Әүҙемдәр һәм уңғандар билдәлеИң яҡшы муниципаль берәмектәр ҡайҙа? Был һорауға яуап күптән түгел асыҡланды – “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүселәр билдәләнде. Бәйгене республикабыҙ Хөкүмәте былтыр 10 апрелдә иғлан иткәйне. Ул урындағы үҙидараның үҫешен дәртләндереү, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатында йыл һайын үткәрелеп торасаҡ. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Замандаштарыбыҙға нимә булды?” Осрашыуҙан һуң уйланыуҙар

Ижадсының күпселек ваҡыты яңғыҙлыҡта үтә. Шағир ҙа, яҙыусы ла, рәссам да, композитор ҙа был донъяла бер яңғыҙы ҡалып, тормош һәм яҙмыш хаҡында уйлана, йәшәйештең асылын, кешенең булмышын аңларға тырыша.
Ҡаршылыҡтар бәрелешен, хаҡ менән нахаҡтың көрәшен ситтән генә күҙәтмәй, шуларҙың үҙәгендә ҡыуанып йәки һыҙланып йәшәй. Яңы әҫәрен башларға йәки тамамларға ижадсыға бер кем дә килеп ярҙам итә алмай.
Ком: 1 // Уҡынылар: 2262 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлең нисек, ҡала башҡорто? Яҡташымдың Өфөгә килеп йәшәй башлауына ун биш йылдан ашты. Тәүҙә эшкә алмай ыҙалаттылар – ҡайһы ғына ойошманың ишеген асып инмәһен, шунда уҡ кире бороп сығарҙылар. Имеш, стажы бәләкәй, тәжрибәһе юҡ. Көс-хәлгә эшкә танышлыҡ арҡаһында урынлашты. Ә бына йәш ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе һаман да хәл ителмәгән, дөйөм ятаҡта кәләше һәм балаһы менән ғүмер итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 883 тапҡыр // Тотош уҡырға
Араларҙа күпер бар Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл янынан Ләмәз йылғаһы аға. Яҙ көнө ул урындағы халыҡ өсөн оло бәләгә әүерелә торғайны, сөнки ҡар һыуҙары иреп, ташҡын башланғас, ләмәздәргә юл өҙөлә. Йылға аша һалынған иҫке күпер хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Айырыуса мәктәп йәшендәге балалар өсөн гел хафаландыҡ.
Ниһайәт, былтыр мәсьәлә етди иғтибарға алынып, ауыл халҡының күптән көткән хыялы тормошҡа ашты —
Ком: 0 // Уҡынылар: 982 тапҡыр // Тотош уҡырға
Чернобылдә эшләгән Илүсә Кешенең холоҡ-фиғеле уның һөйләшендә сағыла. Осрашыу тураһында телефон аша килешкәндә буласаҡ әңгәмәсемде нисек күҙ алдына баҫтырһам, тормошта ла тап ошолай булып сыҡты. Фатир ишеген шаҡыуға етеҙ хәрәкәтле, урта буйлы мөләйем ханым йылмайып ҡаршыланы мине. Артабанғы аралашыу күптәнге таныштарса дауам итте, сөнки Илүсә Сәхип ҡыҙы менән һөйләшеүе еңел дә, мауыҡтырғыс та. Күҙәтеүҙәрем буйынса, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белеү – йәшлектәрендә йәмәғәт эшенең уртаһында булып, комсомол мәктәбе үткәндәрҙең барыһына ла хас сифаттарҙың береһе.
Борай районындағы уңыштары менән бөтә республикала киң билдәле Вострецов исемендәге колхоз бригадаһының борон-борондан аҫаба башҡорттар йәшәгән Яңы Бикмәт ауылында тыуып үҫкән Илүсә бала саҡтан уҡ әүҙем була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телеңде йоторлоҡ ҡарға бутҡаһы Ҡарға бутҡаһын ашағанығыҙ бармы? Бындай бәхеттән мәхрүм ҡалған кешеләр юҡтыр ул беҙҙә. Хәйер, халҡыбыҙҙа борон-борондан "Ҡарға бутҡаһы" күркәм милли байрам булараҡ уҙғарылып тора. Ер ҡарҙан әрселгән осорҙа билдәләйҙәр уны. Яңыраҡ Благовар районының Һарайлы ауылы халҡы ла ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ошо изге йоланы ҡәҙерләп үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Батыр менән халыҡ йөрәкле  Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереүҙе йәнләндерәйек Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү – изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Был юҫыҡта Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һәм унан һуңғы осорҙа байтаҡ эш башҡарылды. Башҡортостанда бер сәнәғәт ҡалаһы һәм геройҙың тыуған төйәге уның исемен йөрөтә. Өфөнөң Ағиҙел ярындағы бейек тау башына батырыбыҙҙы һынландырған Европалағы иң бейек һәм мөһабәт һәйкәл ҡуйылды, район үҙәге Малаяҙҙа һоҡланғыс музей асылды, Палдиски ҡалаһынан (Эстония) Алыҫ Көнсығышҡа тиклем урынлашҡан иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауыл-ҡалаларҙың урамдары, колхоз-совхоздар һәм төрлө учреждениелар Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр Арҙаҡлы шәхесебеҙ, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Форсаттан файҙаланып, юбилярға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә, ысын йөрәктән ҡотлау һүҙҙәрен еткерергә теләйем.
Медицина фәндәре докторы, профессор Венер Сәхәүетдинов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ, яҡташтарына, ауылдаштарына оло ярҙам күрһәтте. Алтын ҡуллы табип әллә күпме кешегә ғүмер бүләк итте, аҡыллы кәңәштәр бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер әсәнең улдарыбыҙ Украинаны дер һелкеткән фажиғәле хәлдәр хафалы уйҙарға һала. Етәкселек бүкәненә сат йәбешкән дилетант сәйәсмәндәр һәм шул бүкәнгә ултырырға ашҡынған бушбоғаҙҙар үҙ республикаларының иҡтисади һәм социаль көрсөккә килеп терәлеүен, упҡынға тәгәрәүен фәҡәт Рәсәйгә япһара: имеш, Мәскәү гонаһлы, йәнәһе, Путин ғәйепле, тип халыҡты ҡуҙғыта, ғәм-саруаны (толпа) майҙандарға сығарып, бола ҡуптарырға, ут менән уйнарға ҡоторта.
Боронғолар әйтмешләй, халыҡ – ҡара һарыҡ ул, ҡайҙа әйҙәһәң – шунда эркелә, шунда йүнәлә, тупаҫыраҡ итеп сағыштырғанда, лауылдап өргән эт өйөрөн кемгә һөсләһәң – ул шуны таларға, шуны өҙгөләргә әҙер… Киев һәм башҡа украин ҡалаларындағы ваҡиғаларҙы телевизорҙан күҙәтеп барабыҙ:
Ком: 0 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
КүршеләрҒаиләһе ишәйгәс: “Һеҙҙең ике башығыҙға ҡалғаны ла бик еткән”, – тип Шәрифулла күрше баҡсаһының яртыһын үҙенә бүлеп алды ла унда картуф сәсте, яңы мунса менән аласыҡ та ултыртып ҡуйҙы. Уның был ҡылығына Гөлбикәнең күңеле кителһә лә, һүҙһеҙ генә ризалашырға мәжбүр булды. Шәрифулла иҫкеһен һүтеп ташлап, урынына шығырҙап торған ҡарағайҙан клуб ҙурлығындай өй ҙә һалды. Уның янында Гөлбикәнең йорто бөтөнләй бәләкәй-ләнеп, сүгеп ҡалғандай тойолдо. Быны күреү ҙә ҡатындың күңелен ҡырҙы, ләкин ни эшләһен: “Их, Харисым иҫән булһа, беҙ ҙә...” – тип уйлауҙан ары китә алмай ине шул. “Бәләкәй булһа ла, торор мөйөшөм бар, ҡыуанысым, йыуанысым булып ҡыҙым үҫеп килә, тамағыбыҙ ас түгел”,
Ком: 0 // Уҡынылар: 684 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына