Аҫылташ күп, күрә генә бел Халҡыбыҙҙың күңел түрендә быуаттар дауамында һаҡланып килгән, уның тарихын, тормош-көнкүрешен, уй-теләген сағылдырған рухи хазиналарыбыҙҙы йәш быуынға еткереү — мөҡәддәс бурысыбыҙ. Был йәһәттән республика Мәғариф министрлығының уңышлы эшен билдәләргә кәрәк: ведомство хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән балалар араһында төрлө саралар даими уҙғарыла. Мәҫәлән, "Башҡортостан ынйылары" конкурс-фестивале һәр быуын вәкилдәренең һөйөүен яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 810 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер ҙә ҡурсалауға мохтаж “Дружба” йәмғиәтендә был көнгә етди әҙерләнгәндәр, һынатып, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын тип тырышыуҙары хужалыҡҡа аяҡ баҫҡас уҡ күренә. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки ергә һәм хеҙмәтсәндәргә бәйле сара етди, яҙғы сәсеү ҙә кисектереп тора торған эш түгел. Ә килеүселәр күп ине, хатта ҡырмыҫҡа иләүеләй гөж килеп торҙолар тиергә мөмкин. Ауыл хужалығы идаралығы, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, белгестәр,
Ком: 0 // Уҡынылар: 664 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙеке лә ҡайтыш түгел Өфөлә “Газ. Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе эшләй башланы. “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә комплексында Рәсәйҙең ошо тармаҡта эш иткән — 30, шулай уҡ сит илдәрҙең 16 төбәгенән 400-ҙән ашыу предприятиеның тауарҙары урын алған.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов сәләмләне:
Ком: 0 // Уҡынылар: 797 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хайуан тип кенә  ҡарамайыҡ Кеше үҙен ерҙә хужа итеп тойоп йәшәһә лә, беҙҙең менән бергә мең төрлө йән эйәһе көн итә. Уларҙың да үҙ йәшәү рәүеше, көнкүреш ҡанундары бар. Циркта кейек-ҡоштарҙың төрлө трюктар яһауы, экстремаль хәлдәрҙә кешеләргә ярҙамға килеүе хайуандарҙың да аҡыл кимәленең камиллығын иҫбатлай. Беҙҙә һирәк осраған алдан һиҙеү, тойомлау һәләте үҫешкән йәнлектәрҙә. Дин буйынса ла, әҙәм гүр эйәһе булғас, ҡәберҙәге хәлдәрҙе хайуандар ишетер, тик кешеләр генә белмәҫ, тиҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ һулышы менән тулы был моңдар! Был сара әле икенсе тапҡыр ғына ойошторола, шуға ҡарамаҫтан, аншлаг менән үтә. Һүҙем — Дәүләкән ҡалаһында уҙғарылған "Яҙғы моңдар" йыр-моң тамашаһы хаҡында.
Сараға райондың төрлө ауылдарынан, хатта күрше райондарҙан да йыйылдылар. Танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов менән һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Арыҫланова кисәне бик матур итеп алып барҙы. Улар йырлап та ебәрҙе, тамашасы менән әңгәмә лә ҡорҙо, бүләктәр ҙә өләште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмышынан ҡәнәғәт Һәр төбәктең, һәр ауылдың бүтәндәргә оҡшамаған йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре була. Кешеләре тел-һөйләш үҙенсәлектәре менән айырылып тора.
Ауыл халҡы бер-береһенән күрмәксе эш итә. Йәштәрҙән берәйһе ҡалалағы уҡыу йортона уҡырға инһә, киләһе йыл уға икенселәр, өсөнсөләр эйәрә. Элегерәк иң күп уҡығандар Ғәлиәкбәр ауылында булды. Бынан әллә күпме уҡымышлы кеше сыҡҡан. Ҡайһы бер ауылдарҙа йәштәр уҡыуға һирәгерәк ынтыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәләттәре эштә, производствола нығыраҡ асыла. Бынан мин, уҡымайынса ла шәп эшләп, йәшәп була бит, тип әйтергә йыйынмайым, әлбиттә.
Мораҙым ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем ситкә сығып һөнәрле булып ҡайтҡандар һирәк ине. Ә ауылда эш гөрләп торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡурҡыу белмәҫ егет Краснокама районының төп һәм иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Яңы Ҡайынлыҡ халҡы яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған майор Шәриф Сөләймәнов менән хаҡлы ғорурлана.
Батырҙың тыуған төйәгендә уға һәйкәл ҡуйылған, йорт-музейы эшләп килә, мәктәп уның исемен йөрөтә. Яҙмам нәҡ ошо ауыл егете, “Янғында күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Филүс Ғәбиҙуллинға бағышланырға тейешлеген белгәс тә, тәү сиратта уның данлыҡлы яҡташын иҫкә төшөрҙөм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡуттарға ярҙам итергә әҙербеҙ Башҡортостан, Татарстан һәм Саха (Яҡут) Фәндәр академиялары хеҙмәткәрҙәре бер-береһе менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып эшләй. Өс төбәктең ғилми берләшмәләрен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, был мәсьәләне хәл итеүҙәге ҡатмарлылыҡтар хаҡында фекер алышыу даими уҙғарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 594 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡтың сере — хеҙмәт һөйөүҙә Һөнәренә ғүмер буйы тоғро ҡалып, дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәгән Ғәлимә Ғәлиева — Илеш районына башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтергә килгән тәүге уҡытыусыларҙың береһе.
Күркәм холоҡло, тыйнаҡ, ҡояштай көләс йөҙлө, хеҙмәтенән йәм һәм тәм табып йәшәгән остазыбыҙ йәмле Дим буйында, Әлшәй районының Һарыш ауылында донъяға килгән. Ишле ғаиләлә тәүге бала булған Ғәлимә апай бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын, унан БДУ-ның әлеге Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 640 тапҡыр // Тотош уҡырға
Конкурстың йылдан-йыл сифатлыраҡ, йөкмәткелерәк була барыуы һөйөнөслө. Шуға күрә лә сығыштарға баһа биреүе лә ауырлаша.
Быйыл, мәҫәлән, 26 ижади хеҙмәттең 11-енә юғары билдә ҡуйылды. Улар бай йөкмәткеле, күркәм биҙәлешле, сағыу булыуы менән айырылып торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына