Рәсәй Финанс министрлығы Һалым кодексына етди төҙәтмәләр индереү тураһында закон проекты әҙерләгән, тип хәбәр итә “Российская газета”. Документҡа ярашлы, ҡул аҫтында эшләүселәрҙән йән башына күпме һалым тотоуы хаҡында урындағы инспекцияға дөрөҫ мәғлүмәт тапшырмаһа, эшҡыуарға айына 5 мең һум штраф һалыныуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 713 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яугир рухы мәңге үлмәҫ 9 май иртәһендә Липецк өлкәһенең Тербуны районындағы Озерки ауылында “Тербуны сиктәре” хәрби-мемориаль комплексын асыу тантанаһы булды. Был комплекс 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан алыштарға арналды.
Сарала Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Уның составына Миәкә районы хакимиәте башлығы З.Х. Насиров, хәрби хеҙмәт инвалидтарының “Берҙәмлек” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир аҫылы эштә беленә Ҡауарҙы егете

Ғафури районында гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдар байтаҡ. Ҡауарҙы – тап шундайҙарҙың береһе. Йәй булһынмы, ҡышмы, көҙмө, яҙмы – был яҡтар күңелгә яҡын, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп, саҡырып тора. Килеп күрһәң, ҡайтҡы килмәй, ҡайттың иһә – төшкә инә. Биҙәктәргә бай ҡалын урман ауыл өҫтөнә ауам-ауам тип тора. Төҙөк матур йорттар, гөл-сәскәгә күмелеп ултырған баҡсалар, иркен ихаталар... Халыҡ, заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көтөргә ынтыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ашаған бала зиһенле Мәғариф өлкәһендәге реформаларға күҙ һалһаң, һәр уҡыу йылы яңылыҡ алып килә һымаҡ. Быйылғы 2013–2014 йыл да "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында" яңы Закон менән башланып киткәйне. Аҙым һайын үҙгәрештәр урындарҙа нисек сағылыш таба? Уҡытыу системаһы ниндәй юҫыҡта үҫешә? Мөғәллимдәрҙең, уҡыусыларҙың кәйефе нисек? Бөрйән районында был өлкәләге хәлдәрҙе байҡау, күҙаллау өсөн район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Булат улы ШӘРИПОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 951 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мал-тыуарың сирләйме? Картаһына күҙ һалайыҡ... Малына күҙ төбәп йәшәй ауыл халҡы. Шулай булмай, ул — һөт тә, ит тә, һатһаң — аҡса ла. Ә инде был ҡәҙерле байлығың ҡазаланып ҡуйһа, бөтөнләй ҡайғыға батаһың...
Бәләкәй сағымда йыш ҡына шундай күренештәрҙең шаһиты булдым: һыйырыбыҙ йә быҙаулай алмай яфалана, йә көтөүҙән һөҙөлөп ҡайта, йә елене шешә. Йәки асыҡ ҡалған ашлыҡ келәтенә инеп, туймаҫ аскернәләй тығына ла, эсе күбә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 711 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт атлылары — Сталинградта Яңы асылған мәғлүмәт сығанаҡтары Бөйөк Ватан һуғышының ҡайһы бер алыштарына, айырым хәрби берләшмәләргә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарау мөмкинлеген бирә. Республика әҙәбиәтендә лә, ғилми хеҙмәттәрҙә лә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Сталинград
Ком: 0 // Уҡынылар: 1175 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украинала барған ҡыялҡы барлыҡ халыҡтың иғтибарын йәлеп итһә лә, республикала беҙҙе ҡыҙыҡһындырған ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Улар, эш графигы тығыҙ һәм көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Республиканың банк-кредит тармағында һуңғы ваҡыттағы ваҡиғалар тураһында төбәк башлығы үҙенең аныҡ фекерен әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 460 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрәш юғалтыуһыҙ булмай Быйыл ағайым Фәрүәз Ғилмановҡа 90 йәш тулған булыр ине. Әгәр һуғыш булмаһа... Ул Салауат районының Арҡауыл ауылында 1924 йылда тыуған. 1942 йылда Х класты тамамлағас, армия сафына алына һәм, шул йылда уҡ һуғышҡа инеп, авиацияла борт механигы булып хеҙмәт итә.
Ул армияға киткәндә мин бәләкәй булғанмын, ни бары ике йәш кенә. Шулай ҙа бер генә күренеш күҙ алдында ҡалған: бөйөрөнә таянып тәҙрәнән ҡарап торған мәле. Ә инде уның һәләттәре, һөнәрҙәре тураһында әсәйемдең һөйләгәндәренән, апайымдарҙың, икенсе ағайым Әғзәмдең хәтирәләренән генә беләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмәктең көнитмеше күңелле Эй яҙмыш, яҙмыш! Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрәһең тиеүҙәре дөрөҫтөр инде. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ниндәй генә һынауҙар ҡуймай! Шул мәлдә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ауырлыҡтарға түҙгәндәргә бәхетле тормош бүләк итә.
Ейәнсура районының Ибрай ауылында йәшәгән Илһам Күсәрбаев ғаиләһен дә ел-дауыл урап үтмәгән. Күрше Сиреғол ауылы ҡыҙы Зөлфирә менән яратышып өйләнешеп, ҙур йорт һалып, ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайғы килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 582 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл ҡыш Белорет — Магнитогорск юлында бер ғаилә, автомобилен ҡалдырып, урманға юллана. Кире әйләнеп килгәндә машиналарының тәҙрәләре ватылған, документтары, навигатор һәм башҡа әйберҙәре урланған була. Улар шунда уҡ полицияның "Белорет" муниципаль-ара бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ком: 0 // Уҡынылар: 362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә Өфөлә мәғрифәтсебеҙ, шағир М. Аҡмуллаға ҡуйылған һәйкәл алдында сәғәт 4-тә башланасаҡ “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм тасуири уҡыу буйынса акцияны халҡыбыҙ дәррәү күтәреп алды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге һәм Интернеттағы “Башҡорт телен ҡәҙерләйек” төркөмө тарафынан ойошторола ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 666 тапҡыр // Тотош уҡырға
21 майҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортоноң бәләкәй залында (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) “Ойошмалар мөлкәтенә һалым буйынса һалым базаһын иҫәпләгәндә күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡын файҙаланыуға күсеү проблемалары һәм үҙенсәлектәре” тигән темаға парламент тыңлауы үткәрелә.
Сара иртәнге сәғәт 10-да, теркәү 9-ҙа башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Еникеев Дамир Әхмәт улына Рәсәй Президентының рәхмәте белдерелде; Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире Монасипов Фәрит Рәшит улына,
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов эш сәфәре менән Силәбелә булып, республикабыҙҙың ошо өлкәләге даими вәкиллегендә Амур Хәбибуллин менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына