Сиратҡа баҫа һал Балалар баҡсаларына сираттың ҡасан бөтөүе күҙаллана? Бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, артыҡ мәшәҡәтһеҙ баланы баҡсаға яҙҙырып буламы? Был тәңгәлдә коррупцияны булдырмау маҡсатында ниндәй эш бара? Ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай һорауҙарға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВА яуап бирә.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, балалар баҡсаларында урын етешмәү — тотош илебеҙгә хас күренеш. Сиратты бөтөрөү өсөн ниндәй эш алымдары ҡулланыла?
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украиналағы кисәге Майҙан хужалары араһынан “ҡара бесәй” үтте, күрәһең: бер-береһе менән талаша, тартҡылаша, хатта үлтерешә башланылар. Мәҫәлән, фашистик идея менән һуғарылған “Уң сектор” лидерҙарының береһе Александр Музышко милицияның махсус операцияһы мәлендә һәләк булды. Хәҙер милләтселәр юлбашсылары өсөн үс алмаҡсы булып ҡан көҫәй, Украинаның эске эштәр министры Арсен Аваковты отставкаға ебәреүҙе талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 577 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы хакимиәт башлығы һайланды Нефтекама ҡала Советының ҡарары нигеҙендә урындағы хакимиәт башлығы итеп Рәшит Дәүләтов тәғәйенләнде.
Әлегә тиклем ул “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дәүләт власы органдары һәм йәмәғәтселек менән үҙ-ара эш итеү буйынса директоры булған.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына конкурста ҡатнашыуға ике кандидат — Рәшит Дәүләтов менән Ришат Хәбибуллин — индерелгәйне. Һөҙөмтәлә Рәшит Мостафа улына өҫтөнлөк бирелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 633 тапҡыр // Тотош уҡырға
Камила Дәүләтова — мәғариф министры урынбаҫары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Камила Дәүләтованы республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Камила Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова — сәйәсәт фәндәре кандидаты. Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө район комитеты секретары, баш ҡала хакимиәтенең Йәштәр эштәре идаралығы етәксеһе, Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Йәштәр эштәре идаралығы начальнигы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе булып эшләне. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем — дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 614 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял ойоштора белә ялсылар "Рәхим итегеҙ!" Ялсы ауыл мәҙәниәт йортона беркетелгән был яҙыу менән бергә ошо уҡ һүҙҙәрҙе халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Фәттәх Шәмғоловтың һәйкәл булып ҡайтҡан һындары ла ҡабатлай төҫлө: "Рәхим итегеҙ беҙ тыуып үҫкән бәрәкәтле ергә!"
Ком: 0 // Уҡынылар: 714 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төп бүләк — Ейәнсурала! …Жюри бүлмәһендә ҡыҙыу бәхәс бара. Кем еңеүсе булыр? Һиҙелеп тора: уҡытыусыларҙың нисәмә быуынын тәрбиәләп сығарған абруйлы ғалимдарға ла һайлау еңелдән түгел. Төптән уйлап ҡарағанда, конкурста ҡатнашҡан 55 педагогтың һәммәһе лә еңеүсе, барыһы ла ҙур баһаға лайыҡ бит!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юмористарҙың ялғаны – ярым шаярыу ғына Көлкө көнө алдынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһы етәксеһе, күренекле яҙыусы-сатирик һәм шағир, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Алеко Константинов исемендәге (Болгария) һәм Сергей Михалков исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Марсель СӘЛИМОВ (Мар. СӘЛИМ) менән осрашып, уның менән етди вә шаян әңгәмә ҡороп алдыҡ.
– Мәғлүм булыуынса, үткән йыл аҙағында Мәскәүҙә урыҫ телендә “Заманы ниндәй – көлкөһө шундай” тигән китабығыҙ донъя күрҙе. “Российский писатель”, “Литературная газета” һ.б. үҙәк матбуғат сараларында уның тураһында ыңғай рецензиялар баҫылды. Халыҡ-ара Интернациональ яҙыусылар союзы сайтында ошондай һүҙҙәр ҙә бар: “Марсель Сәлимовтың яңы китабын һис арттырмайынса хәҙерге сатираның сағыу күренеше тип әйтергә мөмкин”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ур-ра-а! “Салауат Юлаев” Астанала бишенсе матчта отолһа ла (1:2), алтынсыһында “Барыҫ” менән көс һынашыуға нөктә ҡуйҙы (3:2).
“Гагарин кубогы”на иң шәп дүрт команда дәғүә итә хәҙер. Көнбайышта ярымфиналда “Локомотив” менән “Лев” уйнаһа, көнсығышта беҙҙең юлаевсылар – “Металлург” менән. Был ике пар еңеүселәре кубок өсөн сәкәләшәсәк тә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Мөхәммәт Рәшитов, “Йылға зыяратты йыуа”, 2014 йыл, 18 ғинуар)

Автор һуғыш йылдарында “Ҡыҙыл партизан” колхозында тир түккән тыл ҡаһармандарына ҡуйылған һәйкәлгә әле һаман уларҙың исеме беркетелмәүе, шулай уҡ ауылда мосолман зыяратының тирә-яғын Инйәр йылғаһы йыуа башлауы хаҡында борсолоп яҙғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән Рәсәйҙә социаль пенсиялар 17,1 процентҡа арта. Ил бюджетында ошо маҡсатҡа 40 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Индексация 3,7 миллион кешегә ҡағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 621 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына