Илештең иманлы улы Үткән быуаттың икенсе яртыһында Илеш халҡы Ер культураһы өсөн иманлы көрәш башланы. “Һәр кем иртә менән битен йыуа, тиҙ генә өй эсен нурландыра, өҫ-башын балҡыта, донъяһын сүптән таҙарта; баҫыу йөҙө лә шулай матур, күркәм, таҙа булырға, ҡый үләнһеҙ ғиззәтләнергә тейеш”, – ти торғайны шул осорҙағы район етәксеһе Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов. Тора-бара патриотик тәрбиә, эстетик тәрбиә, хеҙмәт тәрбиәһе, һүҙ тәрбиәһе, педагогик тәрбиә төшөнсәләре дуҫлашып, ҡәрҙәшләшеп китеп, “Кешелеклелек” тигән илаһи бөйөк хосусиәткә нигеҙ була алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 691 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Бәләкәйҙән уйынсыҡтарҙы  боҙа башланым" "Башҡортостан" гәзите – ҡунаҡ ҡаршыларға, уларҙы тыңларға, эштәре тураһында яҙырға әүҙем баҫмаларҙың береһе. Бөгөн ҡунаҡтың иң йәштәренең береһе — Иҙел Наҙарғолов. Бөрйән тиклем алыҫ ерҙән үҙебеҙ саҡырҙыҡ уны. Нимәһе менән тарттымы? Әлбиттә, үҙенсәлекле һәләте, шөғөлө йәлеп итте. Егетебеҙ ябай халыҡ өсөн иң кәрәкле әйбер уйлап тапҡан. Хужаһының кеҫәһендә ятҡан телефонға йорт-ҡаралтыла ут-фәлән сыҡҡанлығын өйҙәгеһе хәбәр итә ала. Йәғни ул төтөн еҫен "тоя". Тәүбә-тәүбә, тип әйтәйек, әммә тормош бит — аҙмы ни бәлә-ҡаза! Булмаһа, барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәүкәш...  Һөт кенә түгел Һыйыр тиһәң, биҙрәләге күбекләнеп торған һөт, кәсәләге яңы айыртылған ҡаймаҡ, тәрилкәләге һары май йомарламы күҙ алдына килеп баҫа. Әсәй-өләсәйҙәр ҙә: “Шөкөр, аҡтан өҙөлмәйбеҙ”, – тип ҡабатларға ярата. Ә бит һыйыр малы махсус рәүештә иткә лә үрсетелә. Һауын һәүкәшенең һөтөнөң сифаты ниндәй аҙыҡ менән туҡланыуына бәйле булһа, “итлекәйҙәр” талымһыҙ. Һөҙөмтәлә һыйырҙың ауырлығы – 580-640, үгеҙҙеке 1000-1150 килограмм тарта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар тауышына күмелһен Бөгөнгө заманда үҙ фатирыңа эйә булыуҙың һөйләп бөткөһөҙ шатлыҡ икәнен бер кем дә инҡар итмәҫ. Аяуһыҙ яҙмыш арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн был — икеләтә ҡыуаныс.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала хакимиәте биш етем ҡыҙ менән егеткә оло һөйөнөс бүләк итте: уларға күп ҡатлы өр-яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Был ваҡиға – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән бушлай тәьмин
Ком: 0 // Уҡынылар: 667 тапҡыр // Тотош уҡырға
Осҡондан ялҡын ҡабынмаһа ярай ҙа... Украинала ысын мәғәнәһендә граждандар һуғышы башланды. 2 майҙа Одесса ҡалаһында “Евромайҙан” яҡлылар үҙҙәренә ҡаршы көстөң лагерына һөжүм итте һәм палаткаларын яндырҙы. Ҡаза күргәндәр эргәләге Профсоюз йортона инеп йәшеренгәс, радикалдар был бинаға ут төрттө. Мәхшәрҙә 46 кеше һәләк булды...
Ком: 0 // Уҡынылар: 469 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе бәләкәй, ҡазаһы ҙур Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, апрель аҙағына дауалау-иҫкәртеү ойошмаларына талпандан тешләнгән 50-нән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 39-ы — балалар.
Республиканың гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 34 талпан тикшерелгән, ағыулы вируслыһы теркәлмәгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 493 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәш гвардия” майҙанға сыҡты “Башҡа ерҙә тыйҙылар, беҙҙә лә алкоголле коктейлдәр һатыуҙы туҡтатырға кәрәк!”, “Балаларҙы ағыулауҙы тыяйыҡ!”, “Беҙ айыҡлыҡ яҡлы!”
Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда ошондай яңғырауыҡлы лозунгтар күтәргән, заманса кейенгән, дәртле ҡыҙ һәм егеттәрҙе өфөләр ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 637 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүәкәсте һыу баҫты Архангел районында Инйәр йылғаһы ташыу сәбәпле, Тәүәкәс ауылы мәктәбендә дәрестәр туҡтатылды. Халыҡҡа иҫкәртеү яһалды. Урында ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкилдәре лә Тәүәкәскә юлланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан кеше өҙөлмәй Яңы Күл ауылы китапханаһына юл ыңғай инеп сығырға булдыҡ. Нисек йәшәй бөгөн китапхана? Халыҡ йөрөймө? Мәҙәниәт йортоноң шаҡтай ҙур залын биләгән “китаптар йорто”нда өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да күплегенә тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. Берәүҙәр гәзит тупланмаһын ҡарай, икенселәр үҙенә кәрәкле баҫманы эҙләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 800 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һорау-яуап Үҙгәрештәр индереләсәк

Күптән түгел Рәсәй Президенты илдең Дәүләт Думаһына Евразия иҡтисади берләшмәһе дәүләттәренең дөйөм страховка баҙарын ойоштороу тураһындағы протоколды раҫлау өсөн тапшырҙы. Ошо хаҡта тулыраҡ аңлатмаҫһығыҙмы икән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 679 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына