Орлоғона күрә – уңышы Болондарҙы трактор тауышы күмер көндәргә лә күп ҡалманы. Ер кешеһе, ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн яуаплы осор яҡынлаша. Көҙөн мул уңышҡа иҫәп тотоу өсөн тап ошо мәлдә билеңде биштән быуырға кәрәк. Был йәһәттән Нуриманда хәлдәр нисек? Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Фаяз Хәлилов менән ошо хаҡта һөйләштек. Һүҙ — уға:
– Райондың 78 проценттан ашыу майҙанын урман биләй. Беҙҙәге тупраҡ составы игенселек менән шөғөлләнеү өсөн ҡулайлы булмаһа ла, күңел һалып эшләгәндә барыбер яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген аңлайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырҙы юлдаш итеп... Искәндәр Ғәзизов — башҡорт эстрадаһындағы сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Һәләтле егет студент йылдарында уҡ халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ таныла. Ул “Дуҫлыҡ моңо”, “Урал моңо” фестивалдәрендә, “Ирәндек моңдары” конкурсында призлы урындар яулай, “Гәлсәр һандуғас” телевизион конкурсында “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ була.
Йырсы башҡарыуындағы “Атай, әсәй”, “Һинең менән шундай рәхәт миңә”, “Йәй ғүмере”, “Сер бирмә”, “Онотма” һәм башҡа йырҙар тиҙ арала тамашасы күңелен арбап өлгөрҙө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 647 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал моңо” саҡыра “Урал моңо” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә республиканан ҡатнашырға теләгәндәр өсөн тәүге һайлап алыу туры үтте.
17 муниципаль берәмектән һәм ҡала округынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән, Төркмәнстандан 43 кеше бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Баһалама комиссияһына композитор Урал Иҙелбаев, Башҡорт дәүләт сәнғәт академияһының өлкән уҡытыусыһы, кафедра доценты Светлана Слягузова, “Ҡурай-ТВ” телеканалы директоры Айгөл Әхмәҙиева,
Ком: 0 // Уҡынылар: 777 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан улдарын әрмегә оҙата Илдә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Был хаҡтағы махсус Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Уға ярашлы 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге 154 мең Рәсәй Федерацияһы гражданы хеҙмәткә саҡырылырға тейеш.
Республика Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл беҙҙән 5 800 самаһы кеше хеҙмәткә саҡырыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 772 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һан да һәлмәк, сифат та арыу... Апрелдең тәүге яртыһында республика Яҙыусылар союзы ағзалары отчет-һайлау йыйылышы уҙғара. Ошо уңайҙан Союздың иң ҙур берәмеге – проза һәм публицистика секцияһы рәйесе Сабир Шәриповтан хәл-әхүәл белештек. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Һуңғы ике йылда йәмғеһе туғыҙ ултырыш үткәрелде. Әлбиттә, ҡулъяҙмаларҙы анализлағанда әҙәби оҫталыҡҡа, авторҙың теоретик әҙерлегенә, башҡа ваҡ-төйәккә иғтибар бирергә тырыштыҡ. Бер нисә иптәш Яҙыусылар союзына ҡабул ителде, бер нисәһенә ағзалыҡҡа юллама әҙер.
Әһәмиәтле ижад емештәрен, йәғни өмөтлө ҡәләм оҫталарын, эҙләүҙе күҙ уңында тотһаҡ, иң тәүҙә Айгиз Баймөхәмәтов, Рәзилә Рыҫҡужина, Рәйлә Сабитова, Ләйсән Мараканова, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1195 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шөкөр итә-итә йәшәй “Эй, был ҡатын-ҡыҙҙа
булған ирлек
Ир-аттарҙы ҡатын
итерлек...”
Ошо шиғри юлдарҙы уҡығанда, донъя ҡыйынлыҡтарына баш эймәгән, яҙмыштың әсе бурандарына бирешмәгән Рәшиҙә Мөхйәнова күҙ алдыма килеп баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн — Халыҡ-ара балалар китабы көнө 1967 йылдан бирле 2 апрелдә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Бөгөнгө көндә балаларҙы китап ҡыҙыҡһындырамы? Ошо һорау менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә "Рәсәй дәүләт-шәхси партнерлыҡ аҙналығы-2014" инфраструктура конгресы уҙғарылды. Сараны Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү үҙәге, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторҙо. Башҡортостандан унда Иҡтисади үҫеш министрлығының дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү бүлеге белгестәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 524 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатирыңды бүләк итәм тиһәң..."Фатирымды ейәнемә бүләк итергә теләйем, быны нисек ғәмәлгә ашырырға, нотариуста килешеү төҙөтһәм, етәме?" кеүек һорауҙарҙы оло быуын кешеләренән йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, фатир бүләк итеү тәртибе ниндәй һуң?
Бөгөнгө закондарға ярашлы, фатир хужаһы бүләккә ҡабул итеп алыусы менән килешеү төҙөргә һәм уны теркәү органдарына, атап әйткәндә, "Росреестр" бүлексәһенә тапшырырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 696 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙғы баҫыу эштәренә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Һабанда һайрашыр мәлде республика игенселәре нисек ҡаршылай? Ошо һорауға яуап табыу өсөн бер нисә район гәзитенә күҙ һалдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына