Рәхмәт һеҙгә,  хөрмәтле олатайҙар! Мәктәптән ҡайтып барышлай урамда хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы осраттыҡ. Башта уларға һоҡланып ҡарап торҙоҡ: күкрәктәрендәге орден һәм миҙалдары май ҡояшында матур итеп ялтырай, үҙҙәре шат йылмая. Олатайҙарҙы Еңеү байрамы менән ҡотлап, иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Ғәйфулла олатай Ғәбитовҡа быйыл 91 йәш тулды. Ул 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән. Ауылдашыбыҙ, пулеметын дүрт атҡа егелгән тачанкаға тейәп, Дон ярҙарынан Германияның Эльба йылғаһына тиклем барып еткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 692 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙйәшәр яугир Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был шанлы йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаусылар арабыҙҙан китһә лә, Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе – Өфө районының Әсән ауылында йәшәгән Хәмзә Усман улы Шәрәфетдинов.
Йөҙ йәшлек ветеран беҙҙе ҡапҡа алдында ҡаршы алды. Әйҙүкләй-әйҙүкләй өйгә алып инде лә ейәнсәренә сәй ҡуйырға ҡушты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 835 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң ҡәҙерле бүләк– Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым! Был наградаға тырыш хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ. Һеҙҙән башҡалар өлгө алһын, үҙҙәрендә яуаплылыҡ тойһон!
Шулай тип сәләмләне республика Президенты Рөстәм Хәмитов бер төркөм уңғандарға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында.
// Уҡынылар: 653 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТубырсыҡАрхангел районы

Илебеҙ имен булһын

Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәрең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 707 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иғтибар: “Юлдаш” һөйләй! Кем беҙгә беренселәрҙән булып көн торошо хаҡында хәбәр итә? Кем иң тәү булып тормошобоҙҙағы өр-яңы ваҡиғалар менән таныштыра? Ә кем күңелдәрҙе иләҫләндереп йырлы-моңло күстәнәстәрен еткерә? Әлбиттә, радио. Был өлкәлә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан күптән инде республикабыҙ халҡының тоғро дуҫына, терәк-кәңәшсеһенә әйләнгән “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының ижади коллективы менән осраштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 825 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Украина өсөн йөрәк әрней...” Сабир ЙЫҺАНШИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың 1971 – 1985 йылдарҙағы мәғариф министры:
— Фронтҡа мине 1943 йылда алдылар. Благовещенда пулеметсылар училищеһын тамамланым. 15-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иттем. Украинаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаштым. Ул ҡан ҡойошта күпме кешенең ғүмере өҙөлдө! Һуғыштан һуң бер нисә тапҡыр Ҡырымда булдым. Һуғыш мәхшәрен ҡабаттан күҙ алдынан үткәреп, тыныс урамдарҙан йөрөнөм.
Шуға ла Украиналағы бөгөнгө хәлдәргә битараф түгелмен. Ҙур ҡыйынлыҡ менән яулап алынған тыныслыҡ ҡаҡшамаһын ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баһмановтарҙың сая бөркөтө Районда йәш бейеүсе Данияр Баһмановты белмәгән кеше юҡтыр. IV класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, күп еңеүҙәр яулаған малай ул.
Тәүге бейеүе – "Бәләкәй батыр"ҙы биш йәшендә башҡарған Данияр. Сығышының көслө алҡышҡа күмелеүе малайға ҙур дәрт өҫтәй. Һөҙөмтәлә күп тә үтмәй райондың 75 йыллыҡ юбилейына бағышлап уҙғарылған "Илеш еренең бәләкәй батыры" тигән бейеү конкурсында төп бүләккә лайыҡ була. Унан Өфөлә үткән бәйгелә I урынды яулай, Санкт-Петербургта ойошторолған "Талант ҡанаттары" тигән халыҡ-ара ярышта ла I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Бейеүсе малай "Байыҡ" бейеү конкурсында ла алдынғылыҡты бирмәй.
Әле Данияр Үрге Йәркәйҙең Т. Рахманов исемендәге 2-се мәктәбендә белем ала. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн староста итеп һайланған. Былтыр район хакимиәте башлығының стипендиаты булған.
Данияр буш ваҡытында шахмат, шашка уйнай, бокс, гимнастика менән шөғөлләнә. Биш йәшенән "Тәүбә" мәсетендә Ислам серҙәренә төшөнә башлаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 659 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләк бирергә онотмайыҡҠәҙерле балалар! 9 Май байрамының илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге хаҡында барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ.
Был көндә Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән — фронтта ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән йәиһә бала сағынан эшкә егелгән — өлкән быуын вәкилдәрен ихлас күңелдән ҡотлайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағайым тора һаҡта М. Кәримов һүҙҙәре,
Д. Хәсәншин көйө.

Тормош нурлы, тормош матур,
Тыныс булыр бар яҡта,
Сөнки илебеҙ сигендә
Ағайым тора һаҡта.

Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа
Бәхетле бала саҡта,
Ком: 0 // Уҡынылар: 1167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Камилдарҙың күршеһендә йәшәгән бабай байрам көндәрендә урамға орден-миҙалдарын тағып сыға. Уға ҡарап, малайҙың атаһы менән әсәһе бер саҡ үҙ-ара һөйләшеп тә алды:
— Ул нисек ветеран икән? Һуғыш ваҡытында ун йәштәр тирәһендә булғандыр инде...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1824 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғышта сыныҡҡан дуҫлыҡ "Халыҡ хәтере – мәңгелек. Көслө держава булған, Европаны азат итеүҙә ҡатнашҡан һәр кемдең тарихта эҙе юғалырға тейеш түгел", — тип яҙған үҙенең "Хәтер" китабында урыҫ яҙыусыһы Черепанов.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк мылтыҡ тоторлоҡ ир-егеттәребеҙҙе һәр өйҙән әсәйҙәр, инәй-олатайҙар, апай-һеңлеләр оҙатып ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
БУШ ҠАЙТАРЫП БИРЕГЕҘ

(Рәсәй ветерандарының әйткәне)

Яңы байҙар танымайҙар
яңы хәйерселәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 816 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тағы яҙҙар килде... ...Машина Һалле ҡалаһының көньяҡ зыяраты эргәһендә туҡтай. Сығабыҙ. Һалҡынса, болотло көн.
— Һин быны күрергә тейеш, — ти миңә Петер. Үҙе зыярат алдындағы кибеттән сәскәләр һатып ала. — Бер ниндәй турист та күрмәгән урындарҙың береһе был...
Ҡәберлектәр араһынан тап-таҙа һуҡмаҡ буйлап атлайбыҙ. Ҡапыл таныш һынды шәйләп тертләп китәм. Өфөләге Матросов һәйкәле!
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтер йәшәтә үткәнде 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының иҫтәлектәренән тупланған "Һуғыш балалары — тарих яралары" тигән китабым сыҡҡас, күп уҡыусылар минән уның дауамын яҙыуымды һораны. Башта икеләнеп йөрөнөм, сөнки ҡайһы берәүҙәр: "Нимәгә кәрәк ул һиңә? Барыбер ҡабатлау һымаҡ буласаҡ. Әллә ни яңылыҡ әйтә алмаҫһың. Үҙеңдең ижадыңа нығыраҡ иғтибар бирһәң, яҡшыраҡ түгелме?" – тип әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 697 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғорурлығыбыҙ һин, Ришат бабай! Мин атайымдың ағаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ришат Сәлих улы Исмәғилев тураһында яҙмаҡсымын. Әлеге көндә беҙҙең хөрмәтле бабайыбыҙ – туғандары араһында берҙән-бер иҫән ҡалған кеше.
Ришат бабайҙың тормош юлы бер ҙә еңел булмай. Ул Нуриман районының Нимесләр ауылында тыуып үҫә. Ауыл муллаһы Мөхәммәтсәлих менән мәҙрәсәлә ҡыҙҙарҙы уҡытҡан Ғәфиә абыстайҙың алтынсы балаһы була. Дәһшәтле репрессия йылдарында мулла олатайҙы һөргөнгә ебәрәләр, ғаиләһен йортонан ҡыуып сығаралар, балаларға ауылда хәйер һорап йөрөргә тура килә. Ришат бабайҙың уҡырға инергә ваҡыты етһә лә, мәктәпкә алмай йөҙәтәләр, "мулла балаһы" тип ҡыйырһыталар. Һуңынан, рөхсәт алғас, бөтә һәләтен, тырыш-лығын белем алыуға бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 518 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына