“Халыҡ менән власть айырым йәшәргә тейеш түгел” Дүшәмбе көнө кис “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының ҙур залында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы ХӘМИТОВ ике сәғәттән ашыу журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар бик күп ине – Ҡырымға ярҙамдан алып Өфө урамдарындағы асфальттың сифатына тиклем. Түбәндә Президент биргән яуаптарҙың бер нисәүһен баҫабыҙ.
Ком: 1 // Уҡынылар: 959 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ринат БАЙГИЛДИН, Мәләүез районы:
— Бала саҡтан 1 Май байрамын яратам. Атай-әсәй менән демонстрацияға сыға инек. Улар миңә сағыу шарҙар, ҡыҙыл флаг тоттора ине. Атай елкәһенә ултыртһа, минән дә бәхетлерәк кеше юҡ! Ошо хәтирәләр бик ҡәҙерле. Йылдар үтеү менән байрамдың исеме үҙгәрҙе. Әммә уға ҡараш шул уҡ. Йыл да май байрамдарына ауылыма, атай-әсәйем эргәһенә ашығам. Йорт-ҡура тирәһен таҙалайбыҙ, бергәләп табынға йыйылабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 Май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 Май Еңеү көнө ял көндәре булып иҫәпләнә.
Ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 4 ғинуарҙағы ял көнө 2 майға күсерелде. Шулай итеп, Башҡортостанда
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе лә эшләй,  башҡаларҙы ла дәртләндерә "Грузин сәйе тәмле була, эсһәң башҡорт балы менән..." Ошондайыраҡ йыр була торғайны беҙ бәләкәй саҡта. Хәҙер, йылдар үткәс, грузин сәйенең сәйгүндәрҙә әҫәре лә булмаһа ла, башҡорт балы һәр тарафтан килтерелгән сәй менән дә шифалы булып ҡала. Бигерәк тә үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән мәтрүшкә тән-йәндәргә сихәт бирә. Бал — борон-борондан өҫтәлебеҙҙәге татлы ризыҡ ҡына түгел, күп ауырыуҙан дауа ла. Төп мәҙхиә нәҙекәйбилдәргә, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 767 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелемдә уйылған шәхес Бөгөн — халыҡ-ара бейеү көнө

Мәшһүр балетмейстер, халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалыусы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровты беренсе тапҡыр 1974 йылда күрҙем. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөгәндә беҙ, II курс студенттары, бейеү түңәрәгенә йөрөй башланыҡ. Институттың өҫтәмә профессиялар факультеты деканы Сәүиә Ғилметдин ҡыҙы Хужәхмәтова-Латипова (беҙ уны “Софья Галеевна” тип йөрөтә инек) Фәйзи Ғәскәровты яңы бейеүҙәр һалырға саҡырғайны. Институттың яңы физика-математика факультеты корпусы төҙөлөп бөтмәһә лә, уның икенсе ҡатындағы фойела бейеү түңәрәге ойошторола ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әлфис ҒАЯЗОВ:  “Һәр үҙгәреште халыҡ аңлап ҡабул итһен ине” Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының мәғлүмәти асыҡлығы демократик сәйәсәт системаһы эшенең сифатын тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән алға ҙур аҙым яһалды. Әйтәйек, халыҡҡа үҙен борсоған мәсьәләләр буйынса Интернет селтәрендәге порталдарға, етәкселәрҙең блогтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Дәүләт органдары, ведомстволар башлыҡтарының, вәкилдәренең, депутаттарҙың кешеләр менән даими осрашыуы ла урындағы ниндәйҙер хәл-ваҡиғаның сәбәптәре аныҡ баһаланып, дөрөҫ һығымта яһалыуына,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайҙа үҙебеҙҙең  таратыусылар? Рәсәйҙең почта хеҙмәте гәзит-журналға яҙылыу хаҡын саманан тыш күтәреп ебәрҙе. Төрлө тармаҡтағы ауырлыҡтарҙы ҡабул итә-итә, башты күндәм эйә-эйә ошо көнгә ҡалдыҡ түгелме? Гәзит-журнал алдырыу хаҡының ныҡ артып китеүе нимәгә бәйле? Уны кем арттыра?
Ябай почтальондарҙың эш хаҡын күтәреү маҡсатына ғына бәйле түгел был. Хәҙерге хаҡҡа яҙылырға һәр кемдең хәленән килмәйәсәк. Тимәк, иң әүәл милли матбуғаттың тиражы кәмейәсәк.
Был хәүеф төрлө уйға һала. Мәсьәлә “Рәсәй почтаһы”ның теләге буйынса бойомға ашырыла икән, ниңә әле “Башҡортостан-матбуғат” тигән альтернатив ойошмабыҙ юҡ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Алға" һәр саҡ алда Хәстәрлекле етәкселәр янында булып китеү ауыл хужалығы тураһында бер яҡлы ғына фекер йөрөтөүҙән азат итә. "Алға" кооперативы рәйесе Раушан Ғайсин менән осрашҡандан һуң, башта төрлө уйҙар урғылды. "Бигерәк тә хәҙер үҙеңә генә ышанырға кәрәк", – тиеүенә тәүҙә сәйерһенеп ҡарағайныҡ,
Ком: 0 // Уҡынылар: 593 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғәллим бар, дәрестәр генә... Леонид Байдуллин нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән умартасылыҡ кәсебе менән күптән шөғөлләнә. Шулай уҡ уның серҙәрен йәш быуынға еткереүсе тәжрибәле уҡытыусы ла. Әйткәндәй, атаһы ла, ҡартатаһы ла хужалығында ҡорт аҫраған. ХIХ быуат аҙағында ҡартатаһы Зәйҙулла Аҡтамыр улының утарында 200-гә яҡын күс иҫәпләнгән. Заманына күрә нәҙекәйбилдәрҙе түмәр умарталарҙа тотҡандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киң мәғлүмәт сараларында умарта ҡорттарын сит илдәргә һатыу тураһында хәбәрҙәр күренә, ишетелә башланы. Германиянан, АҠШ-тан тәҡдимдәр бар, имеш. Ошо хәбәрҙәрҙе ишетеп, йөрәк әрнеп китте. Бал ҡорттары, Аллаһ Тәғәләнең ергә бүләге булараҡ, Көньяҡ Уралда ныҡлы урын алған. Борон улар беҙҙең урмандарҙағы солоҡтарҙа йәшәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 45 Алға
Бит башына