеккә һуғып алды. Таяҡ та түҙмәне — һынып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйләнеште өҙөргә ашыҡмайыҡ “Ни өсөндөр гәзит килеүҙән туҡтаны”, “Бер һанын ғына алдым, почтальондан сәбәбен белешкәйнем, Өфөнән ебәрмәйҙәр, тине”, “Быйыл да шул уҡ хәл — баҫманы тулыһынса ала алмайым” тигәнерәк йөкмәткеле шылтыратыуҙарҙы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән ала башлайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 984 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерлек ғазап Үҙем һунарсы булмаһам да, айыу алған, һунар тотҡан кешеләр менән әңгәмәләшергә әүәҫмен. Бигерәк тә данлыҡлы Ишйән ағай менән һөйләшеп ултырыуы – бер ғүмер. Ул үҙенең башынан үткәндәрен, нисек һунарсылыҡ иткәндәрен кинәнеп һөйләй, булған хәлдәрҙе шаштырып та ебәрмәй.
Сал төшкән мыйығының остарын борғолап ултыра бирә лә тәүҙә күңелле генә кеткелдәп ала, шунан, ҡабарып торған күҙ ҡабаҡтарын ҡыҫа биреп, һөйләй башлай, ул саҡта битендәге айыу тырнағынан бүртеп ҡалған урындары, меңләгән сирышы леберләп ҡуйған кеүек була. Иптәштәре ҡасып бөтөп, яңғыҙы яралы йыртҡыс аҫтында ҡалғанда, айыу битенең тиреһен һыпырып ала. Шунан ҡалған эҙҙәр был.
Ком: 0 // Уҡынылар: 911 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабыр итеүҙең дә сиге бар... Беҙҙең дәүер кешеләре бала саҡ шатлығы күреп үҫмәне. Һуғыш осорона тура килдек. Аслыҡ, яланғаслыҡ, бәләкәй көйө ауыр эшкә егелдек. Аяғыбыҙҙан сабата төшмәне. Иҫке-моҫҡо кейеп үҫтек. Беренсе класҡа уҡырға барғанда, мәктәбебеҙ янды.
Ауылдағы буш торған өйҙәрҙә тубыҡланып уҡып, беренсе класты тамамланыҡ. Тора-бара ауыл ҡарттары партаға оҡшатып өҫтәлдәр эшләне. Кулак мөһөрө менән Себергә ҡыуылған Нәби бабайҙың өйөн мәктәп иттеләр
Ком: 0 // Уҡынылар: 861 тапҡыр // Тотош уҡырға
Риф ӘХМӘҘИЕВ: “Шиғыр — ул көтөлмәгән табыш” Билдәле ғалим-әҙәбиәтсе, шағир, педагог, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Риф Барый улы Әхмәҙиевкә 60 йәш тулды. Ошо уңайҙан танылған шәхесебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Риф ағай, шағирҙы белер өсөн уның тыуған ерен күрергә кәрәк, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, хыялыбыҙҙа булһа ла тыуған яғығыҙға “барып” әйләнәйек.
— Һәр ижад кешеһенеке шикелле, минең шиғриәтемдең шишмәһе – тыуған яғым, ауылымды уратып алған урман-һыуҙар, тау теҙмәләре, үҙәндәр. Кемдеңдер шәхси йоғонтоһо хаҡында айырып ҡына әйтеп тә булмайҙыр. Әсәйемә килгәндә, уның хәстәре улын шағир итергә тырышыуға ҡайтып ҡалмағандыр, хәйер, ундай уй башына ла килмәгәндер…
Ком: 0 // Уҡынылар: 1398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 44 Алға
Бит башына