"Тере шишмәләр" ҡоромай "Баязит Бикбайға үҙ талантын поэзияның, прозаның, драматургияның төрлө тармаҡтарында һәм жанрҙарында тулы күрһәтә алыу насип булды, дөрөҫөрәге, тынғыһыҙ хеҙмәт, маҡсатҡа тоғролоҡ, ижади яныу аша ул ошо оло бүләккә өлгәште. Күп һәләтте үҙенә туплаған һүҙ оҫтаһы булыу өҫтөнә ул сәнғәттең тылсымдарын яҡшы тойған рәссам күңелле, тарихты, халыҡ ижадын яҡшы белгән ғалим зиһенле кеше ине", — тип яҙҙы оло әҙип хаҡында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға