Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендәге делегация Ҡырым Республикаһына юлланды. Уның составына министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, эшҡыуарҙар ингән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә ул хәҙер ҡунаҡ ҡынаБашҡортостанда тыуып, сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәр менән республикабыҙ халҡы хаҡлы ғорурлана. Дирижер Владимир Спиваков, йырсылар Юрий Шевчук, Земфира Рамазанова, Юрий Шатунов, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың исемен Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Сыңғыҙ Ханнанов, Артур Нәзиуллин, Денис Хөсәйенов кеүек йәштәребеҙ ҙә бөгөн уларҙың юлынан тайпылмай, үҙ тауышын донъяға яңғырата.
Әйткәндәй, яңыраҡ Өфөлә Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, талантлы башҡорт музыканты Денис Хөсәйеновтың концерты булды.
Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға танылған яҡташыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып китмәҫһеңме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 944 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуҙан сығып яуға ингәндәй Республикабыҙҙа һәм ил эсендә генә түгел, уларҙан тышта, ер аяғы ер башында ятҡан мәмләкәттәрҙә лә халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар, уны ғилми яҡтан өйрәнеүселәр өсөн Әхмәт Сөләймәновтың исеме күптән билдәле. Берәүҙәр — халыҡ ижадын халыҡҡа еткереүсе, икенселәр — һәр саҡ эҙләнеүсән, баҫалҡы ғалим, Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары — кешелекле уҡытыусы, мәктәп уҡыусылары иһә туған әҙәбиәт, Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр авторы тип белә уны. Әҙиптәр даирәһендә ул Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы булараҡ таныш. Кем генә тип ҡабул итмәһендәр, нисек кенә баһаламаһындар, Әхмәтте белгән кеше иң тәүҙә уны итәғәтлелеге һәм ихласлығы өсөн хөрмәт, ихтирам итәлер, тип уйлайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1019 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бишҡурайҙарға "бишле" ҡуйырлыҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл" конкурсында Илеш районы йыл да ихлас ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙ быйыл да акцияға ҡушылды, ауыл биләмәләре араһында ярыш иғлан ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 629 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүре балаһы Һәр саҡ шаулап ултырған тайга урманы бөгөн, елһеҙ, аяҙ көндә, бөтөнләй тынып ҡалған. Тик, сатлама һыуыҡҡа сыҙай алмай, унда-бында ғына ыңғырашып ҡуйғандай. Хатта ярайһы ғына ҡалын яуған тәүге ҡырпаҡ ҡар ҡатламының да уны быйылғы ҡыштың үҙәккә үтерлек һыуығынан һаҡлап алып ҡалырға хәленән килмәй. Сөм ҡыҙыл ҡояш, хушлашҡандай, һуңғы нурҙарын һаран ғына һирпте лә ағастарҙың ҡарағусҡыл сатырҙары аръяғына йәшеренде. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндөң күге, тиҙҙән етәсәк төн хаҡында иҫкәрткәндәй, зәңгәрһыу төҫкә инеп, ҡараңғылана башланы.
Тайгаға ҡараңғы төшмәҫ элек ҡайтып етергә ниәтләп, ҡырпаҡ ҡарҙы яра-яра, Мик исемле этем менән ҡышлау өйөнә табан ашыҡтым. Был урманда мин яңы кеше түгел тип әйтерлек. Дүртенсе йыл инде йәнлек тиреһе етештереү менән шөғөлләнәм. Яңғыҙ булырға яратам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 746 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әгәр шағир бөгөн иҫән булһа... Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, публицист, тәржемәсе Рәми Ғарипов арабыҙҙан ни бары 45 йәшендә китеп барҙы. Быйыл уға 82 йәш тулған булыр ине. Бәлки, был йәшкә етер ҙә ине, тик көслө рухлы шағир үҙе өсөн йәшәмәне, бер ҡасан да үҙен ҡайғыртманы, ә тик башҡорт халҡы, теле өсөн янды. Йәшәргә, эшләргә, яҙырға, әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Әле үҙе беҙҙең арала булһа, йәштәргә күпме аҡыл өйрәтер, яңы ғына башлап торған шағир, яҙыусы, журналистарға кәңәштәре менән ярҙамлашыр, тағы ла әллә күпме шиғыр ижад итер ине. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ шағир менән ысынбарлыҡта түгел, ә ғүмере буйы алып барған көндәлектәре,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәшсе Ауылда Хөббитдиндең ҡатынына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Үҙе уңған, донъя көтөргә тырыш, олоһона ла, кесеһенә лә ҙур ихтирам менән ҡарай. Шул тиклем тәртипле һәм тәүфиҡлы. Иренең бәхетле булыуын да ҡатынына бәйләп ҡуялар, сөнки Хөббитдин ялҡауыраҡ.
Эй маҡтайҙар, эй данлайҙар
Хөббитдиндең кәләшен.
Ул бисәне һайлап алған,
Тотоп дуҫтар кәңәшен, —
тип һамаҡлайҙар ауылда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 671 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡбуҙ үә Урал заңы Күктә тыуып, утығып,
Ерҙә тоҡом йәймәгән,
Һис нәмәнән өркмәгән,
Ир-егеттең мөсһөҙөн
Үҙенә тиң күрмәгән
Күк дөлдөлө – Аҡбуҙ ул.

Йондоҙ һымаҡ атылған,
Күк күкрәткән, шаулатҡан,
Ерҙә дауыл ҡуптарған,
Тау-таш, ҡая аҡтарған,
Бөтә йәнгә шом һалған
Күк толпары – Аҡбуҙ ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 923 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр кемдең дә бар аһ-зары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәрен һайлаған төбәктәргә сығып, әленән-әле халыҡ менән осраша, уларҙың проблемаларын яйға һалыуҙа ҡатнаша. Хәйбулла районының Маҡан ауыл биләмәһендә граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса республика парламенты депутаты Рөстәм Борғанетдин улы Аблаев ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 544 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Тормош миңә шундай яҡын бында..." Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәшит Назаровтың ошо шиғри юлдары уның тыуған төйәгенә тулҡынлана-тулҡынлана аяҡ баҫҡан һайын иҫкә төшә лә тора. Ысынлап та, беҙгә лә бындағы тормош шундай яҡын, ҡәҙерле, йәмле.

Булдыҡлылар заманы

Өршәк буйын төйәк иткән Төрөмбәт ауылына еткәндә ҡар
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына