Юлдар һәр саҡ имен булһын!Бөрө ҡалаһында “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН уйынының финалы булды. Конкурс республикала ошо уйын ойошторолоуҙың 15 йыллығына арналды.
Юл-транспорт фажиғәләрендә балаларҙың йәрәхәт алыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараны Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторҙо.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исемен яулау маҡсатында республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 25 команда көс һынашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 644 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе матур, үҙе йылы —  кем бәйләне икән? Данлыҡлы Стәрлебаш шәле хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында уны бәйләгән кешегә рәхмәт уҡый-уҡый ябынып йөрөгәндәр ҙә юҡ түгелдер әле. "Үҙе матур, үҙе йылы — был шәлгә кемдең ҡул йылыһы һалынды икән?" — тип ҡыҙыҡһынғандар ҙа барҙыр, моғайын. Һөнәрмәндәр менән таныштырырға ашығам. Улар — район мәҙәниәт һарайында тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән "Хужабикә" клубы оҫталары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Яҙ бүләге"нең тәме Башҡорт әҙәбиәтенә өр-яңы саф тулҡын булып йәштәр килә. Уларҙың ижады стиль, моң, һүрәтләү саралары, образлылыҡ, сюжет элементтарының үҫтерелеше, прозала кәрәкле характерҙарҙың рухи булмышын оҫта, иренмәй тасуирлау менән үҙ уҡыусыһын ылыҡтыра. Әҙәбиәткә килгән йәштәрҙең үҙенсәлекле тауышы булыуы ҡыуаныслы.
Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға ғына түгел, ә ике шиғырҙар йыйынтығы менән тамамлаған өмөтлө шағирә
Ком: 0 // Уҡынылар: 1309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәжәрәм  тарих һөйләй Республика күләмендә нәҫел шәжәрәләрен өйрәнеү һәм төҙөү буйынса уҙғарылған конкурста быйыл икенсе тапҡыр еңеүсе исемен яуланым. Тәүге еңеүем ауылдаштарымдың нәҫел тамырҙарын өйрәнеүгә бәйле булһа, быйыл иһә "Шәжәрәләр төҙөүҙә үҙ нәҫелеңдең ҡомартҡыларын ҡулланыу" номинацияһында алдынғылыҡты бирмәнем. Был юлы иһә дүртенсе быуын ҡан-ҡәрҙәшем Имай Насыриҙың шәжәрәһен төҙөнөм. Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда ойошторолған республика "Шәжәрә" байрамында үҙем етәкләгән "Сөйөмбикә" татар фольклор ансамбле менән ҡатнаштым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙән һуң бәрәкәтле ер ҡалһын Яҙғы көн яҙғы инде — төндә туңдырһа ла, ҡояштың тәүге нурҙары һирпелеү менән аяҡ аҫты йомшара ла башланы. Шуға ла оло юлдан ситтәрәк ятҡан Ураҙбахты ауылына еткәндә ҡар һыуҙары емелдәй ҙә ине.
Яҙҙың һәр көнө игенсене йәһәтерәк ҡуҙғалырға саҡыра. Был "Нерал-Шишмә" ауыл хужалығында аграр мәсьәләләр буйынса үткән кәңәшмәлә айырыуса асыҡ күренде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ныҡлап әҙерләндек Яҙғы ташҡын ауыл халҡына ни дәрәжәлә ҡурҡыныс менән янай, хәүефле хәлде алдан иҫкәртеү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә? Ошо һорауҙарға Кәлтәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Булат РӘШИТОВ яуап бирә. Һүҙ — уға:
– Дөйөм алғанда, ташҡынға ҡаршы эшмәкәрлекте йылдағыса март башында уҡ йәйелдерҙек. Биләмәлә хакимиәт башлығы рәйеслегендә депутаттар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ойошмалар етәкселәре ингән биш комиссия төҙөлдө. Тәү сиратта һыу баҫыу янаған шәхси йорттарҙы,
Ком: 0 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тырыштарға ярҙам бар Ғафури районында эшҡыуарлыҡты яҡлауға етди иғтибар бирелә. 2014 – 2016 йылдарға махсус программа ҡабул ителгән. Яңы эш башлағандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә үҙ бизнесын артабан үҫтереүселәр өсөн ҙур этәргес булып тора. Яңыраҡ иһә Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин, Ауыл хужалығы, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары вәкилдәре күсмә ҡабул итеү ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙсә яҙайыҡ– Диктант өсөн “бишле”!
– “Өслө”гә яҙғанһың.
– Хаталарың күп, “икеле”...
Кемдең генә мәктәп йылдарында уҡытыусынан ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәне булманы икән?! Урыҫса йә башҡортса диктантты күп яҙҙыҡ, эйеме? Ә бит шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алыу мөмкинлеге әле лә бар, күптәр уның хаҡында белмәй генә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр Башҡортостанға рәсми эш сәфәре менән Марокко Короллеге делегацияһы килде. Улар кисә Республика йортонда Президент Рөстәм Хәмитов менән күреште.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр советы рәйесе Вячеслав Пятков, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һәм башҡалар ҡатнашты. Марокко яғынан да абруйлы ҡунаҡтар булды. Улар – Ғәли йәнәптәре Марокко Короленең Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Әбделҡадир Лешехеб, Рәсәйҙәге Марокко илселегенең социаль һәм студенттар мәсьәләләре буйынса атташеһы Хассан Кариб,
Ком: 0 // Уҡынылар: 552 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сыбаркүл: сибәр күлме, сыбар күлме? Былтыр Силәбе өлкәһендә булған ғәжәйеп бер күренеш бөтә донъяны шаулатты. Ҡышҡы иртәләрҙең береһендә, Силәбе өҫтөнән осоп үтеп, Сыбаркүл күленә бер нисә тонна ауырлыҡтағы метеорит килеп төшөүе ғәҙәттән тыш бер ваҡиға булғайны. Был һауа ҡунағын "Силәбе" тигән исем менән дә, "Сыбаркүл метеориты" тип тә атап йөрөтәләр хәҙер.
Ошо ваҡыттан һуң күлдең даны бермә-бер артты, үткән йәйҙә һыу төбөнән метеориттың ҙур ғына киҫәктәрен дә
Ком: 0 // Уҡынылар: 634 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына